Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 408


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯБЫҒЫШЫУ
ся, терять в весе. // Истощение. Ауырып ябығыу. Ябығып китеү. Бик ныҡ ябығыу. Ябыға төшөү. Матур итеп кенә ябығыу. Ҡанда гемоглобин әҙәйгәндә, ныҡ ябыҡҡанда гематоген ҡулланыла. Н Мин үҙем дә бер аҙ ябығыуҙы мәғҡул күрер инем. Ғ. Ибраһимов. Ә мин һаман ябығам. Бәлки, һағыныуҙан шулай сауығамдыр. С. Әлибай. Аҙна-ун көн буйына Салиха тамағына ашаманы, ябыҡты, күҙҙәре өңрәйеп, эскә батты. Ж. Кейекбаев. Ғишыҡ уттарында янып-көйөп, ҡауышыр көнөм уйлап ябыҡтым. Халыҡ йырынан.
ЯБЫҒЫШЫУ (ябығыш ) ҡ. урт. ҡар. ябығыу, взаимн. от ябығыу. Малдар ябы-ғышып бөткәндәр.
ЯБЫҠ I (Р.: закрытый; И.: closed, shut; T.: kapalı) с.
1. Ябып ҡуйылған, ябылған (асмалы нәмәләргә ҡарата); киреһе — асыҡ. □ Закрытый, запертый. Ябыҡ ишек. Ябыҡ һауыт. Я Ябыҡ ишектәрҙең һул яғындағыһына — «Беренсе секретарь», уң яғындағыһына — «Икенсе секретарь» тип яҙылған. Ғ. Аллаяров.
2. Бикле, йоҙаҡлы, эшләмәгән. □ Закрытый (на ключ), запертый. Ябыҡ касса. Ябыҡ баҙар. Я Магазиндар, танса майҙансыҡтары, ябыҡ клубтар. И. Абдуллин.
3. Ҡаплаулы, асыҡ түгел. □ Закрытый, глухой. Ябыҡ яға. Ябыҡ күлдәк.
4. Нимәлер менән ҡапланған, ябылған; көбө, ябыуы булған. □ Крытый, закрытый; имеющий навес. Ябыҡ лапаҫ. Ябыҡ машина. Ябыҡ орлоҡло үҫемлектәр. Я Айырма шунда ғына: ябыҡ түбә аҫтында түгел уның трактор-станогы, ә ҡырҙа — ыҙан буйында. Й. Солтанов.
5. Бер кешегә лә ҡатнашырға, танышырға рөхсәт ителмәгән; айырым кешеләр өсөн генә тәғәйенле булған. □ Закрытый; доступный не для всех. Ябыҡ йыйылыш. Ябыҡ суд. Мәсьәләне ябыҡ ултырышта ҡарау. Я Төштән һуң уҡ партия ойошмаһының ябыҡ йыйылышын йыйырға ҡуштылар. Ә. Вәли. Был район «ябыҡ зона» һаналды һәм һәр йорт, һәр кеше гестапо һәм полицайҙар күҙәтеүе аҫтында торҙо. И. Абдуллин.
6. мед. Тыштан беленмәгән, асыҡ күренеп, һиҙелеп тормаған. □ Закрытый (внутренний, скрытый). Туберкулёздың ябыҡ формаһы.
ЯБЫҠ II (Р.: худой; И.: lean, thin, skinny; T.: zayıf, arık) c.
Май ҡатламы булмаған, йоҡа тәнле; киреһе — һимеҙ. □ Худой, тощий, истощённый, исхудалый. Ябыҡ мал. Ябыҡ ит. Ябыҡ йөҙлө. Ябыҡ сырайлы. Ябыҡ кеше. Я Беләм инде ябыҡ төҫтәреңдән һалҡын ҡисмәт һине иҙгәнен. X. Ғәбитов. Сиктән тыш ябыҡ, елкәләре сейләнгән аттарға ҡарап тороуы имәнес ине. А. Абдуллин. Төргәктәр өҫтөндә, мөлдөрәшеп ҡарап, ябыҡ ят кешеләр ултыра. Р. Низамов. • Ябыҡ мал яҙға сыҡһа, уйнаҡлар. Әйтем. Ябыҡ булһа ла, йылҡы елеге булһын. Мәҡәл. Ябыҡ итте һигеҙ ҡапҡансы, һимеҙ итте бер ҡап. Мәҡәл.
ЯБЫҠ III (Р.: закрыто; И.: closed, shut; T.: kapalı) р.
1. Бикле, йоҙаҡлы, ябыулы хәлдә. □ Закрыто, в закрытом виде. Ябыҡ тороу. Ябыҡ тотоу. Ябыҡ булыу. Клуб ябыҡ тора. Я Тәҙрәләр ябыҡ, ҡапҡалар бикле, ауыл тамам ташландыҡ бер хараба хәлендә ине. М. Ғафури. [Камал — Йәғҙәгә:] Юлдар ябыҡ минең өсөн. А. Абдуллин. Аласыҡтың алғы ишеге бикле, тәҙрә ҡапҡасы ябыҡ ине. М. Кәрим. Күтәрмәң бейек, менә алмам, ишегең ябыҡ, керә алмам. Сеңләүҙән.
2. Эш ваҡыты бөткәнде, эш тамамланғанды белдерә. □ Закрыто; прекращено что. Кибет ябыҡ икән. Я Әмирханов .. ишектәге ҡатырғаның «магазин ябыҡ» тигән яғын әйләндереп ҡуйҙы. С. Агиш. [Саттар:] Бар, бар, сығығыҙ инде, сығығыҙ! Сход бөттө, сход ябыҡ. һ. Дәүләтшина. • Ат булһа, майҙан табыла; ат булмаһа, майҙан ябыла. Мәҡәл.
ЯБЫҠ ИЖЕК (Р: закрытый слог; И.: closed syllable; T: kapalı hece) и. лингв.
Тартынҡы өнгә бөткән ижек. □ Закрытый слог. Ябыҡ ижекле һүҙҙәргә миҫалдар: ат-тар, өҫ-тәл-дәр, ҡай-маҡ.
ЯБЫҠЛАУ (ябыҡла-) ҡ. диал. ҡар. ябығыу. Кыҙым ябыҡлау өсөн әллә нәмәләр ашай. Малдар ябыҡлап китте. Я Ярай әле
408