Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 416


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҒАЛЫ
тым, пёстрым; пестрить; пачкаться. Яғалланып бөткән самауыр. ■ Ул [Йомай әбей] киленде төшкән ыңғайына маҡтарға ярамағанын белһә лә, киске сәй ҡайнағанға тиклем, төма буйы яғалланып ултырған самауырҙың, табансаларҙың яп-ялтыр булып йышылғанын, солан иҙәненең таҡыр итеп һеперелгәнен куреп, ҡартына булһа ла әйтмәй туҙмәне. Һ. Дәүләтшина.
ЯҒАЛЫ (Р.: с воротником; И.: collared; T.: yakalı) с.
Яғаһы булған, яға тегелгән, яға ултыртылған. □ С воротником. ■ Сәйфелмөлөк төргәкте сисеп, Аҡҡужаның алдына йылҡылдап торған аҫ яғалы, йәшел бәрхәт сапанды шыуҙырҙы. Ә. Хәкимов. Ошо ваҡыт ҡондоҙ яғалы төлкө тун, һоро быялалы, алтын ситле куҙлек кейгән бер кеше алға сыҡты. X. Мохтар. Фоторәсемдә минең атайым тушенә кеҫәләр ҡуйып тегелгән ҡайтарма яғалы гимнастёркаһын, оҙон ҡуныслы итеген, кун фуражкаһын кейеп, аяҡтарын салып, ултырғыста ултыра. Н. Мусин. • Тун яғаһыҙ, ил ағаһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
ЯҒАЛЫҠ (яғалығы) (Р.: нагрудник; И.: breastplate; T.: göğüslük) и. этн.
Шау тәңкәнән ғибәрәт күкрәксә рәүешендәге биҙәнеү әйбере; күкрәксә. □ Нагрудник; женская нагрудная повязка. Тәңкәле яғалыҡ. Сигеуле яғалыҡ.
ЯҒАУ (Р.: топор с поперечным лезвием; И.: sort of axe; T.: balta) и. диал. ҡар. бағау.
Ялғаш, умарта кеүек нәмә соҡой, бүрәнә ырый торған арҡыры балта. □ Топор с поперечным лезвием для выдалбливания колодочных ульев и бортей. Яғау менән умарта соҡоу. Яғау менән бурәнә ырыу.
ЯҒЫЛБАЙ (Р.: дербник; И.: merlin; Т.: boz doğan) и. зоол.
1. Ыласындар ғаиләһенә ҡараған, осло оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ерәнһыу сыбар ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош. □ Дербник, хищная птица, мелкий сокол (лат. Falco columbarius). ■ Ҡая ышығына ҡунған яғылбай ғына унда-һанда саңҡып ҡысҡыра. Ә. Хәкимов, һау сағында Юлыш менән Сырымдың атаһы «ҡоҙғон яғылбайға иш булмаҫ» тип Еҙукәй-ҙең хәйләһенә алданманы, башҡорт ерҙәре
нең сигендә ҡая таштай ныҡ торҙо. Ә. Хәкимов.
2. миф. Бөрйән ырыуының изге ҡошо. □ Дербник (тотем, первопредок, прародитель, покровитель башкир рода бурзян). Бөрйән-дәрҙең изге ҡоштары төйлөгән, яғылбай.
ЯҒЫЛЛЫ-ЙОҒОЛЛО с. ҡар. яғал-йоғал. Яғыллы-йоғолло кулдәк.
ЯҒЫЛТЫУ (яғылт-) (Р.: мазать; И.: smear, smudge; T.: sürmek, yağlamak) ҡ.
Өҫтән буяп һылау; һөртөү. □ Мазать, намазывать. Икмәккә май яғылтыу.
ЯҒЫЛЫУ I (яғыл-) ҡ. төш. ҡар. яғыу I, 1—7. страд, от яғыу I, 1—7. Мейес яғылған. Яғылмаған өй. Утҡа яғылған суп-сар. ■ Ут яғылды, һыу йылытылды, ата-әсә икәуләп бер баланы йыуындырырға кереште. Т. Сәғитов. Өйҙәрҙән тәмле-тәмле икмәк, аш-һыу еҫтәре урамға бөркөлә, тирә-йунде төтөнгә сорнай-сорнай мунсалар яғыла. Р. Байбулатов.
ЯҒЫЛЫУ II (яғыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. яғыу II, 1. страд, от яғыу II,
1. Май яғылған икмәк. ■ Хәйер, ит тураған кешенең ҡулына май яғылмай булмаҫ. Ә. Хәкимов.
2. Тейеп буялыу; йоғоу. □ Краситься, накрашиваться, мазаться. Бысраҡ яғылыу. Ирененә ҡыҙыл иннек яғылған. Кейемгә буяу яғылған. М Ғәлимә апай менән Закир «тотолоп», йөҙҙәренә ҡара яғылып, урамдарҙа йөрөтөлгәндән һуң, беҙҙең өй халҡына төрлө һуҙҙәр ишетергә тура килде. М. Ғафури. Таҙаға бигерәк тә беленеп яғыла бысраҡ. Г. Яҡупова.
3. Яҡын килеп һырығыу; һырыныу. □ Жаться, льнуть. Кешегә яғылыу. Бала әсәһенә яғылды.
4. Тейеү, ҡағылыу. □ Коснуться кого-л., чего-л:, притрагиваться, притронуться. ■ Ҡағыҙ-фәләндәренә яғылмаһа ла, өҫтәлен-дәге нәмәләренең урынынан ҡупҡанлығына ене ҡуҙғалды, курәһең, хужаның. М. Садиҡова. Йәйге йәйғор ҙа көҙ көнөн, һарғайып килгән урмандарға, йәп-йәшел ужымдарға, урып алынған ҡып-ҡыҙыл ҡарабойҙай баҫыуҙарына яғылып, яҙҙы көтә торғандыр, моғайын. Р. Ғабдрахманов.
416