Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 409


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯБЫНДЫРЫУ
яҙ көнө өңдән ябыҡлап сыҡҡан йыртҡыс һимереп өлгөрмәгән, тирене тунау шуға күрә артыҡ ҡыйын түгел, ырап ҡына бара. Н. Мусин.
ЯБЫҠЛЫҠ (ябыҡлығы) (Р.: худоба; И.: leanness; angularity; T.: zayıflık, arıklık) и.
Ябыҡ (II) булған хәл. □ Худоба, худощавость, истощённость, исхудалость. Малдың ябыҡлығы. ■ [Сабир:] Һимеҙлек тә, ябыҡлыҡ та кеше өсөн иң мөһиме түгел, Ғәйшә. Б. Рафиҡов. Кешеләр ҡояшҡа янып ҡарайып, ябыҡлыҡтан сикә һөйәктәре сурайып сыҡҡан биттәрен алға һуҙып, үҙҙәренең сираттарын көтәләр, һ. Дәүләтшина.
ЯБЫҠТЫРЫУ (ябыҡтыр-) (Р.: истощать; И.: deplete; T.: zayıflatmak) ҡ.
1. Ит-майын кәметеп ябыҡ хәлгә килтереү. □ Истощать, делать тощим, худым. Ашатмай ябыҡтырыу. Малды бикле тотоп ябыҡтырыу. Я Их, малҡай, нисек ябыҡтырғандар һине! А. Абдуллин. Киреһенсә, дымлы һауа кешене ябыҡтыра, тиҙәр. Р. Камал.
2. эйһ. ф. ҡар. ябығыу. Ауырыу ябыҡтырҙы. Юлда ябыҡтырҙы.
ЯБЫҠ ХАТ (Р.: закрытое письмо; И.: closed letter; T.: kapalı mektup) и.
1. Конвертҡа һалып айырым кешегә тәғәйенләп ебәрелгән хат. □ Закрытое письмо (в конверте). Ябыҡ хат менән ебәреү.
2. Билдәле бер төркөм кешеләр тарафынан ғына уҡылырға тейешле рәсми хат. □ Закрытое письмо. Хөкүмәткә ябыҡ хат килеп төштө.
ЯБЫЛМАЛЫ (Р.: закрывающийся; И.: with a lid; T.: kapamalı) с.
1. Ябыла торған, ҡапҡаслы. □ Закрывающийся, с крышкой, имеющий крышку. Ябылмалы һауыт. Ябылмалы парта. Ябылмалы ҡапҡас. Ябылмалы люк.
2. Асылмалы-ябылмалы, йыйылмалы-яҙылмалы. □ Складной. Ябылмалы бәке.
ЯБЫЛЫР-ЯБЫЛМАҪ I (Р: полуза крытый; И.: half-closed; T.: yarı kapalı) с.
Ябылып бөтмәгән, яртылаш ябылған. □ Полузакрытый, неплотно закрытый. Ябылыр-ябылмаҫ ишек.
ЯБЫЛЫР-ЯБЫЛМАҪ II (Р.: полуза крыто; И.: half-closed; T.: yarı kapalı) р.
Ябылып бөтмәгән хәлдә, яртылаш ябылған рәүештә. □ Полузакрыто, неплотно закрыто (о чём-л.) Ябылыр-ябылмаҫ тороу.
ЯБЫЛЫУ (ябыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ябыу I, 1. страд, от ябыу I,
1. Ябылмай ҡалған ишек. Ситлеккә ябылған ҡош. Түбә шифер менән ябылған. Өйҙәрҙең ҡыйығы профнастил менән ябылған. ■ Бәләкәй ҡапҡа ябылды, шалт-шолт бикләнде. И. Абдуллин. Мастерскойҙың оҙайтылған башында стеналары әҙер булһа ла, түбәһе ябылмағайны әле. Ә. Вәли.
2. Эш ваҡыты бөтөү, эштән йәки ғәмәлдә булыуҙан туҡтау (предприятие, учреждение һ. б. ҡарата). □ Закрываться. // Закрытие. Магазин ябылды. ■ Кискә табан, магазин ябылыр алдынан, ҡатынын эйәртеп берәү килде. С. Агиш. Судья суд ултырышының ябылыуы хаҡында белдереү яһағанда иһә Розалияның биттәре буйлап ҡайнар йәш тамсылары ағып китте. X. Зарипов.
3. күсм. Бикләнеү, йомолоу. □ Замыкаться, замкнуться. Ябылып китеү. Үҙеңә генә ябылып йәшәү.
4. Һаҡ аҫтына алыу, төрмәгә ябыу. □ Заключить кого (в тюрьму). // Заключение. Хөкөм ителеп ябылыу. К Атайымдың төрмәгә ябылыуы беҙгә бик ҙур ауырлыҡ килтерҙе. Ф. Иҫәнғолов. Баш күтәреүселәрҙең өс йөҙ етмеш һигеҙе атып, алтыһы аҫып үлтереүгә хөкөм ителә, өс йөҙ илле бер кеше төрмәгә ябыла. Р. Байымов. • Ситлеккә ябылғас, йыртҡыс та йыуашлана. Мәҡәл.
5. Бер-береһенә тейеп, ҡымтылыу, йомолоу. □ Закрываться. // Закрытие. Ауыҙ ябылыу. Күҙҙәр ябылыу. ■ Әле генә шау-гөр килгән йәштәрҙең ауыҙы ябылды, тындары ҡурылды. И. Абдуллин. Шул саҡ Әлмира-ның күҙ ҡабаҡтары леп-леп ябылып ҡуйҙы. Р. Байбулатов.
ЯБЫНДЫРЫУ (ябындыр-) (Р: накрывать; И.: cover; lay; T.: örtmek, kaplamak) ҡ.
Кемдеңдер башына йәки өҫтөнә нимәлер ябыу. □ Накрывать. Яулыҡ ябындырыу. Юрған ябындырыу. ■ [Сәрбиямал] Бибеш-тең теше-тырнағы менән ҡарыулашыуына
409