Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 410


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯБЫНСА
ла ҡарамаҫтан, уның башына көсләп яулыҡ бәйләп, биҙәкле йәшел кешмир шәл ябындырып ҡуйҙы. 3. Биишева. Өйгә ингәс, еңгәләр Фатимаға яңы күлдәк кейҙерҙеләр, башына яңы яулыҡ, шәл ябындырҙылар. Ж. Кейекбаев. Быйылғы ҡарҙың күплеген әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел: тау араларын, үҙәк, йылға, соҡор-саҡырҙарҙы, өшөмәһендәр тигәндәй итеп, аҡ юрғанға ябындырыуы ғына етмәй, ҡарағайлы ҡалын ҡара урмандың ағастарын да бөркәгән. Ғ. Дәүләтшин.
ЯБЫНСА (Р.: плащ-накидка; И.: cloak; T.: manto) и.
Яурынға һалып ҡына кейә торған, башлыҡлы, еңһеҙ йоҡа кейем. □ Плащ-накидка. Иңгә ябынса һалыу. Башына ябынса бөркәнгән. • Ябынса ҡәҙере ямғырҙа беленер. Мәҡәл.
ЯБЫНЫУ (ябын-) (Р.: повязать; И.: put on, wear; T.: giymek, takmak) ҡ.
1. Башҡа ябыу, башҡа бәйләү. □ Повязать, надевать, одевать. Яулыҡ ябыныу. Бөркәнеп ябыныу. Шәл ябынып йөрөү. Бөркәнсек ябыныу. Елән ябыныу. Я Йәнеш тағы тап Сәрбиямал булып'. «Кешмир яулығыңды ябын», — тине. 3. Биишева. • Яулыҡ ябынғандың барыһы ла ҡатын түгел. Мәҡәл.
2. Өҫкә ябыу, өҫкә ҡаплау. □ Накрываться, покрываться, укутываться, прикрываться. Ябынып ятыу. Ябынмай йоҡлау. Баштан-аяҡ ябыныу. Юрған ябыныу. ■ Өлкәнерәк ағай толобон ябынып, санаға менеп ултырҙы. Р. Байбулатов. Бына бөгөн дә улар Ҡыҙырас менән икәүләп, .. икеһе бер юрған ябынып яттылар. 3. Биишева. • Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә. Мәҡәл. Убыр китте — урыны ҡалды, ябынырға туны ҡалды. Мәҡәл.
3. күсм. Төрөнөү, сорналыу; ҡапланыу. □ Окутываться; покрываться. Тирә-яҡ алһыу пәрҙә ябынды. Ҡайындар аҡ шәлен ябынды. ■ Ер оҙаҡҡа һалҡын аҡ юрғанын ябыныр. И. Абдуллин. Иң элек йорт алдарындағы суҡ муйылдар аҡ яулыҡ ябына. Яр. Вәлиев. Әйҙә бергә уҡыйбыҙ, — тине Нурҙидә һәм сәйҙә эленеп торған халатын алып ябынды. Ә. Вәли.
ЯБЫРЫЛДЫРЫУ (ябырылдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ябырылыу, понуд. от ябырылыу. ■ Атаман Емельян Иванович, Яйыҡ ҡаласығын баҫып алған кеүек еңел еңеүгә ирешә-сәгенә ышанып, килгән ыңғай уҡ армияһын Ырымбурға ябырылдырҙы. М. Ғиләжев. Беҙҙең артиллерия, уларҙы яҡ-яҡтан кәртәләп, хәҙер үҙенең утын немец оборонаһының бөтә тәрәнлегенә ябырылдырғайны инде. Д. Исламов.
ЯБЫРЫЛМА (Р.: лавина; И.: snowslide, avalanche; T.: çığ) и.
1. Tay баштарынан шыуып төшә торған ҙур-ҙур ҡар ишелмәләре. □ Лавина. Ҡар ябырылмаһы.
2. күсм. Күмәк булып, өйкөлөшөп хәрәкәт иткән төркөм. □ Лавина. Ғәскәр ябырылмаһы.
ЯБЫРЫЛЫУ (ябырыл ) (Р.: бросаться; И.: assault, attack; T.: saldırmak) ҡ.
1. Күмәк булып, өйкөлөшөп хәрәкәт итеү; ҡайҙалыр йүнәлеү. □ Бросаться, набрасываться, накидываться; налетать. Ашҡа ябырылыу. Балалар өҫтәл эргәһенә ябырылды. Халыҡ баҙарға ябырылды. Эшселәр ябырылып эштән сыға. ■ Ул арала ауыл өҫтөнә бына-бына ишелеп төшөрҙәй тойолған ҡуйы ҡара болоттар ябырылды. А. Абдуллин. Концертҡа халыҡ ябырылып килә. 3. Биишева. [Сәлисә:] Егеттәр, ҡыҙҙар, хәҙер инде компотҡа ябырылығыҙ! Р. Байбулатов. Кис булыу менән ауылға төрлө яҡтан ябырылып мал төшә. С. Ҡудаш.
2. күсм. һөйл. Күп, мул булыу, тирә-яҡты ҡаплап алыу. □ Покрыть, закрывать. Ябырылып үҫкән еләк. Урман ауылға ике яҡтан да ябырылып килә. ■ Тауыҡ кетәгендәй ваҡ ҡына өйҙәр, өҫтәренә урман ябырылып тороуға ҡарамаҫтан, түбәһе ябыуһыҙ ҡыйыҡтар... 3. Биишева.
3. Күп һанда килеп баҫыу, нимәгәлер күмәкләшеп ташланыу. □ Броситься, кидаться, напасть, обрушиваться. // Нашествие, нападение. Саранча ябырылыу. Ҡоштар игенгә ябырылды. Турғайҙар әллә ҡайҙан һиҙеп ҡалалар, уларҙың да тамағы ас, күрәһең, ябырылырға ғына торалар. Ш. Янбаев. Казактарҙың һыбайлылары ла, йәйәүлеләре
410