Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 420


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯД ҠЫЛЫУ
памятная вещь; реликвия. Ядкәр итеп һаҡлау. Ядкәр итеп биреу. М Ядкәр итеп ҡурай һыны һурәтләнгән яҫы таҡтаташ тора. Й. Солтанов. 1897 йылда төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Ядкәр» китабына тарихи очерктары, мәҡәләләре, сәйәхәтнамәләре, шиғырҙары, тәржемәләре, Башҡортостан һәм башҡорт халҡының тарихы, фольклоры һәм этнография тураһындағы материалдары ингән. «Ядкәр» китабының йөкмәткеһе уның авторы М. Өмөтбаевтың энциклопедик белемгә эйә икәнлеген курһәтә. 3. Шәрки.
2. купл. Үткән көндәрҙәге хәл-ваҡиғаны һәм кешеләрҙе иҫкә төшөрөп яҙған әҫәр. □ Воспоминания. Әҙәби ядкәрҙәр. ■ Йәнә башҡорттар тураһындағы ядкәрҙәргә ҡайтайыҡ. Й. Солтанов.
3. Борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; ҡомартҡы, мираҫ. □ Памятник (исторический), реликт. Тарихи ядкәр. Археологик ядкәр. ■ Ауыл ҡарты менән ғалим, тыҡырлап елгән кырандасты бер талай куҙҙән кисергәс, ҡапҡаны ҡабат уҙып, мукле таштар араһында һәрмәнергә, иҫке ядкәрҙәрҙе барларға кереште. Й. Солтанов.
4. Иҫтә һаҡлаһын өсөн кемгәлер ҡалдырылған яҙма; иҫтәлек дәфтәре (йәштәрҙең йәшлек хәтирәһе итеп уҙ-ара йыр, шиғыр яҙышыр өсөн тотҡан махсус дәфтәре). □ Памятная тетрадь (тетрадь или альбом, куда друзья записывают на память стихи, песни и т. п.). Ядкәр яҙышыу. ■ Егеттәр, ҡыҙҙар альбомдарына ядкәрҙәр яҙыштылар, бер-береһен онотмаҫҡа, ташлашмаҫҡа, хатлашып торорға вәғәҙә ҡуйыштылар. М. Тажи.
ЯД ҠЫЛЫУ (яд ҡыл-) ҡ. ҡар. яд итеү. ■ Әле яд ҡылынған һуҙҙәргә ҡарағанда, — тип китапҡа курһәтте ул [Гәбдессәләм], — монголдарҙы әйтәм, беҙҙең ерҙәргә ҡанлы тырнаҡтарын батырғандар. Ғ. Ибраһимов. «Атайым Арыҫлан хаҡында у ҙең ук яд ҡылдың», — тине Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
ЯДЛАУ (ядла-) (Р.: помнить; И.: remember, keep in mind; think; T.: hatırlamak, anmak) ҡ. иҫк. кит.
Иҫкә алыу, хәтергә төшөрөү. □ Помнить, вспомнить, м Мәңге онотмам Ашҡаҙар, һаҡмар, Яйыҡты, ядларым. И. Насыри. [Поручик Таяр Ямаев:] Идара уҙебеҙҙә булғас, кафырҙы ҡыҫынҡырарбыҙ, хохолдарҙы ядларбыҙ, һис булмаһа, һамар башҡорттарын был яҡҡа кусереу сараларына керешербеҙ. А. Таһиров.
ЯДРО [рус.] (Р.: ядро; И.: nucleus, kernel; core: T.: iç, öz, özek) u.
1. биол. Күҙәнәктең тығыҙ туҡыманан торған иң мөһим үҙәк өлөшө. □ Ядро (клеточное). / Ядерный. Куҙәнәк ядроһы. Ядро матдәһе. Ядро туҡымаһы. Ядро куҙәнәк йә-шәуенә идара итә. ■ Ҡылысбаев куҙәнэктәр, уның ярысаһы, протоплазмаһы, ядроһы, уларҙың уҫемлек тормошондағы әһәмиәттәре хаҡында һөйләне. 3. Биишева. Шулай итеп, һәр бер әйбер (иң ҡаты таш та, бетон да) 99 процент бушлыҡтан һәм фәҡәт бер генә процент тәшкил иткән матдәнән (ядро һәм электрондарҙан) тора. Н. Ғәйетбаев.
2. физ. Ер планетаһының үҙәк өлөшө. □ Ядро (Земли). Ерҙең ядроһы. ■ Ер уҙәгендә металл ядро барлығын асҡан минутта ғалим нимә кисергәндер, уныһы беҙгә мәғлум тугел. Яр. Вәлиев.
3. физ. Атом ядроһы (атомдың протон һәм нейтрондарҙан торған, төп массаһын уҙендә туплаған уҙәк өлөшө). □ Ядро (центральная часть атома). / Ядерный. Ядро энергияһы. Ядро физикаһы. Атом ядроһының тарҡалышы. ■ Атом ядроһының серен асыу - бик ҙур эш. И. Ғиззәтуллин. Ядро физикаһы тураһында тупланған мәғлумәт-тәрҙе эҙләп табып, уҡырға тотондо Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
4. тар. Боронғо шыма кәбәкле туптың тумалаҡ снаряды; йәҙрә. □ Ядро (снаряд). Туп ядроһы. Ядро һауыты. Н Хоҙай биргән аҡылыбыҙ була тороп, уҙебеҙ ук сираттағы ядро шартлатырының проектын эшләйбеҙ, уны раҫлайбыҙ, ҡул ҡуябыҙ. Д. Бүләков.
5. спорт. Ирҙәр өсөн 7,257 килограмлы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 4,000 килограмлы тоташ тимер шар рәүешендәге спорт ҡорамалы. □ Ядро (спортивный снаряд в виде цельнометаллического шара для толкания весом
420