ЯҒЫМЛЫЛАНЫУ
5. кусм. Күңелгә ятыу, яҡшы тәьҫир итеү. □ Прийтись по душе, нравиться; располагать к себе. ■ Әйтерһең дә, дуҫлыҡ һәйкәленән ниндәйҙер тылсымлы көс куңелдәренә яғылыу ын көтә ине улар [Дамир менән Ғамил]. Ғ. Аллаяров. Уның йылмайыуы ла ошо йортҡа яғылып ҡалған һымаҡ. Ә. Бикчәнтәев. Уның яғымлы һуҙҙэре Сирайҙың йөрәгенә яғылды. Р. Ғабдрахманов.
6. Яҡын килеп терәлеү, төкөлөп туҡтау (ғәҙәттә, ағым ыңғайына хәрәкәт иткән нәмәгә ҡарата). □ Упираться во что; ставить впритык что к чему (обычно о том, что движется по течению). ■ Төш уҙып, кук көмбәҙенән ысҡынған ҡояш тубәнгә ауыша башлаған мәлендә, кулдең аҡ ташлы бейек ҡаяһы аҫтына моторлы кәмә килеп яғылды. Р. Вәлиев.
7. кусм. Ғәйеп тағыу, булмағанды булды тип күрһәтеү. □ Приписывать, возводить. ■ [Ринат:] Битеңә бер ҡара яғылһа, уны тиҙ генә йыуып бөтөрөп булмай икән. Р. Байбулатов. Артыҡ ҡалырға ярамай ине, йә бәләһе яғылыр. Д. Бүләков. Мәҙинә уларҙы тыңлай ҙа: уҙенә ошо саҡлы яла яғылыуҙы белгән бит өләсәһе! Т. Ғарипова. • Ысын ҡара китмәҫ, ялған ҡара яғылмаҫ. Мәҡәл.
ЯҒЫМЛЫ I (Р.: ласковый; И.: tender, soft, gentle; T.: sevimli, tatlı) c.
1. Йылы тойғо белдергән, иркәләгән. □ Ласковый, нежный; приветливый. Яғымлы көй. Яғымлы ҡараш. Яғымлы тауыш. Яғымлы һуҙ. ■ Ҡайһы ваҡытта Көнбикәнең яғымлы тауышы бөтә һыу буйын яңғыратып ебәрә. С. Агиш. Бибигөл тағы ла иҫке хаттарҙы уҡый, яңы, яғымлы һуҙҙәрҙе уҙе-нән ҡушып уҡый. Б. Бикбай. Атаһының шаҡ та шоҡ солоҡ соҡоу ы, яратып әйткән яғымлы һуҙҙэре ҡолағына салынғандай булды Ғәлиәхмәткә. Р. Байымов. • Ишәккә уҙ тауышы яғымлы. Әйтем.
2. Күңелгә ятҡан, яҡшы тәьҫир иткән, йомшаҡ. □ Нежный; ласковый. Яҙҙың яғымлы еле. ■ Ҡапыл сығып ҡына килгән яғымлы февраль ҡояшы, кире тәгәрәп, томан аҫтына кереп юғалды. И. Абдуллин. Шундай тымыҡ, яғымлы көн ине был. 3. Биишева.
3. Кешегә алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, мөләйем.
□ Приветливый, приятный, симпатичный. Яғымлы бала. ■ Уның [Илмырҙаның] куҙ алдына бер ваҡытта ла тик тора белмәгән Йомағужа һәм уның һәр саҡ асыҡ йөҙлө, яғымлы ҡарсығы Мәфтухә килде. Ә. Вәли. • Яғымлының шаҙраһы куренмәй, һөйкөмлөнөң һипкеле куренмәй. Мәҡәл. Нағышлы ҡыҙ — яғымлы ҡыҙ. Мәҡәл.
4. Яңғырашы йомшаҡ, әйтелеше аһәңле; көйлө, матур әйтелешле; моңло. □ Благозвучный. Яғымлы яңғыраш. ■ Интернет ҡоло кешенең ҡул йылыһын тоймай, кешенең куҙ ҡарашының нурын курмәй, кешенең яғымлы өндәшеуенең наҙын ишетмәй. «Ағиҙел», № 1, 2013. Хужабикәнең яғымлы тауышы ҡунаҡты ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. «Ағиҙел», № 1, 2013. Ата-әсә сабыйҙарына яғымлы, матур башҡорт исемдәрен һайлаған. «Киске Өфө, № 27, 2009.
ЯҒЫМЛЫ II (Р.: ласково; И.: softly; Т.: sevimli) р.
Йылы тойғоло, наҙлы. □ Ласково, нежно; приветливо. Яғымлы йылмайыу. Яғымлы һөй-ләшеу. Яғымлы итеп ҡарау. Яғымлы итеп һөйләу. Яғымлы куренеу. Яғымлы тойолоу. ■ Ҡаршыһында, таң ҡояшы кеуек яғымлы йылмайып, старшина баҫып тора ине. И. Абдуллин. Йугерә-атлай килһәләр ҙә, ныҡ ҡына өшөргә өлгөргән ҡыҙҙарҙы йәштәр менән шығырым тулы мәктәп, әскелтем йылы бөркөп, яғымлы ҡаршыланы. 3. Биишева. Айымдың йөҙө балҡыуыраҡ, ирендәр йоҡа, ҡашы һыҙылып тора, ә бының [Төҙөн-бикәнең] куҙҙәре мөләйем, тауышы яғымлы. Ғ. Ибраһимов.
ЯҒЫМЛЫЛАНЫУ (яғымлылан ) (Р.: становиться ласковым; И.: become pleasant; T.: tatlılaşmak) ҡ.
Ҡарар күҙгә, ишетер ҡолаҡҡа хуш килерлек төҫ алыу; кешегә алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, мөләйем, йомшаҡ мөғәмәләле булыу.
□ Становиться ласковым, нежным, приветливым. Йөҙө яғымлыланды. Тауышы яғымлыланған. Үтә яғымлыланыу. ■ Ирҙәрсә ауыр, эре аҙымдары еңеләйҙе, ҡарашы йомшарҙы, тауышы яғымлыланды Таиба әбей-ҙең. 3. Биишева. Ҡатындың куҙҙәре яғым
417