Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 404


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЮШ КИЛЕҮ
ЮШ КИЛЕҮ (юш кил-) (Р.: исполняться (о предсказаниях); И.: be fulfilled; T.: gerçekleşmek) ҡ.
Юрауҙың тап килеүе, тормошҡа ашыуы. □ Исполняться (о предсказаниях). Юрағаның юш килһен. М Теләгән теләктәре ҡабул булмаһа ла, юрағаны юш килде — Гөлйы-һандан ғумер буйы һынау алды сабырлыҡ. Т. Ғарипова. Сәләхтең юрағаны юш килде. М. Садиҡова.
ЮШҠЫН (Р.: накипь; И.: scum; scale; T.: kazantaşı, köpük) и.
1. Берәй һауыт эсендә ҡайнаған һыуҙың иремәй ҡалған тоҙҙар йыйылмаһы. □ Накипь, осадок. Юшҡын ултырыу. ■ Самауыр ҡайнатһаң — юшҡыны ултырмай, кер йыуһаң, һабынһыҙ ҙа ағарта хатта. Ш. Янбаев. Әсәһе гел генә ошо шишмәгә йөрөргә ғәҙәтләнгән, һыуы самауырға һәйбәт, ти. Юшҡын да ултырмай. Д. Бүләков. Ылауҙар, куптән ҡаҙылғанлыҡтан юшҡын баҫып, улән ҡаплап, тигеҙләнеп бөтә яҙған иҫке канау аша юлдан сыҡты ла, Мирхәйҙәр бабайға ҡарай йунәл-де. И. Ғиззәтуллин. • Ташҡыны ҡайтһа ла, юшҡыны ҡалыр. Мәҡәл.
2. кусм. Нимәнәндер күңелдә, хәтерҙә ҡалған ауыр тәьҫир. □ Тяжёлое чувство, остающееся в памяти после каких-н. событий. ■ Куңелгә ниндәйҙер юшҡын яғылып ҡалғандай булды. С. Шәрипов. Куҙ йәше
куңелдәге юшҡынды йыуа, тиҙәр. Ә. Хәкимов. Йөрәктәге бик куптәнге юшҡындар аҡрын ғына ҡуҙғалып, ҡыбырлап ҡуйҙы. Ғ. Лоҡманов.
ЮШҠЫНЛАНЫУ (юшҡынлан-) (Р.: осесть; И.: sag; form scum; T.: kazantaşı oturmak) ҡ.
1. Юшҡын (1) ултырыу. □ Осесть, образовать осадок (о накипи). Самауыр юшҡын-ланған. I! Шулай була бит, япраҡтарға емелдәп ысыҡ төшә, ҡояш сыҡҡас, ул кибә, ләкин унда беленер-беленмәҫ кенә булып .. юшҡынланыу эҙе ҡала. Ғ. Лоҡманов.
2. кусм. Нимәнәндер күңелдә, хәтерҙә ауыр тәьҫир ҡалыу. □ Оставлять тяжёлый, тягостный след (в душе); зачерстветь (от грубости людей, от беспощадности судьбы). ■ Ошо бер бит ҡағыҙ, тылсымлы дауа кеуек [Котлобаевтың] юшҡынланған куңелен йыуҙы ла ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Газета килтергән яңы шатлыҡлы хәбәрҙәр йөрәктәрҙе йылытып, юшҡынланған куңелдәрҙе иретеп ебәрә торғайны. Ф. Әсәнов.
ЮШҠЫНЛЫ (Р.: с накипью; И.: with a scum; T.: memluh) с.
Юшҡыны булған (һыу ҡайнатыла торған һауыт эсенә ултырған минераль тоҙ ҡатламы булған). □ С накипью, засоленный, немягкий. Юшҡынлы сәйнук. Юшҡынлы һыу.
Я I [йа] (Р.: сорок вторая буква башкирского алфавита; И.: the forty-second letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin kırk ikinci harfi)
Башҡорт алфавитының ҡырҡ икенсе хәрефе. Я хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә лә, рус теленән алынған һүҙҙәрҙә лә һүҙҙең төрлө урынында (башында, уртаһында, аҙағында) яҙылырға мөмкин. Һүҙ башында, һүҙ уртаһында һуҙынҡыларҙан һуң [йа] өн ҡушылмаһын белдерә: яға, ҡуян, ҡая; тый — тыя, ҡуй — ҡуям; ядро, соя; һүҙ аҙағында нәҙек тартынҡынан һуң килеп, [а] өнөн белдерә: кухня. Ҙур (баш) хәреф — Я,
бәләкәй — я формаһында яҙыла. □ Сорок вторая буква башкирского алфавита. «А»нан «я»ға тиклем.
Я II (Р.: о!; И.: о!; Т.: ау!) ымл.
Көслө тойғо менән Аллаға мөрәжәғәт иткәндә әйтелә. □ О! (употребляется для усиления эмоционального значения высказывания). Я Раббым\ Я Хоҙа! К [Сыуаҡай әбей:] Я Хоҙай, туҙем бир беҙгә, гөнаһлы бәндәләреңә. 3. Биишева. [Илья Борисович:] Я Раббым! Ни эшләп былай килеп сыҡты һуң әле ул? Ә. Вәли.
ЯБАҒА (Р.: шерсть-линька весенняя; И.: moult, exuviation; T.: baharda dökülen tüy) u.
404