ЯҒАЛЛАНЫУ
2. ҡар. яғалау I, 1. ■ Һөйләп бөтөргәнсе ук яғалаша яҙҙыҡ сығыш яһаусыны. Ә. Бикчәнтәев.
ЯҒАЛАТЫУ II (яғалат-) ҡ. йөкм. ҡар. яғалау III. понуд. от яғалау III. Әкиәттәге ҡарт мул итеп балыҡ тотоп алып ҡайтып барыуы өҫтөнә, «уле» төлкөнө әрәм итмәй, уның тиреһен тунап, әбейенец тунын яғалашып, уны ҡыуандырыу хаҡында уйлай. Ә. Сөләймәнов.
ЯҒАЛАУ I (яғала-) (Р.: хватать за шиворот; И.: take smb. by the scruff of the neck; T.: yakasına yapışmak) ҡ.
1. Яғаһынан эләктереү, яғаһына йәбешеү.
□ Хватать за шиворот. ■ Сикәһенә сабып ебәрҙеләрме ни Ирназарҙыц. Яғалап, иманын уҡытырға ла бит был яуыздың [рәйестең]. Ә. Хәкимов. [Мамед:] Тауар булмаған өсөн, эшселәр бер мине генә яғалайҙар. Ә. Бикчәнтәев. Кәмән менән Сәмән һикереп торҙолар ҙа Сәлмәнде яғалап та алдылар, ти. Әкиәттән.
2. Нимәнеңдер буйынан, эргәһенән барыу, буйлау; бауырлау. □ Двигаться вдоль, по краю чего. Яр яғалап барыу. ■ Куп тә ут-мәне, мөһабәт яугир баҫҡан ҡалҡыулыҡты ике яҡлап яғалап, еңел тимер кейемдәре өҫтөнән ал бөркәнсек ябынған ҡораллы һыбайлылар атылып сыға башланы. Р. Байымов. Тау яғалап уткән юл буйлап һин уҙғайның, иркәм йыр йырлап. А. Игебаев.
ЯҒАЛАУ II (яғала-) (Р.: рожать; И.: give birth to, deliver; T.: doğurmak) ҡ. диал. ҡар. балалау I.
Бала табыу. □ Рожать. Улан яғалау.
ЯҒАЛАУ III (яғала-) (Р.: нашивать воротник; И.: stitch a collar on; T.: yaka dikmek) ҡ.
1. Кейемгә яға тегеү. □ Нашивать воротник. Кулдәк яғалау. Яғаларға биреу.
2. Яғаға биҙәк һалыу. □ Окаймлять, окантовывать воротник. Уҡа менән яғалау. Кулдәк яғаһын биҙәк менән яғаланылар.
ЯҒАЛАШЫУ (яғалаш-) (Р.: схватиться; И.: grapple; T.: yapışmak) ҡ.
1. Ҡулға-кул килеп алышыу; һуғышыу.
□ Схватиться, драться. М Ғилмеяр, куп уйлап тормай, яғалашып киткән. Яр. Вәлиев.
Уларҙың [сит егет менән Аҡтуғандың] яғалашып, һуғышып китеуенән ҡурҡҡан ҡыҙ, араларына кереп, сарбайлап ҡысҡырҙы. Ғ. Ибраһимов. Борсаҡтары бешмәгәндә, яғалашып китһәләр, Насиптың иҫке генә һырмаһы шытырлап һутелә лә китә. Ә. Вәли. Шулай әйтешә торғас, яғалашыр хәлгә барып еттеләр. Д. Исламов. Парламенттағы һәр урын өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш, яғалашыу бара ине. Д. Бүләков.
2. Ҡаршы торған көс менән алышыу, көрәшеү. □ Воевать с противоборствующей стороной. Дошман менән яғалашыу. Ил менән ил яғалашыу. ■ [Ғәлиәхмәт:] Ғәҙеллек өсөн һуғыштан һуң да өр-яңынан яғалашырға тура килер әле, иҫән ҡалғандарға ла еңел булмаҫ. Р. Байымов. Саҡ ҡына булһа ла көс-хәл алып, фашистар менән яңынан яғалаша башларға ине! Д. Исламов.
3. Ниндәйҙер эш-хәлгә бирешмәҫкә тырышыу; алышыу, көрәшеү. □ Бороться, противостоять. Үлем менән яғалашыу. ■ Килһә, курә: оҫтаның мейестә ҡайғыһы юҡ— сир менән яғалашып ята. Ш. Бикҡол. Әхмәт-партизан теге ваҡыт халыҡ янына ҡыҙыулығы менән килеп сыға алһа ла, аҙаҡ байтаҡ ҡына ваҡыт улем менән бик ҡаты яғалашты. И. Ғиззәтуллин.
4. кусм. Бәхәскә килеп тартҡылашыу; ыҙғышыу. □ Ссориться, браниться. ■ Иптәштәр, иртәгәнән ошо еребеҙгә хужа булайыҡ, бер-беребеҙ менән яғалашып тугел, ҡосаҡлашып изге эштәр эшләйек, хаталарыбыҙҙы төҙәтәйек кумәк көс менән. Д. Бүләков.
ЯҒАЛБАЙ и. ҡар. яғылбай. Яғалбайҙы ҡошҡа сөйөу.
ЯҒАЛ-ЙОҒАЛ (Р.: полосатый; И.: striped; T.: çizgili) с. диал. ҡар. алаҡ-йолаҡ.
Ала-сола таптары булған, яғыллы-йоғол-ло. □ Полосатый, в полоску; пятнистый. Яғал-йоғал сапан. Яғал-йоғал булып бысраныу.
ЯҒАЛЛАНЫУ (яғаллан ) (Р.: становиться аляпистым; И.: become variegated; T.: alacalanmak) ҡ.
Ала-сола таплыға әйләнеү, яғал-йоғал булыу. □ Становиться аляпистым, полоса-
415