ЮШАУ
көсө менән тартып, юҡ, талап аласаҡ, ә башҡорттоң уҙен ҡапаҡлап ҡол итәсәк [Тимашев]. И. Ноғманов. Ҡараһакалды иң аптыратҡан һәм ҡыҙыҡһындырған һорау шул: ниңә әле Сина иленең императоры унан куҙ яҙҙырмай, һаман юхалай, уҙ яғына ауҙарырға тырыша? Б. Рафиҡов.
ЮХАЛЫҠ (юхалығы) (Р.: лицемерие; И.: hypocrisy, duplicity; T.: ikiyüzlülük) и.
Хәйләләп, татлы тел менән йыуып, ярамһаҡланыу һәләте. □ Лицемерие, двурушничество. Юхалыҡҡа өйрәтеу.
ЮҺЫҠ и. диал. ҡар. юҫыҡ. Шул юһыҡҡа китте.
ЮША I (Р.: камешек цветной; И.: colored stone, pebble colored; T.: renkli taşçık) и.
Ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге балсыҡлы тау тоҡомо. □ Камешек цветной. Юша менән асфальтҡа төрлө һурәт эшләу. ■ [Саҙрый - Сергейға:] Юша сыҡҡан ерҙә туҡтатаһың. А. Абдуллин.
ЮША II (Р.: снег, заледеневший на деревьях; И.: rime, thin white coating of ice crystal; T.: kırç, kırağı) и.
Ағас башына боҙланып ҡатҡан ҡар; лүшә, йүшә, бәҫ. □ Снег, заледеневший на деревьях, иней. Юша ағас башына ҡатҡан. ■ Ағас араларында унда-бында сәскә атҡан муйылдар куренгеләй, муйыл сәскәһе ҡышҡы юша ҡаплаған төҫлө ап-аҡ. Ж. Кейекбаев.
ЮША III (Р.: лось; И.: elk; T.: mus) и. диал. ҡар. мышы I.
Боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны. □ Лось. / Лосиный; лосёвый. Юша балаһы. Ата юша.
ЮШАН I (Р.: сонливый; И.: sleepy, somnolent; T.: uykucu) с.
Йоҡомһорап ҡына йөрөүсән (атҡа ҡарата). □ Сонливый, дремлющий (о лошади). Юшан am.
ЮШАН II (Р.: вероника; И.: veronica, speedwell; T.: yavşan otu) и. бот.
1. Бер төптән өйкөм булып сығып, ергә түшәлеп үҫкән, алабутаныҡына оҡшаш башлы, япраҡһыҙ үлән (йылҡы яратып ашай). □ Вероника (многолетнее травянистое растение со стелющимся ветвистым стеб
лем) (лат. Veronica). ■ Өлкөм-өлкөм юшан да, зәғиф кенә ҡыу улән ҡаплаған, сарсау Төркөстан таҡырҙары, Һарыһыу буйҙары артта ҡалды, ғәскәр иге-сиге юҡ Урта далаға инде. Ә. Хәкимов. Куҙҙәреңдә кукшел юшан төҫө булғанға курә ҡушҡайным һиңә шул исемде. Т. Ғарипова.
2. Аҡ әрем. □ Полынь горная (лат. Artemisia montana). Юшан Ҡытайҙа, Япөнияла, Рәсәйҙә уҫә. М Бында ни, ҡола дала, ҡоро татыр әрем дә юшан, ағасы яланғас, уҙә-ге йәмһеҙ, һыуы тәмһеҙ, һ. Дәүләтшина. Юшан — ялан әреме — сәскә ата. Ғ. Хисамов. Устарымда ята шәлкем юшан - алыҫтағы далам буләге. Ҡ. Аралбай.
ЮШАНЫУ (юшан ) (Р.: дремать; И.: doze, пар; T.: uyuklamak) ҡ.
Йоҡомһорау. □ Дремать (о лошади). Юшанып ятҡан ат.
ЮШАУ I (юша-) (Р.: дремать; И.: doze, пар; T.: uyuklamak) ҡ.
1. Ашап туйғас, йоҡомһорап ял итеү. □ Дремать (обычно о лошадях). Йылҡы юшай. ■ Барлы-юҡлы малдары баштарын буран ығына һалып юшап торалар. Ғ. Дәүләтшин. Йәйге эҫелә, көн уҙәгендә мал куләгәлә юшай. Ж. Кейекбаев.
2. Үлән ашау (йылҡы малына ҡарата). □ Щипать траву. Атты юшарға ебәреу. ■ Улар [аттар] төҫтәре менән генә тугел, ҡылыҡтары менән дә тап килгәндәр ине: йәй буйы ябағалары ҡойолмай, ялбырап йөрөйҙәр; уҙҙәре, ҡайҙа ғына ебәрмә, бер-береһен табышып, гел бергә юшайҙар. Б. Бикбай. Болондарҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылҡы юшай, айыры тояҡ мал утлай. С. Бәҙретдинов. Туғайҙарҙа йылҡы юшайҙыр. В. Исхаҡов. Бәләкәй генә йоморо ай туры атым таң алдынан тороп юшайҙыр. Халыҡ йырынан. • Аҙамат ирҙең билдәһе — аҙ һөйләр ҙә куп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе — аҙ уртлар ҙа куп юшар. Мәҡәл.
ЮШАУ II (Р.: луг; И.: meadow; Т.: çayır) и.
Болон, көтөүлек. □ Луг, пастбище. Йылҡы юшау ы.
403