Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 421


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яҙ гөлө
7,257 кг для мужчин и 4,000 кг для женщин). Ядро ырғытыу. Ядро ташлау буйынса ярыш.
ЯҘ (Р.: весна; И.: spring, springtime; T.: ilkbahar, yaz) и.
1. Йылдың ҡыш менән йәй араһындағы йыл миҙгеле. □ Весна. / Весенний. Иртә яҙ. Яҙ айы. Яҙ башы. Яҙ ҡояшы. Яҙ яҡынлашы-уы. Яҙға сығыу. ■ Ҡыш утеп, яҙ айҙары килһә, керәм шул баҡсаға, сыҡмайым, шунда ятам мин, ҡапланам да сәскәгә. Ш. Бабич. Мең йырлы матур яҙ килә, ҡырҙарҙы ҡаплай гөлдәр. Р. Ниғмәти. Ҡарама башында, яҙға ҡыуанып бөтә алмай, сыйырсыҡ талпына. А. Абдуллин. Ә яҙ тау-таш араһынан унда һыбай ғына утергә мөмкин ине. А. Абдуллин. • Бер ҡарлуғас яҙ килтермәй. Әйтем. Илай-илай яҙ була, көлә-көлә көҙ була. Мәҡәл. Ҡуҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы. Мәҡәл. Яҙ ҡышынан билгеле. Әйтем. Яҙ уңмаған көҙ уңмаҫ. Мәҡәл. Яҙ эшләһәң, ҡыш ашарһың. Мәҡәл.
2. миф. Ҡыш менән йәй араһындағы йыл миҙгеле; насар көстәрҙең уянған, әүҙем-ләшкән хәүефле мәле. □ Весна (опасное, пограничное время, время пробуждения и активизации нечистой силы). Яҙ - бысраҡ, ен-бәрей ҡалҡҡан мәл.
3. кусм. Нимәнеңдер башланған, сәскә атҡан мәленә ҡарата әйтелә. □ Весна (начало чего-л.; пора цветения). Кешелек яҙы. Ғумер яҙы.
ЯҘА (Р.: мимо; И.: beside; T.: yalnış)p.
1. Тейешле урындан ситкә. □ Мимо. Яҙа атыу. Яҙа һалыу. Яҙа баҫыу. Яҙа ҡойоу. Яҙа һуғыу. ■ [Зариф — Ғиндуллаға:] Юҡ, булмай, туғанҡай, яҙа ырғытып, эште боҙоп ҡу йыу ың бар. Ғ. Аллаяров. Лузә, урам аша төҙөуселәр ҡаҙып ятҡан канауҙы һикереп сыҡҡанда, яҙа баҫып, аяғын ауырттырҙы. Ә. Байрамов. [Әбделғасим — Биктимергә:] Ә яҙа һуҡһаң — был донъяла ла, теге донъяла ла һиңә бер генә нәмә — тамуҡ! 3. Биишева.
2. Яңылыш, хата. □ Ошибочно. Яҙа йөрөу. Яҙа әйтеу. Яҙа ишетеу. ■ Баҡтиһәң, кешеләр яҙа һөйләмәй икән шул. Й. Мостафин. Ҡарт теге хәбәрҙе яҙа ишеткән икән. Ш. Янбаев.
ЯҘА-ЙОҘА (Р.: кое-как; И.: pell-mell, slapdash; T.: özensiz) р.
1. Бер тегеләй, бер былай, буталып. □ Кое-как, как попало. Яҙа-йоҙа баҫыу. Яҙа-йоҙа йөрөу. ■ Ул [Шәһиҙә әбей], калуштарын яҙа-йоҙа кейеп, урындыҡ ситенә ултырҙы. һ. Дәүләтшина. Яҙа-йоҙа әтмәләнгән ел ҡапҡалар алдына ҡуйылған эскәмйәләрҙә ҡарт-ҡоро йыйналып гәп һата. И. Ноғманов.
2. Әҙ-әҙ генә, сала-сарпы. □ Еле-еле, чуть-чуть, немножко. Яҙа-йоҙа ғына куреп ҡалыу. Яҙа-йоҙа ишетеу. Яҙа-йоҙа хәтерләу. ■ Иштуған Никитаның бышылдап һөйләгән был һуҙҙәренән, яҙа-йоҙа ишетеп булһа ла, ҡайҙалыр кемдәрҙеңдер батшаны ҡолатыу, илгә тыныслыҡ, ирек, бәхет яулап алыу өсөн ҡаты көрәш алып барыуын аңланы. 3. Биишева.
ЯҘАЛАТЫУ (яҙалат-) (Р.: заставить ошибаться; И.: make err; T.: yanlış yaptırmak) ҡ.
Яңылыштырыу, буталдырыу. □ Заставить ошибаться, путаться. ■ [Харисов:] Хәжиәхмәт, нимә яҙалатып йөҙәтәһең һин мине. Турыһын ғына әйт. Т. Килмөхәмәтов.
ЯҘАТАЙЫМ (Р.: нечаянно; И.: by accident; unawares; T.: kazaen) p.
Аңғармаҫтан, иҫләмәй; яңылыш. □ Нечаянно, случайно. Яҙатайым осрау. ■ Егет, яһауының яҙатайым китеуен куреп, укенеп ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. Яҙатайым берәй нәмәгә һуғылып, сайрап ватылған быяла тауыштары бөттө. Ж. Кейекбаев. [Фазила -Гөлсараға:] Яҙатайым контролёрҙар килеп сыҡһа, ни тиермен икән тип кенә борсолам әҙерәк. С. Шәрипов.
ЯҘА ТАЙЫУ (яҙа тай-, яҙа тая) ҡ. ҡар. тайыу 1. ■ Ҡапыл сайҡалыуҙан яҙа тайып, Аманаттың таяғы барабанға эләкте. Р. Байымов.
ЯҘАТАШ и. ҡар. йәй ташы. Яҙаташҡа ҡағылыу. Яҙаташ ямғыр яуҙырыр.
ЯҘ ГӨЛӨ (Р.: первоцвет весенний; И.: primula; T.: bahar çuha çiçeği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ғына шыр һабаҡлы, һары суҡ сәскәле ашай торған үҫемлек; кәзә һаҡалы. □
421