ЯБАЙ
ЯБАЙ II (Р.: просто; И.: simply, merely; T.: basit) р.
Айырылып тормайса, ғәҙәттәгесә; ҡатмарлы түгел; еңел. □ Просто. Үҙеңде ябай тотоу. Ябай ғына итеп ацлатыу. ■ Йәшлек, тормош — бөтәһе лә ябай. Ә һин уны үҙең ҡатмарлайһың. Ҡ. Даян. Ҡурай — ерҙә үҫкән үлән. Бик ябай булыуына ҡарамаҫтан, уға өйрәнеү өсөн ныҡышмалы эш талап ителә. Ғ. Сөләймәнов.
ЯБАЙЛАНЫУ (ябайлан-) (Р.: упрощаться; И.: be simplified; T.: basitleşmek) ҡ. һөйл.
Мөнәсәбәттә ябайлыҡ күрһәтеү, ябай булыу. □ Упрощаться, стать проще. Ябайлана төшөү. ■ Бындай ваҡытта уның [Арыҫландың] олпатлығы юғалып, бөтөнләй ябайланып ҡалғандай була. Ғ. Ибраһимов. Был күренеш Разия өсөн 5—6 көнгә ҡыҙыҡ, серле кеүек тойолһа ла, һуңға табан тиҙ үҙләште, ябайланды. Н. Ҡәрип.
ЯБАЙЛАШТЫРЫЛЫУ (ябайлашты-рыл-) ҡ. төш. ҡар. ябайлаштырыу, страд, от ябайлаштырыу. Механизм ябайлашты-рылды. Өйрәнеүгә еңел булһын өсөн сит телдә яҙылған текстың ябайлаштырылыуы адаптация тип атала.
ЯБАЙЛАШТЫРЫУ (ябайлаштыр-) (Р.: упрощать; И.: simplify, oversimplify; T.: sadeleştirmek) ҡ.
Ябайға (5) әйләндереу, ябай итеү. □ Упрощать. // Упрощение. Телмәрҙе ябайлаштырыу. Яҙманы ябайлаштырыу эше. Ябайлаштырып һөйләү. Ябайлаштырып аңлатыу.
■ Ниңә һәр әйткән һүҙҙе ябайлаштырырға? Р. Байымов. Ябайлаштырып былай аңлатырға була: кешенең һәр уйын үтенес, теләк рәүешендә ҡабул итергә һәм оҙаҡҡа һуҙмай тормошҡа ашырырға. Н. Ғәйетбаев. Ҡайһы берәүҙәр тыныс ваҡыттағы армия тормошон үтә ябайлаштырып күҙ алдына килтерәләр. А. Мағазов.
ЯБАЙЛАШЫУ (ябайлаш-) (Р.: упрощаться; И.: be simplified; T.: basitleşmek) ҡ.
1. Ябайға, ғәҙәттәге бер нәмәгә әйләнеү, ябай булыу. □ Упрощаться. // Упрощение.
■ Баш ҡаланан килгән кешеләрҙәге тәкәбберлек тә айҙан айға, йылдан йылға кәмер,
һәм улар ҙа, провинция кешеләре һымаҡ, ябайлашыр, бер ҡатлыланыр. И. Абдуллин.
2. Ҡатмарлы хәлдән ябайға әйләнеү. □ Упрощаться (превращение из сложного в простое). Хәл ябайлашты. Эшләү ысулы ябайлашты. Яҙманың ябайлашыу ы. М Шул [1848] йылдан башлап Рәсәйҙә лә почта эше бер аҙ ябайлаша башланы. Ғ. Ғисмәти.
ЯБАЙЛЫҠ (ябайлығы) (Р.: простота; И.: simplicity, absence of complexity; T.: basitlik) и.
1. Айырылып тормаған, ғәҙәттә була торған нәмәгә хас сифат. □ Простота. Кейемдең ябайлығы. Көндәге тормошҡа хас ябайлыҡ.
2. Ябай (5) булған хәл. □ Простота. Мәсьәләнең ябайлығы. Эш ябайлығы.
3. Ябай (8) булыу сифаты. □ Простота, бесхитростность. Ябайлыҡ күрһәтеү. Эскерһеҙлек һәм ябайлыҡ менән айырылып тороу. ■ Б. Бикбайҙың бөтә торошонда ябайлыҡ, ихтирамлылыҡ булыу өҫтөнә ниндәйҙер күҙгә артыҡ бәрелмәгән зыялыйлыҡ, зирәклек бар. Ә. Вахитов. Ҡыҙҙың йылы һүҙе, ябайлығы уның [Ишбулдының] күңел йәрәхәтенә шифа булды. Ғ. Аллаяров. Был хикәйәттәрҙең көсө лә ошо ябайлыҡта, тормошсан дөрөҫлөктә ята ла шикелле. 3. Биишева.
ЯБАҠ (ябағы) и. диал. ҡар. ябаға 2. М Сөнәғәттең атаһы үлгәс, мираҫ бүлешкәндә, уға тейгән «йылҡы орлоғо» саптар ябаҡ Ғилаж аҙбарына барып инеп, башы-тояғы менән Ғилаж малы булып китте. Ж. Кейекбаев.
ЯБАЛАҠ (ябалағы) (Р.: сова; И.: owl; Т.: baykuş) и. зоол.
1. Йомро башлы, ҙур түңәрәк күҙле, сыбар ҡауырһынлы төнгө йыртҡыс ҡош. □ Сова (лат. Ulula). / Совиный. Кауылдаҡ ябалаҡ. Аҡ ябалаҡ. Бесәй башлы ябалаҡ. Ҡарсыға ябалаҡ. Өкө ябалағы. Һаҙ ябалағы. Һоро ябалаҡ, һупай ябалағы, һыҙғыр аҡ ябалаҡ. Ябалаҡ ояһы. Ябалаҡ ухылдау ы. Н Сиңерткәләр һаман серелдәшәләр һәм, ҡош-ҡортто ҡурҡытып, ябалаҡтар ҡысҡыралар. Ә. Бикчәнтәев. Гәүһәр апайға әйтәбеҙ ҙә бөгөн төндә, кеше аяғы һил булғас, ябалаҡтар ауларға барабыҙ, — тине Юлай. И. Ғиззәтуллин. Ябалаҡ ҡош маҡтанһа, ярҙан сысҡан алдым, тир. Ҡобайырҙан. •
406