Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 400


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮРТЫУ
Дөйә юрттыра ғына. ■ Ғәлимйән Тағанов Архангел яғы урман юлынан тиҫтәләгән атлыларҙың юрттырып килеп сығыуҙарын куреп ҡалды. Р. Байымов.
3. Атта юртыу. □ Трусить, идти трусцой. Юрттырып барыу. ■ Өс һыбайлы, муйындары көҙрәйеп торған айғырҙарын юрттырып, сафҡа етеп килә. Т. Килмөхәмәтов. Хәҙер яр буйына килеп теҙелгән һыбайлыларҙы һәм арттан ат юрттырып килеу-селәрҙе айырым-асыҡ абайларға мөмкин ине. Р. Байымов. Комбриг, оһоллоғо менән штаб һағында торған аҡ һалдаттарҙы таң ҡалдырып, атына менде лә юрттырып сығып та китте. Р. Солтангәрәев.
ЮРТЫУ (юрт-) (Р.: трусить; И.: jog, trot; T.: tırıs gitmek) ҡ.
1. Аяҡты етеҙ алып, шәп хәрәкәт итеү (атҡа һәм башҡа хайуанға ҡарата). □ Трусить, идти трусцой. Юртып барған ат аҙымға кусте. М Турайғыр ауылға табан юртырға тотондо. А. Абдуллин. Ҡашҡа айғырҙың әленән-әле бышҡырып юртыу ы, дурт тәгәрмәстең бер квартет булып сел-терәуе минең йөрәккә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бер дәрт бирә. И. Абдуллин. [Рим — Миртимергә:] Юҡ, ат йугермәне, ә юртты, тауыҡ ҡына йугерә ул, белгең килһә. С. Агиш. • Ат ҙур булһа ла, юлдан юрта. Әйтем. Бейә ҡайҙан юртһа, ҡолон да шунда. Мәҡәл.
2. Атта юрттырыу. □ Пуститься на лошади мелкой рысью. Атыңды юрттыр! ■ Арҡаһы осло булһа ла, юрғалап ҡына, йомшаҡ ҡына итеп юрта. Р. Низамов. Арҡа ер-кәйҙәрен юртып уттем ҡыҙыл туры бурыл ат менән. Халыҡ йырынан. • Юлдың яйын юртҡан белер. Мәҡәл.
3. кусм. Шәп-шәп атлап йөрөү. □ Ходить быстро; быстро перебирать ногами. Юрттырып ҡына барып кил әле һыуға. ■ Ҡәйнәм уҫал тиң дә, имеҙә торған баланы ташлап, юртып ҡайт та кил, имеш. Ж. Кейекбаев.
ЮРТЫШ (Р .: трусца; И.: jog, slow steady run; pace, stride; T.: atın yürüyüşü) и.
Аттың юртыу рәүеше. □ Трусца, мелкая рысь; аллюр. • Ат юртышынан, ҡатын йөрөшөнән һыналыр. Мәҡәл.
ЮРЫЙ р. һөйл. ҡар. юрамал. Юрый белмәмешкә һалышыу. ■ Хәживәли, әллә юрый, әллә шулай кәрәк булғанға, тәуҙә гармунын тартмайыраҡ тора, Заһит ҡына ҡыңғырауын сылтырата-сылтырата сарат-скийында бейеу көйөн уйнай. И. Абдуллин. Көнбикә юрый ғына йөҙөнә ҡурҡыу сығарған булды. С. Агиш. Атты юрый Беләҙекул буйына тышайым. Р. Камал.
ЮРЫҠ (юрығы) и. диал. ҡар. юҫыҡ 2. Эш юрығын белеу. һуҙ юрығы. • Юрыҡ менән тугел, бойороҡ менән. Әйтем.
ЮСТИЦИЯ [рус. < лат. justitia ‘ғәҙеллек’] (Р.: юстиция; И.: justice; T.: adalet, adliye) и. юр.
1. Хөкөм эше, суд эшмәкәрлеге. □ Юстиция (правосудие, судебная деятельность). Юстиция эштәре.
2. Суд эштәрен алып барған учреждениелар системаһы, суд эштәре менән шөғөлләнгән дәүләт органдары. □ Юстиция (система судебных учреждений, судебное ведомство). Юстиция министрлығы. Юстицияла эшләу. Экстремизмға ҡаршы көрәш юстиция органдарына йөкмәтелгән. ■ Ишелеп торған ҡуйы ҡара сәсле тәфтишсе ҡыҙ, юстиция капитаны Фәнилә Айратовна, папкаһын ҡосаҡлап, диванда йоҡомһорай. Р. Вәлиев. Сәйерерәк фәлсәфәгә бирелеп китте юстиция майоры. М. Кәрим.
ЮҪЫҠ (юҫығы) (Р.: направление; И.: direction; trend; T.: yön) и.
1. Берәй нәмә менән билдәләнгән тараф; яҡ. □ Направление. Ул шул юҫыҡҡа ҡарап китте. М Куҙ юҫығына сығып киттек. Н. Мусин. Ниндәйҙер тылсымлы көс, гуйә, ҡыҙҙы йәлләп, юл аймылыштырҙы, яҙа юҫыҡ курһәтте. М. Кәрим. Һиңә икенсе юҫыҡ менән китергә лә юл асылған булған. Т. Ғарипова. Рухи, дини юҫыҡта белемеңдең артыуы уҙенән-уҙе һиңә тормошта купмегә өмөт-ләнеуҙе аңлата, һинең теләктәреңде сикләй, талаптарыңды кәметә. Н. Ғәйетбаев.
2. Нимәнеңдер башҡарылыш, булмыш ыңғайы; яй, йүнәлеш. □ Лад; способ, манера, направление. Һуҙ юҫығы. М Ямалов әңгә-мәләштәренә берәм-берәм ҡарап алды, ләкин тегеләр һуҙ юҫығын төшөнә алмай ултыра
400