Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 414


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҒА
тыныс ваҡытта, әлбиттә. И. Абдуллин. Хәбировтың өҫтөндәге тәненә ыҫпай йәбешеп торған асыҡ яғалы костюм һәм яғаһынан ҡалын итеп төйнәлгән ҡыҫҡа галстугы әллә ҡайҙан күҙгә бәрелә. С. Агиш. Бынауындай мәлдә, парадҡа әҙерләнгәндәге шикелле, ниңә икән ул яңы яғалар?! — тип һөйләнделәр һуғышсылар. И. Ғиззәтуллин. • Ат ҡәҙерен белмәгән теҙгенен тотоп ултырыр, тун ҡәҙерен белмәгән яғаһын тотоп ултырыр. Мәҡәл. Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, яғаһы юҡ тун булмаҫ. Мәҡәл. Яман эт итәккә йәбешә, яман кеше яғаға йәбешә. Мәҡәл.
2. эйл. ф. Ғәҙәттә, йылғаға, күлгә һ. б. яҡын тирә-яҡты белдерә; буй, эргә, ян. □ Край, берег. Кул яғаһы. Һыу яғаһы. ■ Улар [Сафура менән Зәлифә] Ырғыҙҙың .. йәйен балыҡтар аҫрап ятҡан ҡумырыҡлы тәрән ярының яғаһына һалынған берләм юлдан төшөп,.. ҡамышлыҡтар эргәһенә килеп сыҡтылар. һ. Дәүләтшина. [Яхъя:] Яйсан менән Сагиршин уртасында тап Иләк һыуының яғаһында ғуй, — тине. А. Таһиров. Борон Уралдың ҡибла яғындағы ҙур диңгеҙ яғаһында ҡыҙыл ҡалпаҡ, ҡара ҡалпаҡ, ҡалмыҡ халҡы йәшәгән. Легенданан. Ҡул яғаһы кук тирәк, кук тирәктең һаны юҡ. Халыҡ йырынан.
3. миф. Ырымда, им-томда ҡулланыла торған әйбер. □ Ворот (мифологизированный предмет, используемый в магии). Яға осо менән арпа төртәләр.
♦ Яғанан алыу нимәлер талап итеп, ҡыҫмаҡҡа алыу. □ Принуждать к чему-л. соотв. Взять за ворот. ■ Килер заман — алырбыҙ залимдарҙың яғаһынан. М. Ғафури. Бәй, ил аулаҡ булһа, дуңғыҙ тубәгә сыға. Бында уның яғаһынан алырҙай кеше булмағас, иркенләй. Һ. Дәүләтшина. Ҡайһы яҡтаныраҡ яғаһынан алып була икән был Арынбаҫаров-ты? Д. Бүләков. Батыр уны [Каһымбайҙы], яғаһынан алып, ҡаршыһына баҫтырып ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. • Ямандан бурыс алһаң, йорт алдында яғаңдан алыр. Мәҡәл. Яу яғанан алғанда, эт итәктән алыр. Мәҡәл. Яғаны биш тотоу бик тә ҡәнәғәт булыу. □ Быть очень довольным. ■ [Яланбикә:] Ярарсәле, һиңә Айбулат ағайым эләкһә әле,
яғаңды биш тотор инең. Һ. Дәүләтшина. Яға сәйнәү талаш, ыҙғыш башлатыу. □ соотв. Посеять вражду. Яға сәйнәп ғумер уҙғарҙығыҙ инде.
ЯҒА II (Р.: нагрудник; И.: bib; breastplate; T.: göğüslük) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшенә кейә торған шау тәңкә, мәрйендән ғибәрәт биҙәнеү әйбере; һаҡал. □ Нагрудник (женское нагрудное украшение из нашитых на материю серебряных монет, кораллов и драгоценных камней). Мәрйен яға. Тәңкә яға. Яға ҡаптырмаһы. Яға биллеге. ■ Ҡарасы әле, яғалары ниндәй матур! Ф. Чанышева. Алтын ғына алҡа, мәрйен яға тағып сығыр инем муйыныма. Халыҡ йырынан.
ЯҒАҠ и. диал. ҡар. яңаҡ I. Яғаҡ талыу.
ЯҒАЛ (Р.: со светлыми пятнами на шее и лопатках; И.: white-spotted; T.: açık benekli) с.
Урыны-урыны менән әҙ генә икенсерәк, ала һымаҡ булып торған төҫ. □ Со светлыми пятнами на шее и лопатках (о масти животных). Яғал ат. Яғал ҡош.
ЯҒАЛАЙ (Р.: вдоль; И.: along; aboard, up; T.: boyunca) p.
Буйлап, буйынан. □ Вдоль, по краю; мимо, стороной. Яғалай утеу. Кул яғалай уҫкән тал. ■ Боронғо кусәбә ата-бабаларыбыҙ бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, табындар Азау диңгеҙенән Тын йылға буйҙарынан алып Ҡара диңгеҙҙе яғалай төньяҡлап Дунай һыуынаса икһеҙ-сикһеҙ ҡыпсаҡ яландарында йәшәмештәр. Ғ. Хөсәйенов.
ЯҒАЛАТТЫРЫУ I (яғалаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. яғалау I. понуд. от яғалау I. Өлкәндәр-ҙән яғалаттырып, иманын уҡытҡандар.
ЯҒАЛАТТЫРЫУ II (яғалаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. яғалау III. понуд. от яғалау III. ■ Аҡҡужа өндәшмәне, иңенә һарауыслап ҡайытып яғалаттырып алған, .. киң аҡ сапан һалып, тороп ултырҙы. Ә. Хәкимов.
ЯҒАЛАТЫУ I (яғалат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. яғалау I, 1. понуд. от яғалау I, 1. Быны куршеһе яғалашҡан булһа кәрәк.
414