ЯБАЙ
1. Йылҡы малының яҙ ҡойған йөнө. □ Шерсть-линька весенняя (о животных). Ябаға ҡойоу. Ябағанан әүәләп туп яһау. М Киндер алъяпҡыс бәйләгән ағайҙар, бағанаға бәйләп, шат күңел менән аҙбарҙары алдында ябағалары ҡалҡҡан аттарын ҡырғыслай. Р. Ғабдрахманов. Бала-саға, йондоҙҙар ҡалҡҡансы, ат уйнаған, әбейҙәр, һыйыр ябағаһын йолҡоп, кейеҙ туп әүәләгән. И. Абдуллин. Улар [аттар] төҫтәре менән генә түгел, ҡылыҡтары менән дә тап килгәндәр ине: йәй буйы ябағалары ҡойолмай, ялбырап йөрөйҙәр; үҙҙәре, ҡайҙа ғына ебәрмә, бер-береһен табышып, гел бергә юшайҙар. Б. Бикбай.
2. Яҙ тыуған ҡолондоң көҙҙән алып йәше тулғанға тиклемге осоро. □ Жеребёнок до года. Ябаға тай. М Ҡолондарҙы, ябағаларҙы уртаға алығыҙ, ҙурҙар, баштарығыҙ менән түңәрәктең эс яғына ҡарап, ҡойроҡтарығыҙ менән түңәрәктең ситенә боролоп баҫығыҙ. С. Агиш. • Ябағаны хурлама, яҙға сыҡһа, тай булыр. Әйтем. Ябағаны яуға менмә, яманға ҡыҙың бирмә. Мәҡәл. Ябағаны, ялы бар тип, һатып алма, яманды, малы бар тип, яҡын ҡылма. Мәҡәл.
3. диал. Ярлы кеше, ярлы-ябаға. □ Бедняк. Ябағалар күбәйҙе.
ЯБАҒА ТАЙ и. ҡар. ябаға 2. Ябаға тай — яман тай, яҙға сыҡһа, ат булыр; яманлығы һиҙелһә, яҡын кеше ят булыр. Мәҡәл.
ЯБАЙ I (Р.: простой; И.: simple, ordinary; T.: basit, adi) c.
1. Башҡаларҙан бер нисек тә айырылып тормаған; ғәҙәти, ғади. □ Простой, несложный. Ябай кейем. Ябай өй. Ябай һандыҡ. Ябай ян. ■ Был бүлмә шул тиклем ябай, хатта килгәндәр өсөн ултырғыстары ла юҡ, Шәриф менән Мулланур ҙа аяғөҫтө ҡалды. Р. Байымов.
2. Һәр ваҡыт була, осрай торған, ғәҙәттәге. □ Обыкновенный, простой. Ябай күренеш. Ябай тормош. Ябай хәл. Ябай микроскоп. Ябай ҡорамал. К Договорға ҡултамға һалыр ваҡыт етте. Шунан ул ябай яҙыу хәленән сығып, юридик көскә эйә булған бер документҡа әйләнәсәк. К. Мәргән, һәр яңы көн килеү менән тыуған ауылым үҙенең ябай, ләкин өлөшлө хеҙмәтен башлай. Ҡ. Аралбай.
3. Төҙөлөшө, составы ҡатмарлы булмаған. □ Простой. Ябай матдәләр. Ябай үҫемлек. Ябай эзбизташ. Амёба — ябай йән эйәһе. ■ Ә саҡматаш тупаҫ, ябай ғына, әгәр һуҡһаң, эстән ут сыға. X. Ғиләжев. Мәмерйәлә саҡматаштан яһалған ябай ҡоралдар бар. Д. Бураҡаев. Быуаттарҙың соғоллоғо һеңгән ошо ике ябай ҡоралға [ураҡ менән сүкешкә]. Р. Ғарипов.
4. махс. Составы буйынса бер генә төрлө, ҡатмарлы булмаған. □ Простой. Ябай кәсер. Ябай һан. Ябай һөйләм. Ябай һүҙ.
5. Аңлауға ҡатмарлы, ҡыйын булмаған, үтәүгә, башҡарыуға еңел булған. □ Простой, несложный. Ябай ысул. Ябай эш. Ябай тел. Ябай юл менән сиселгән мәсьәлә. ■ Эй, илһамлы, ябай, ихлас телем. С. Кулибай. Ябай ғына тойолған шиғыр йәки хикәйә, ул уҡығанда, икенсе төҫ ала, тотоп ҡарарлыҡ хәлгә килә һәм әлегә тиклем беҙгә һиҙелмәгән үҙенә бер төрлө музыка менән яңғырай башлай ине. Ә. Вәли.
6. Төп массанан өҫтөн тормаған, дәрәжәһе булмаған. □ Простой. Ябай һалдат. В Ябай халыҡ Өйрәнсеккә ышанған. Уның насарлыҡтарын онотҡан, ғәфү иткән. 3. Биишева. Ул [Лебедев] төптән, ябай эшсенән күтәрелеп, үҙенең тырышлығы арҡаһында күп тәжрибә туплаған һәм беренсе класлы мастер исемен алыуға ирешкән кеше. К. Мәргән. Ябай тракторист ҡына ла түгел — механик, ябай механик ҡына ла түгел — рационализатор! Ғ. Әхмәтшин. Бына ошо ябай ауыл ҡатыны [Мәфтуха] .. эштән бушыраҡ кистәрҙә күрше-тирәләге етем ҡатындарҙың, ирҙәре фронттан ҡайтмаған һалдаткаларҙың күңелдәрен күтәрә .. ине. X. Кәрим.
7. Затһыҙ, сифатһыҙ. □ Простой, обыкновенный. Ябай металды алтынға өйләндереү. М Ниңә тейеш ҡәһәрләнергә гел бөтә ябай хеҙмәт. Н. Нәжми. Ял, ҡойроғо тулы тип, ябайҙан айғыр алмағыҙ. Ҡобайырҙан.
8. Рәсмилек, эрелек күрһәтмәгән, асыҡ мөнәсәбәтле. □ Бесхитростный, невысокомерный, открытый. Ябай кеше. ■ Бабич ул, бер ҡараһаң, бик ябай, икенсе ҡараһаң, ғәжәп үҙенсә ҡатмарлы бер кеше ине. С. Агиш.
405