ЯБЫҒЫУ
Ябалаҡ аҫрап ҡош сөйгән — ауға сығып ҡо-таймаҫ. Мәҡәл. Ябалаҡҡа көндән төн яҡты. Әйтем. Ябалаҡты һыйпау менән шоңҡар булмаҫ. Әйтем. Торна оятын оятлап, ябалаҡ урманға ҡасҡан. Мәҡәл. Сәпсек ҡоторһа, ябалаҡҡа ташланыр. Мәҡәл. Ябалаҡтың йөнө куп, арыҫландың ялы куп. Мәҡәл. Шоңҡар юҡта ябалаҡ майҙан тота. Әйтем.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, Сөләймән пәйғәмбәрҙең илсеһе булған ҡош. □ Сова (по поверьям башкир, посланник пророка Сулеймана). ■ Бәләкәй ябалаҡ «һуҡ» тип ҡысҡырһа, Сөләймән пәйғәмбәрҙең илсеһе була, ти. Халыҡ ижадынан. Ялп-ялп иткән ябалаҡ кемгә юлдаш булмаған? Ҡырҙа уҫкән төҙ ҡурай кемгә моңдаш булмаған? Ҡобайырҙан.
3. миф. Әкиәттәге ҡоштар башлығы. □ Сова (царь, предводитель птиц в башкирских сказках). М Ҡыҙрас ҡара урмандағы бөтә ҡоштоң батшаһы булып йәшәгән йөҙ ҙә бер йәшлек ябалаҡты .. тотоп ала. Әкиәттән.
ЯБАЛАҠ(ЛЫ) ҠАР (Р.: снег хлопьями; И.: large snow flakes; T.: lapa lapa kar) и.
Эре күҙле йомшаҡ ҡар. □ Снег хлопьями; снежные хлопья. В Ябалаҡ ҡар һаман яуа. Ә. Бикчәнтәев. Урамда ябалаҡ ҡар төшөп тора. Яр. Вәлиев. Улар [Фатима менән Ҡадир] кинонан сыҡҡан саҡта эре ябалаҡлы ҡар тын ғына яуа ине. Б. Бикбай.
ЯБАЛАҠЛАУ (ябалаҡла-) (Р.: идти хлопьями; И.: snow (in large flakes)', T.: lapa lapa kar yağmak) ҡ.
Эре, йомшаҡ күҙле булып яуыу (ҡарға ҡарата). □ Идти хлопьями (о снеге). ■ Тышта ябалаҡлап йылы, епшек ҡар яуа.
3. Биишева. Рәмзиә таушалып барған нескә билле пальтоһын иңенә һала-һала, Мәҙинә артынан эйәрҙе. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа. X. Зарипов.
ЯБАЛАҠЛЫ (Р .: название детской игры; И.: name of a children’s game; T.: çocuklar oyununun adı) и.
Уйын исеме (бер бала «ябалаҡ», ҡалғаны «ҡош» була; уйынды алып барыусы: «Көн!» — тиһә, «ябалаҡ» йоҡлай, э «ҡоштар» уйнай; ул: «Төн!» — тиеугә «ябалаҡ» һикереп тора, ҡоштар шып туҡтап ҡалырға тейеш;
өлгөрмәгәнен «ябалаҡ» ала). □ Название детской игры. Ябалаҡлы уйнау.
ЯБАЛДАШ I (Р.: низкий; И.: undersized, scrub; T.: cüce, kısa boylu) с. ҡар. япалдаш.
Тәбәнәк. □ Низкий, низкорослый, приземистый. Ябалдаш ҡарағай. Ябалдаш ағас. Ябалдаш ой.
ЯБАЛДАШ II (Р: крона дерева; И.: crown of a plant; T.: ağas taç) и.
Ағастың өҫкө осо, өҫкө яғы; сатыр. □ Крона дерева, Бер ҡарағанда, әллә нәмәһе лә юҡ кеуек, әммә байып барыусы ҡояштың киске нурҙары тирә-йунгә шундай һирпелгән, шыршының бурек-бурек булып торған ябалдашын шундай балҡытып ебәргән. X. Зарипов. Урамға сыҡҡас, .. ҡарама ағастарының ябалдаштарына ҡарап алды ла бөтөнләй икенсе тон менән һуҙ башланы [Владимир Ильич]. Ә. Әһлиуллин.
ЯБАЛДЫРЫШ с. диал. ҡар. япалдаш. Ябалдырыш ағас. Ябалдырыш өй.
ЯБАУЫЛ (Р.: набег; И.: raid, foray; T.: akın) и.
Яу менән килгән ғәскәр һәм шул ғәскәрҙең һөжүме. □ Набег; нападение, наступление; атака. Ябауыл яһау. В [Арыҫлан] дәррәу генә ябауыл яһау өсөн, сиреуҙәге уң ҡулды Ырғыҙ тамағы аша, һул ҡулды Ҡара кеше тауы итәгенән уткәреп, урта ҡулды туп-тура завод ҡорғанына йунәлтте. Ғ. Ибраһимов.
ЯБРАИЛ [ғәр. Азраил; И.:
Azrael; T.: Azrail) и. ҡар. Ғазраил.
(баш хәреф менән) Алла һүҙҙәрен яҙып, Мөхәммәткә ишеттереп торған фәрештә. □ Азраил, ангел смерти. Ябраил фәрештә. ■ Шулай Ябраил ғәләйһиссәләм атабыҙ әҙәм ғәләйһиссәләм эргәһенә килгән дә: «Әй, әҙәм! Аллаһы Тәғәлә һиңә өс нәмәне биреп ебәрҙе. Аҡыл, оят, иман тип атала улар. Шуларҙың береһен һайлап алһын, тине», — тигән. Т. Ғарипова. Төштө ул зат ергә: ул бер ҡош икән .. Торҙолар ләм йәлтәфит шайтан иле; әммә ул зат ҡош тугел, Ябраил ине. Ш. Бабич.
ЯБЫҒЫУ (ябыҡ-) (Р.: худеть; И.: lose weight, slim; T.: zayıflamak) ҡ.
Ит-май кәмеп, тән йоҡарыу; ҡаҡсаға әйләнеү. □ Худеть, похудеть, тощать, истощать-
407