яғымлылыҡ
лылана төштө. Р. Кинйәбаев. Кәуҙәгә оло, уткер ҡарашлы Багратиондың йөҙө яғымлыланды. Я. Хамматов.
ЯҒЫМЛЫЛЫҠ (яғымлылығы) (Р.: ласковость; И.: sweetness; niceness; T.: tatlılık, sevimlilik) и.
Яғымлы кешегә хас сифат. □ Ласковость, нежность; приветливость. Яғымлылыҡ кур-һәтеу. Әсәләргә хас яғымлылыҡ. ■ Ысынлап та, яғымлылығы һәм ярҙамсыллығы өсөн, Сәйҙәне бөтәһе лә яҡын курә ине ауылда. Ә. Байрамов. Емеш аҙандың һуҙҙәрен аңламаһа ла, уның әйләнә-тирәләге кешеләрҙең ябай эштәренә, ҡылыҡтарына оҡшамауында ниндәйҙер мауыҡтырғыс серлелек, моңһоу яғымлылыҡ тоя. 3. Биишева. Юҡ, Люда Артёмдың яғымлылығын ғына тугел, уның куҙҙәрен дә ярата. Ә. Бикчәнтәев.
ЯҒЫМТАЛ с. диал. ҡар. яғымлы I. Малайҙың тауышы шундай яғымтал.
ЯҒЫМҺЫҘ (Р.: неприветливый; И.: unpleasant; T.: tatsız) с.
Күңелгә насар тәьҫир иткән, матур, йылы тойғо уятмаған. □ Неприветливый, грубый, неприятный. Яғымһыҙ кеше. ■ Ул [Мәсэлим] миңә, ни өсөндөр, бер ҡарағанда бик яғымлы, бер ҡарағанда яғымһыҙ кеуек куренә. Р. Ғабдрахманов. Шәурә, .. курәһең, ниндәйҙер яғымһыҙ ваҡиғаны иҫенә төшөрөп: «Беләһеңме, Емеш, ошо Шымбай бабайҙың оло улы...» — тип ниҙер бышылдай ғына башлағайны ла, шунда уҡ туҡтап ҡалды.
3. Биишева. Ырымбурҙың куренешендә ку-ңелгә яғымһыҙ ниндәйҙер нәмә бар кеуек. Ә. Бикчәнтәев.
ЯҒЫНДЫ (Р .: приставший к посуде жир и т. п.; И.: fat; T.: yağ) и.
һауытҡа яғылып ҡалған май һ. б. нәмә. □ Приставший к посуде жир и т. п. Табаның яғындыһын таҙартыу.
ЯҒЫНЫС (Р.: смазка; И.: grease; T.: deri yağı) и.
Һауған саҡта һыйыр имсәген майлау өсөн күнәк ситенә яғып алған май; йоғаныс. □ Смазка (для смазывания вымени коровы при доении). Яғыныс һөртөу.
ЯҒЫНЫСЛЫ с. ҡар. яғымлы I. Колаҡҡа яғыныслы исем. S Бала саҡтан йөрәккә
яғыныслы булған эскерһеҙлек, ябайлыҡ, тәбиғилек был халыҡтан куҙгә куренеп һурелгән, термометрҙағы терегөмөштәй һалҡын ҡанлылыҡ, тимер һымаҡ сыңлап торған ҡаты холоҡлолоҡ яулап ала барған төҫлө ине улар урынын. Й. Солтанов.
ЯҒЫНЫУ (яғын-) (Р.: намазываться; И.: paste, grease; T.: yağ sürmek, boyanmak) ҡ.
Өҫтән буяп һылау; һөртөү; биҙәнеү, төҙәнеү. □ Намазываться, краситься, накрашиваться. Иннек яғыныу. ■ Ғәмбәриә апайым уҙенең билләп тегелгән сәскәле кулдәген, мамыҡ ойоҡтарын, бейек уксәле калуштарын кейеп, башына суҡлы шәлъяулығын бәйләне, биттәрен ҡыҙыл ҡағыҙҙы ышҡып ҡыҙартты һәм пудра яғынды. М. Садиҡова.
ЯҒЫУ I (яҡ-) (Р.: растапливать; И.: stove; T.: yakmak) ҡ.
1. Усаҡҡа, мейескә һ. б. яғыулыҡ һалып ут тоҡандырыу. □ Растапливать, топить. Мунса яғыу. Утын яғыу. Ҡаҙан аҫтына яғыу. Мейескә ут яғыу. Икмәк һалырға мейес яғыу. ■ Туҡмас һалыр алдынан усаҡҡа ҡоро сыбыҡ-сабыҡ яғалар ҙа, һурпа бығыр-бығыр килә башлағас, туҡмасты һалып ҡабартып алалар. И. Абдуллин. Ут яғалар, балыҡ ҡурыла, һурпа бешә, сәй ҡайнатыла. А. Таһиров. Рәшит малайҙарҙан айырылмай, улар менән өйөмдән өйөмгә йөрөп ут яға. Т. Килмөхәмәтов.
2. Яҡтылыҡ өсөн ут ҡабыҙыу, тоҡандырыу. □ Разжигать, разводить огонь. Сыра яғыу. Ут яғыу. Шәм яғыу. ■ Энәк буйында усаҡ яғабыҙ. Р. Камал. Һаҡта торған һалдат барыбер ут яға алмай бит. Ә. Бикчәнтәев.
3. Ут ярҙамында өйҙө, бүлмәне һ. б. йылытыу. □ Топить, отапливать дом и т. д. Яҡмаған өй. ■ Ҡулдарынан килгәнсә уға ярҙамлашырға, эшен еңеләйтергә тырышалар: һыу ташыйҙар, утын керетәләр, мейестәргә яғалар [малайҙар]. Яр. Вәлиев. Бөгөн [Тимер] өйөнә лә рәтләп яҡмаған. Б. Бикбай.
4. Йыуыныу өсөн әҙерләү, йылытыу (мунсаны). □ Топить, истопить, растопить (баню). ■ Ҡыҙыу яғам да ул яғыуға. Т. Ғарипова. [Зөһрә — Гуляға:] Унан мунса яғам: тәненең
418