ЯБЫУ
май ине. X. Мохтар. Батша властарының тимерлектәрҙе ябыу, ҡорал сукеуҙе тыйыу тураһында сығарған ҡарарҙарынан аҙаҡ, бындай эшкә тотоноу ҙа ҡурҡыныс ине, сонки бындай эш өсөн һөргөнгә оҙаталар. Н. Мусин. Унан һуң ҙур баҙарҙа эштәр рәтләнеп китһә, был лавканы бөтөнләй ябыу ҙа ҡыйын булмаҫ. М. Ғафури.
6. Барышын туҡтатыу, тамамлау. □ Закрыть, завершить. Йыйылышты ябыу. Бюро ултырышын ябыу. Конференцияны ябыу. М Иң куп эш башҡарған һәм өмәне ябыу тантанаһына иң куңелле йыр өйрәнеп килгән коллектив еңеусе булып таныласаҡ икән. Б. Рафиҡов. Ни эшләмәк кәрәк, эште ябыу ҡайһы берәуҙәрҙең куңеленә хуш килмәгән. X. Зарипов.
7. Индереп бикләү, ҡайҙалыр урынлаштырыу. □ Закрыть, запереть; загонять. Ситлеккә ябыу. Кусте умартаға ябыу. Һуғымлыҡты ябып ашатыу. Солоҡ ябыу. М Йәштәр һунарға йөрөу, солоҡ сабып ябыу, хатта умарта тотоу тураһында уйлап та бирмәй. Н. Мусин. [Зәлифә әбей:] Кус ябыу һеҙҙең эшме ни, балалар? Р. Байбулатов.
8. Һаҡ аҫтына алыу; ултыртыу. □ Заключить, лишать свободы. // Заключение, лишение свободы. Төрмәгә ябыу. ■ Ә был [листовкалар йәбештереу ] — бик хәтәр эш, уның өсөн төрмәгә ябыуҙары ла ихтимал. X. Мохтар. Тәнре хеҙмәтселәрен зинданға ябыу — илгә яңы бәлә саҡырыу! Б. Рафиҡов.
9. Өҫтән ҡаплау, бөркәү. □ Закрыть, накрыть. Башҡа шәл ябыу. Өҫкә юрған ябыу. Йәрәхәткә яра япрағы ябыу. Иген көшөлөн һалам менән ябыу. М Уйылдан уҙенең сапанын, һаҡлыҡ өсөн алған тунын ҡатлап ябынып ятты. Башын ҡалҡытып, йәнә берәй нәмә ҡатлап ябыуҙарын һораны. Н. Мусин.
10. Ҡоролмаға ҡыйыҡ ҡуйыу, ҡоролманы өҫтән ҡаплау. □ Крыть, покрыть. Аҙбар башын ябыу. Калай менән ябыу. Шифер менән ябыу. Бөрөп ябыу. Ҡыйыҡлап ябыу. ■ Өй башын һалам менән ябыу был яҡта хурлыҡ һанала, — ти минең юлдашым. Ә. Вәли. Стеналарҙы кутәреп, башын ябыу — эштең өстән бере генә тиҙәр төҙөуселәр. Ғ. Хисамов.
11. Түшәлеп ҡаплау. □ Закрывать, заслонить, застилать. Йылға өҫтөн томан япты. Ер ябып мал килә. ■ Мин урамды тотош япҡан ҡаҙ уләндәренә кинәнеп баҫа-баҫа, ашыҡмай ғына атланым. 3. Биишева.
12. Ҡаплап ышыҡлап тороу. □ Закрывать, заслонить. Айҙы болот япҡан. ■ Оҙон ғына керпек, һикһән бөртөк, нурлы йөҙҙәреңде ябалыр. Халыҡ йырынан.
13. Ҡаплап хәрәкәтен, ағышын туҡтатыу.
□ Закрывать, перекрывать. // Закрытие, перекрытие. Газды ябыу. Кранды ябыу. Һыу трассаһын ябыу. ■ Моторға нимә булды икән? — Мотор яҡшы эшләгән осраҡта лёт-чиктар ҡайтҡандан һуң газды тиҙ ябыуҙарын Хисамов белә. А. Мағазов.
14. кусм. Үҙ ғәйебен башҡаға япһарыу. □ Свалить что на кого, на что. ■ [Әсәйем — Ғәлимә апайға:] Үҙебеҙгә ин, бына хәҙер сәй эсербеҙ, бөтәһе лә бөтөр, уҙҙәре лә нахаҡ яла ябыуҙың язаһын курмәй ҡалмаҫтар әле, — т ип йыуатырға кереште. М. Ғафури. Бөтәһе эҙ яҙҙырыуға, аҡ эттең бәләһен ҡара эткә ябыу хәйләһенә ҡоролған. Ә. Хәкимов.
♦ Ауыҙын ябыу (йәки ҡаплау) өндәшмәҫ-лек итеү; өнөн тығыу. □ Заткнуть рот. M Ауыл хәҙергә ҡара байҙар ҡулында. Ярлыларҙың ауыҙы ябылған. С. Поварисов. Башын (йәки түбәһен) һалам менән япҡан ‘беҙҙең телде аңлай’ тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Знать язык, кумекать. ■ [Хужа — ҡатынына:] Санауниктың тубәһе һалам менән ябыулы, ауыҙыңды самалабыраҡ ас, — тип өлгөрҙө. 3. Ураҡсин. Үҙе тапҡан, үҙе япҡан ‘үҙе тапҡан мал, тотонһа, үҙ иркендә’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Своя рука — владыка.
ЯБЫУ II (Р.: покрывало; И.: cover; overlay; T.: çarşaf) и.
1. Өҫкә ябып, ҡаплап ҡуйған нәмә; япма.
□ Покрывало; накидка; скатерть. Карауат ябыуы. Көрәгә ябыуы. Өҫтәл ябыуы. Тушәк ябыуы. Ебәк ябыу. Аҡ ябыу. ■ Яр буйында торған дәу туптарҙың өҫкө ябыуҙары, кәбәк чехолдары сисеп ырғытылды. И. Ноғманов. Ҡайын төбөндә яңы ғына яһап бөтөрөп, ҡыҙыл ябыу йәйгән өҫтәлгә Исхаҡ һап-һары саған япраҡтарын, сәскә һымаҡ, ялпыл
412