Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 413


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҒА
датып ултыртҡан. Ш. Янбаев. • Ярлының ябыуы — болот. Әйтем. Төнгө ҡунаҡ — төнлөк ябыуы. Мәҡәл.
2. Ат өҫтөнә ябып ҡуйыу өсөн тегелгән махсус сепрәк йәки йүкәнән үрелгән япма.
□ Попона, чепрак, рогожа. Ат ябыуы. Аҡ ябыу. Байрамса ябыу. ■ Арбаға сүмәлә ҙурлыҡ итеп өйөлгән хуш еҫле бесәнде атайым ат ябыуы менән япты ла арҡан менән тартып бәйләй башланы. Ә. Вәли. • Һыйырға ябыу килешмәй. Әйтем. [Салауат:] Ҡолмо-хәммәткә әйтегеҙ әле, минең аттың эйәрен алып, өҫтөнә ябыуын япһын. А. Таһиров.
3. Ҡоролма башы, ҡыйыҡ. □ Крыша, кровля. Тимер ябыулы өй. Ябыуһыҙ һарай. Аласыҡтың ябыуын ел осорған. ■ Келәттең баш ябыуын ҡутарып төтөн һәм ялҡын араһында йөрөүсе Әпхалиҡ менән Исмәғил ҡапыл бер-береһенә ҡарашып аптырашып ҡалдылар. Ж. Кейекбаев.
4. Өҫтө лапаҡ итеп ябылған асыҡ кәртә; лапаҫ. □ Навес. Ябыу аҫтында. Малдарҙы ябыуға индереп тороу.
ЯБЫУ III (Р.: заключение; И.: prison jail; T.: cezaevi, hapishane) и.
һаҡ аҫты, төрмә. □ Заключение, тюрьма. Ябыуға эләгеү. М Муллайән хәҙер ябыуҙа ултыра. Ф. Иҫәнғолов.
ЯБЫУЛЫ (Р.: закрытый; И.: closed, shut; T.: kapalı) с.
1. Ябып ҡуйылған, ҡаплаулы. □ Закрытый, крытый. Ябыулы һауыт. Ҡапҡасы ябыулы баҙ. ■ Улар [Юлдаш менән Ҡыҙырас] оҙон бешкәк ҡуйып, өҫтөн ябыулы итеп эшләнгән ҙур-ҙур ағас көбөләр янынан үттеләр.
3. Биишева. Ишектән ингәс тә уң яҡта — сәскәле ашъяулыҡ менән ябыулы өҫтәл йомшаҡ мебелдәр менән уратылған. Я. Хамматов. Өҫтө брезент менән ябыулы «катюша»лар, яй ғына боролоп, ҡайҙалыр китергә йыйына. Ә. Хәкимов. • Ябыулы ҡаҙандың тауышы яман. Мәҡәл. Ябыулы ҡаҙан — ябыуы менән. Мәҡәл.
2. Ябып ҡуйылған, бик аҫтындағы; бикле.
□ Запертый. Ябыулы ҡош. Ябыулы ултырыу. И Ояла ябыулы ваҡ малды Факиһа сығарып ебәргәйне, ләкин һарыҡ ояһына ут ҡапманы. Ж. Кейекбаев.
3. һөйл. Япма менән ҡапланған, ябыуы булған. □ Покрытый. • Ябыулы атта ял ҡалыр, ял ҡалмаһа, йән ҡалыр. Мәҡәл. Яҡшы ат ябыуһыҙ йөрөмәй. Әйтем.
ЯБЫУЛЫҠ (ябыулығы) (Р.: покрывало; И.: veil; T.: ferace) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫ кейеме, ябыу.
□ Покрывало (род женской одежды). Ябыу-лыҡҡа бөркәнеү. ■ Ябыулыҡҡа бөркәнеп, ул [Ғәйшә] бер ҡайҙа ла китмәй урынында торған, үҙен килеп алырҙар, тип көткән. «Башҡортостан», 1 август 2014.
2. ҡар. ябыу II, 2. Ат ябыулығы.
ЯБЫУСЫ (Р.: тот, кто закрывает; И.: shutter; T.: kapatan kimse) и. диал.
1. Нимәнелер яба торған кеше. □ Тот, кто закрывает. ■ Мал ҡапҡа төбөндә тора-тора ла, керетеп ябыусы булмағанлыҡтан, баҫыуға һыпырта. Т. Килмөхәмәтов.
2. Ҡыйыҡ башы, түбә яба торған кеше.
□ Кровельщик. Түбә ябыусы. Өй башын ябыусылар яллау. ■ Аҙбарҙы ғүмерлек итеп һалыу өсөн етерлек тиклем кирбесте, түбә ябыуын һәм ябыусыһын ҡайҙан табырға? Н. Мусин. Шунан атына атланып, һыйыр һарайын ябыусы эшселәр янына барып ҡайтты. Р. Өмөтбаев.
ЯБЫУЫС и. диал. ҡар. ябыу II, 1. Мендәрҙәр ябыуыс менән ҡапланған.
ЯБЫШЫУ (ябыш-) ҡ. урт. ҡар. ябыу I. взаимн. от ябыу I. Өй башын ябышыу. Тәҙрә ҡапҡастарын ябышыу.
ЯГУАР [нем. < пору, jaguar < исп. yagu-аг\ (Р.: ягуар; И.: jaguar; Т.: jaguar) и. зоол.
Бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ҡара сыбар һары төҫтәге эре йыртҡыс хайуан. □ Ягуар (лат. Panthera опса). Ягуар тиреһе. Ягуарҙың кәүҙә оҙонлоғо 112—185 сантиметр тирәһе була.
ЯҒА I (Р.: ворот; И.: neckband, collar; winch, windlass; T.: yaka) и.
1. Кейемдең муйын тирәләй уратып торған өлөшө. □ Ворот, воротник. Селтәр яға. Алынмалы яға. Ҡайтармалы яға. Аҡ яға. Төлкө яғалы тун. Яғаһыҙ күлдәк. Яға ултыртыу. ■ Йыш ҡына һалдаттың кемлеген фуражка кейеүенә, ҡайыш быуыуына һәм яғаһы таҙалығына ҡарап билдәләйҙәр,
413