яҙғы
Первоцвет весенний, примула весенняя (лат. Primula veriş). Яҙ гөлө урман һәм урман-далалы урындарҙа уҫә. Яҙ гөлө ҡыуаҡлыҡтарҙы ла, аҡландарҙы ла уҙ итә.
ЯҘҒЫ (Р.: весенний; И.: spring, vernal; T.: ilkbahar, baharlık) c.
1. Яҙ ваҡытындағы. □ Весенний, вешний. Яҙғы боҙ. Яҙғы бысраҡ. Яҙғы сәсеу. Яҙғы һөрөу. Яҙғы эш. Яҙғы ташҡын. Яҙғы һыуҙар. ■ Мәғсумдең йөҙөндә ғорурлыҡ, йөҙ саҡрымдан ашыу яҙғы юлды юҡҡа ғына утмәгәнле-генә ҡыуаныу сағылды. А. Абдуллин. Байып барған яҙғы ҡояштың ҡыялап төшкән нурҙары пәрҙә ҡоролмаған ҙур тәҙрәләр аша һуҙыла. С. Агиш. Яҙғы сыуаҡ яҡтылыҡ, куҙҙе рәхимһеҙ сағылдырып, ғәжәп наҙлы ирҡәләй. Р. Байбулатов. • Яҙғы бер көн йылды туйҙыра. Әйтем. Яҙғы көн — ярты аҡыл, көҙгө көн — арт аҡыл. Мәҡәл. Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ, кейәуем менән ҡыҙыма, яҙғы ҡатыҡ — ярыҡ ҡашыҡ, киленем менән улыма. Мәҡәл. Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан. Мәҡәл. Яҙғы ҡарҙы ямғыр йыуа. Әйтем.
2. Яҙ сәселә торған. □ Яровой. Яҙғы ашлыҡ. Яҙғы бойҙай. • Көҙгө ашлыҡты кәлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс. Мәҡәл. Яҙғы сәсеу — бер генә ваҡыт. Әйтем.
ЯҘҒЫ-КӨҘГӨ (Р.: весенне-осенний; И.: demi season; T.: ilkbahar ve sonbahardaki) c.
Яҙ һәм көҙ көндәрендә була торған. □ Весенне-осенний; демисезонный. Яҙғы-көҙгө кейем. Яҙғы-көҙгө эштәр. Яҙғы-көҙгө юлһыҙлыҡ.
ЯҘҒЫЛЫҠ (яҙғылығы) (Р.: весенняя пора; И.: springtime; T.: bahar) и.
Яҙғы көн, яҙғы мәл. □ Весенняя пора, весенний сезон, весенние дни. Яҙғылыҡҡа аҙыҡ әҙерләу. М Башҡа хужалыҡ етәкселәре, тишек кәмәгә ултырмаҫ өсөн, яҙғылығын ни сәсерен алдан ҡайғыртты. Т. Ғарипова. Яуым-төшөм йыш булғанлыҡтан, яҙғылығын ныҡ ташҡан һаҡмар йылғаһы июнь айы башында ла ярҙарына төшмәгәйне әле. Я. Хамматов.
ЯҘҒЫРЫУ (яҙғыр-) ҡ. диал. ҡар. яҙҙырыу 3. Өйөнән яҙғырыу. Куҙҙән яҙғырыу.
ЯҘҒЫСА (Р.: по-весеннему; И.: in the spring fashion; T.: ilkbahardaki gibi) p.
Яҙ көнөндәге кеүек. □ По-весеннему. ■ Март айының тәуге көндәренән ук ҡояш яҙғыса йомарт итеп йылмая башланы. М. Садиҡова. Кешеләр ҙә яҙғыса кейенгәндәр; йөҙҙәрендә нур уйнап тора. Р. Ханнанов.
ЯҘҒЫҺЫН (Р.: весной; И.: in springtime; T.: baharda) р.
Яҙ көнө. □ Весной. Яҙғыһын килегеҙ. ■ Яҙғыһын балға хаҡ ныҡ кутәрелә торған тип, көҙҙән юрый сығармағайнылар. Ғ. Хисамов. [Илгиз — Сәмигә:] Яҙғыһын Азаматтың атаһы Фәррәх ағай менән понтон куперҙәр алып ҡайтып килгәндә, бер заман Фәррәх ағайҙың «Беларус»ы ҡыйғалап китә лә, юлдың ситенә ук килеп, тубәнгә янтая башлай. Ә. Әминев.
ЯҘҘЫРТЫУ (яҙҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. яҙҙырыу. понуд. от яҙҙырыу. Хат яҙҙыртыу. Май яҙҙыртыу. Гәзиткә яҙҙыртыу. ■ [Саяф — Мәҙинәгә:] Кунаҡ килгәс, ит яҙҙыртып ал. Т. Ғарипова. Гөлйөҙөм уҙе әйтеп тороп, Диләнән хат яҙҙыртты. Һ. Дәүләтшина.
ЯҘҘЫРЫУ I (яҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. яҙыу I, 1—7. понуд. от яҙыу I, 1—7. Ғариза яҙҙырыу. Хат яҙҙырыу. Кағыҙ яҙҙырып алыу. Шиғыр яҙҙырыу. Тауышты магнитофонға яҙҙырыу. ■ Прошениеларҙы Гариф староста һәр ваҡыт Гибаттан яҙҙыра торғайны. Ж. Кейекбаев. Радиокомитетта йырҙарҙы пластинкаға яҙҙырғанда иһә өндө бөтөнләй сығармайым тиерлек. М. Садиҡова. Үҙем укһеҙ етем уҫкәнмен, тип, полк командиры дурт һауыт консерва, бер кило шәкәр яҙҙырып бирҙе. Д. Исламов.
ЯҘҘЫРЫУ II (яҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. яҙыу III. понуд. от яҙыу III. Йөн яҙҙырыу. Тәнде яҙҙырыу. Май яҙҙырып алыу. ■ Далала йөрөштөрөп киләйек, .. тән яҙҙырыуға ни етә, — тип һуҙҙе икенсе тарафҡа йунәлтте ул [аҡһаҡал]. Ғ. Ибраһимов.
ЯҘҘЫРЫУ III (яҙҙыр ) (Р.: лишать чего, обездолить; И.: deprive (of), strip; T.: yoksun etmek) ҡ.
422