Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 401


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮҪЫҠЛАШЫУ
бирҙе. Ғ. Хисамов. Үҙ яҙмышы юҫығын алдан тойған кеше генә уны уҙ ҡулына аласаҡ, уны ацламаған яҙмыш ҡоло булып ҡаласаҡ. Ғ. Хөсәйенов. Тормоштар өр-яңы юҫыҡ алғайны инде. Ә. Хәкимов. Аҡсәскә быларҙың береһен дә курмәй, береһен дә ишетмәй, уҙ юҫығына бара ла бара бирә. Б. Бикбай. Башта әңгәмә ике курше осрашҡандай, төрлө юҫыҡҡа һикереп, ғәҙәти барҙы. Р. Байымов.
3. Нимәнеңдер яйлы булмышы, тәртибе; йүн. □ Суть; смысл; толк, существо. Үҙ юҫығына йәшәу. Эш юҫығына өйрәнеу.
4. диал. Файҙа, рәт. □ Польза, выгода, толк. Уларҙан ни юҫыҡ?
ЮҪЫҠҠА (Р.: напрасно; И.: for nothing, in vain; T.: boşuna) р. ҡар. алъюҫыҡҡа.
Буштан-буш, бушҡа; һис сәбәпһеҙгә; бер ҙә юҡҡа; ерле юҡҡа. □ Напрасно, понапрасну, зря; попусту. Юҫыҡҡа илап барыу. Юҫыҡҡа йөрәк ярһый. Юҫыҡҡа мәшәҡәтләу. Сабый бала кеуек тик юҫыҡҡа һөйөнә. М Нурия уҙ юҫығына һөйләнә. Д. Бүләков. Мөнирә кинәнә, тик юҫыҡҡа, уҙ алдына, буштан юҡҡа йылмая! Р. Камал.
ЮҪЫҠЛАНДЫРЫУ (юҫыҡландыр-) (Р.: направлять; И.: direct; order; T.: yöneltmek, doğrultmak) ҡ. hup.
Берәй тарафҡа юл, йүнәлеш биреү; йүнәлтеү. □ Направлять кого куда. Малды урешкә юҫыҡландырыу. М Ауыл тормошон өр-яңы юлға юҫыҡландырыусы купме ваҡиға сиратлашып утте. Ә. Хәкимов.
ЮҪЫҠЛАНЫУ (юҫыҡлан-) (Р.: направляться; И.: head, make for; tend; go; T.: doğrulmak, yönelmek) ҡ. hup.
1. Берәй тарафҡа юл, йүнәлеш алыу; йүнәлеү. □ Направляться. Урманға юҫыҡланыу. Өйгә юҫыҡланыу. ■ [Бәпәнәй абыз — Ҡараһакалға:] Бөгөн ук ат эйәрлә, Ырым-бурға юҫыҡлан. Б. Рафиҡов. Бына ниһайәт автобус ҡуҙғалды һәм йылмайып ҡул болғаған оҙатыусыларҙы ла, санаторий бинаһын да ҡалдырып, йәшел ағастар араһындағы асфальт юлдан аэропорт яғына юҫыҡланды. М. Садиҡова. Ваҡиғалар һис тә Шәрғиә тоҫмал иткәнсә тугел, бутәнсәрәк юҫыҡланып тора. Ә. Хәкимов.
2. Йүнәлеш ала белеү, ориентирлашыу. □ Ориентироваться. Тиҙ генә юҫыҡлана белеу. ■ Ҡотлояр мең баштарын кәңәшмәгә йыйып, нуғай, төмәненең Ителгә табан сигенеу юлын, уң-һул ҡанаттарҙа ҡайһы йөҙҙәр барасағын, кустәрҙең нисек юҫыҡланырға тейешлеген аңлатты. Ә. Хәкимов.
ЮҪЫҠЛАНЫП! (Р.: ориентация; И.: orientation; finding; T.: yöneltim, yöneliş) и.
Үҙең торған урынды билдәләү, юҫыҡлау; йүнәлеш алыу. □ Ориентация, ориентировка. Юҫыҡланыш дөрөҫ булһа, аҙашмабыҙ.
ЮҪЫҠЛАП (Р.: как следует; И.: properly, to a nicety; T.: gereğince) p.
Тейешле рәүештә; тейешенсә. □ Как следует; как полагается. Юҫыҡлап курмәу. Үҙ эшеңде юҫыҡлап белмәу. Юҫыҡлап йоҡлай алмау. М Йонсоуҙары еткәнгәмелер, берәуҙең дә юҫыҡлап һөйләшкеһе килмәгән кеуек. С. Шәрипов.
ЮҪЫҠЛАТЫУ (юҫыҡлат ) ҡ. йөкм. ҡар. юҫыҡлау, понуд. от юҫыҡлау. Юлсыға юл өйрәтеп, юҫыҡлашып ебәрергә кәрәк.
ЮҪЫҠЛАУ (юҫыҡла-) (Р.: направляться; И.: head, make for; tend; go; T.: yönelmek) ҡ. hup.
1. Берәй тарафҡа йүнәлеш алыу; йүнәлеү, юҫыҡланыу. □ Направляться. ■ Ҡайһы яҡҡа юҫыҡларға? — тигән уй килде Ҡаныштың башына. Ғ. Ибраһимов. [Егеттәр[ ике көн ҡыр-ҡаҙаҡ далалары буйлап төньяҡ-көнсығышҡа таба юҫыҡлап юл тарттылар. Ғ. Хөсәйенов.
2. Берәй тарафҡа йүнәлеш биреү; йүнәлтеү. □ Направлять кого куда; давать направление кому куда. Ауылға юҫыҡлау. Атты ауылға юҫыҡлау. ■ Ярай, был турала аңлаштыҡ, зиһенде тарҡатмай ғына кәңәште артабан юҫыҡлайыҡ! Б. Рафиҡов. Ярай әле, Мәстурәнең сабырлығы еңде, әсә йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалырҙай һуҙҙе йотоп, әңгәмәне тынысыраҡ юлға юҫыҡланы. Ә. Хәкимов.
ЮҪЫҠЛАШЫУ (юҫыҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. юҫыҡлау, взаимн. от юҫыҡлау. ■ Әле кисә генә ғәмәлгә ашмаҫтай куренгән ниәт-маҡсаттар, төнгө икеләнеуҙәрҙе еңеп, аныҡ йунәлешкә юҫыҡлаша, ҡоласың киңәйеп киткәндәй тойола. Ә. Хәкимов.
401