юҫыҡлы
ЮҪЫҠЛЫ I (Р.: толковый; И.: intelligible, clear; T.: işbilir, makul) c. hup.
Тейешле тәртипкә, сифатҡа, рәүешкә ярашлы; йүнле. □ Толковый, хороший; соответствующий определённому порядку, качеству. Юҫыҡлы егет. Юҫыҡлы ҡыҙ.
ЮҪЫҠЛЫ II (Р.: толком; И.: clearly, plainly; properly; T.: gereğince) p. hup.
Тейешле тәртиптә; йүнле. □ Толком, как полагается, как следует. Юҫыҡлы ашамау. Юҫыҡлы эшләй алмай көн үткәреү. ■ Аҙна-ун көн буйы Салиханың ҡулына эш барманы, тамағына ла юҫыҡлы ашаманы. Ж. Кейекбаев.
ЮҪЫҠҺЫҘ (Р.: бестолковый; И.: stupid, muddle headed; T.: anlayışsız, rabıtasız) c. hup.
Тейешле тәртипкә, сифат, рәүешкә ярашһыҙ; йүнһеҙ. □ Бестолковый; дурной, плохой. Юҫыҡһыҙ әҙәм. ■ Был аңлатма ауыл ерендә айырыуса тиҙ үрсей: тупаҫ кәүҙәле булһа — айыу, хәйләкәр икән — төлкө, ҡурҡаҡ икән — ҡуян, юҫыҡһыҙ икән — һөмһөҙ һыйыр. С. Поварисов.
ЮФТЬ [рус.] (Р.: юфть; И.: Russian leather; T.: telatin, vaketa) и.
Үтә ныҡ һәм йомшаҡ күн. □ Юфть (сорт прочной и мягкой кожи). / Юфтяной, юфтевый. Юфтъ заводы.
ЮХА (Р.: мифический змей-оборотень; И.: kind of mythical dragon; T.: çok yaşayan yılan) u.
1. миф. Мең йыл йәшәп бик хәйләкәргә әйләнгән, төрлө һүрәткә инә алған йылан. □ Мифический змей-оборотень, достигший 1 000 лет. ■ Йылан мең йәшәһә — юхаға әйләнә, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов. Юханан ҡотола алған кешене барыбер һуңынан ен алыштыра. Б. Рафиҡов. • Йылан йөҙ йәшәһә — аждаһаға, аждаһа йөҙ йәшәһә, юхаға әйләнә, имеш. Мәҡәл. Юханың кендеге булмаҫ. Әйтем.
2. күсм: Татлы телле, хәйләкәр кеше. □ Лицемер, притворщик. ■ Ялғанлама, юха! И. Ноғманов. • Юханың теленә алданма. Әйтем.
♦ Юха тел теле менән йыуып, яуызлыҡ эшләгән кеше тураһында әйтелә. □ Змея. ■
Шуны белегеҙ: бында беҙ — башҡорт милләтенең алтынға ла, көмөшкә лә, юха телгә лә һатылмай торған тоғро яҡлаусылары бар! Й. Солтанов. Иллә уларҙа йәшәйһе булма, юха теленә алданып. Б. Рафиҡов. Әүхәди ҡала вәкиленең һөйләгәндәрен башта бик юха тел менән, түкмәй-сәсмәй бисәһенә еткерҙе — файҙаһы теймәне. Д. Исламов.
ЮХА ЙЫЛАН и.
1. миф. ҡар. юха 1. ■ Имештер, унда юха йылан килеп урынлашҡан да шул тирәгә берәүҙе лә яҡын ебәрмәй икән. Б. Рафиҡов. Ул матур, имеш, яғымлы, имеш. Әллә әкиәттәге юха йыланмы? Ул былай әйтә ти: «Ҡуйыныңа ал мине, өшөйөм». Ҡуйынға алғас: «Ауыҙыңа индер, туңам» ..Һәм шул ерҙә йәшен ата, имеш. С. Агиш.
2. күсм. яманл. Сикһеҙ хәйләле, мәкерле яуыз кешегә ҡарата әйтелә. □ Коварный, лицемерный человек; змея подколодная. Юха йылан, алдап-йолдап булһа ла, үҙенекен итә бит. М Һуңынан юха йылан, Әсмәбикә еңгәм, ул шиклемен белмәгәйнем тип, икмәк тотоп ант итте. Д. Исламов. Әле юха йылан эргәһенә етеп, йомошто йомошлайһы бар. Б. Рафиҡов.
ЮХАЛАНЫУ (юхалан-) (Р.: подлизываться; И.: flatter, slaver; T.: yaltaklanmak) ҡ.
Хәйләләп, татлы тел менән йыуып, ярамһаҡланыу. □ Подлизываться, притворяться, лицемерить. // Лицемерие. ■ Әлбиттә, шулай, — тип юхаланырға самаланы Айрат та. Р. Байбулатов. Үҙенә кәрәктә бына Мырҙабайы ла ҡалай юхалана, йымылдап йөрөй, ә эш ҡушһаң — ҡойроҡ һыртта. Р. Байымов. Бығаса өндәшмәй генә ситтә торған икәүҙең береһе, тауышында күгәрсен гөрләтеп юхаланып, тауыш бирҙе. Д. Бүләков.
ЮХАЛАУ (юхала-) (Р.: лицемерить; И.: dissemble, dissimulate; T.: yaltaklanmak) ҡ.
Татлы һүҙ менән алдаштырыу. □ Лицемерить, притворяться. // Лицемерие. Юхалап ҡарау. ■ Ә хәҙер Шаһиәхмәт ағай, волосҡа үҙе барып, ундағы түрәләрҙе майлап, юхалап, алдан алыуы бар. Ж. Кейекбаев. Башҡорт ерҙәрен элек алдаштырып, юхалап арзанға һатып алһа, хәҙер көс менән, ҡорал
402