Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 423


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҘЛЫҒЫУ
1. Нимәнәндер буш ҡалдырыу; мәхрүм итеү. □ Лишать чего, обездолить. Малдан яҙҙырыу. Ризыҡтан яҙҙырыу. ■ Аяуһыҙ яҙмыш бөтәһенән яҙҙырҙы, байлыҡтарын туҙҙырҙы, ирәуән тормоштарын ҡараңғы төнгә әйләндерҙе. Р. Камал.
2. кусм. Кемдеңдер рухи йәки физик сифатын, һәләтен юғалтыуға килтереү, дусар итеү. □ Подвергать чему, обрекать на что. Иҫтән яҙҙырыу. Телдән яҙҙырыу. ■ Терһәктән аҫтараҡ өҙөлгән һул ҡулдың яраһы уҙәктән алып, һуштан яҙҙырырлыҡ итеп әрней. М. Иҙелбаев.
♦ Эҙ {йәки юл) яҙҙырыу эҙ йәшереү. □ Замести следы. Юлдан яҙҙырыу насар эшкә, яманлыҡҡа күндереү, аҙҙырыу. □ Сбить с пути. ■ Анауы йәш малайҙарҙы ғына юлдан яҙҙырмаһалар ярар ине. Р. Солтангәрәев. һуҡыр һөйөу һуҡмаҡтан яҙҙыртыр, — ти Таһир олатайым. Й. Солтанов. • Алдырыр көн яҙҙырыр. Мәҡәл.
ЯҘ ЙОНДОҘО (Р.: хохлатка; И.: corydalis; T.: kazgagası) и. бот.
Өлтөк, тырпайып баҫып торған, йондоҙға оҡшаған сәскәле бер йыллыҡ йәки күп йыллыҡ бейек үлән. □ Хохлатка (лат. Corydalis). Яҙ йондоҙо — һыуыҡҡа сыҙам, ауырыуға бирешмәгән матур декоратив уҫемлек. Яҙ йондоҙо иртә яҙҙан июнь аҙағына ҡәҙәр сәскә ата.
ЯҘ КҮРКЕ и. бот. ҡар. яҙ нуры. Яҙ кур-кен куп ваҡыт умырзая менән бутайҙар. ■ Көрәнһыу зәңгәр яҙ куркен һарғылт йәшкелтем «куке башы» алмаштыра. И. Абдуллин.
ЯҘЛАТЫУ (яҙлат-) (Р.: дожидаться весны; И.: wait for spring; T.: baharı beklemek) ҡ.
Яҙ еткереү. □ Дожидаться весны. Яҙлатып ҡайтыу.
ЯҘЛАУ I (Р.: место временного проживания весной; И.: provisional spring lodging; T.: yazlık) и.
1. Ыҙманан күсеп, яҙын торған урын. □ Место временного проживания весной. Яҙлауға кусеу. Яҙлауҙа тороу. ■ Тирмә кирәгәләрен әҙерләйҙәр, кейеҙҙәрен ҡағалар, яҙлауға сығыр ваҡыт етә. Ғ. Ибраһимов. Туҡһанбай ауылы кешеләре, бутән яҡтағы
башҡорттар һымаҡ, ҡышҡылығын ҡышлауҙа йәшәп, улән кукһелләнә башлағас, ауылдан ун саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Камышлы буйындағы яҙлауға кусеп бара. Я. Хамматов.
2. Яҙғы көтөүлек; утлау, үреш. □ Весеннее пастбище. Малдарҙы яҙлауға сығарыу.
ЯҘЛАУ II (яҙла-) (Р.: проживать, проводить весну где-л:, И.: live during sring; T.: yazın oturmak) ҡ.
Яҙ көнө ҡайҙалыр йәшәү, яҙҙы үткәреү. □ Проживать, проводить весну где-л. ■ Урманлы йәки урманлы-яланлы ерҙәрҙә кусенеп йөрөусе башҡорттар яҙлау, йәйләу, көҙләу өсөн ҡыуыш ҡора, ә Урал башҡорттары һәр ерҙә ағастарҙан йорттар бурай. Я. Хамматов.
ЯҘЛАУЫС (Р.: ягнёнок, родившийся весной; И.: spring-born ewe; T.: ilkbaharda doğmuş kuzu) u.
Яҙғы бәрәс. □ Ягнёнок, родившийся весной. Яҙлауыс көтөугә әле генә сыға алмаҫ.
ЯҘЛЫҒЫУ (яҙлыҡ-) (Р.: сбиваться; теряться; И.: mat; flounder; T.: şaşırmak, kaymak) ҡ.
1. Яңылыш ситкә китеү, яҙа юл алыу. □ Сбиваться; теряться. Эҙҙән яҙлығыу. Юлдан яҙлығыу. Яҙлығып йөрөу. ■ Юлдан яҙлығып, санаң менән бөтөнләй аҫҡа шыуып китеуең дә бар. Р. Байбулатов. Табан тайып тик тора, саҡ ҡына юлдан яҙлыҡтыңмы, тубыҡтан батҡаҡҡа сумғаныңды көт тә тор. X. Ғиләжев. Һырт менән арыраҡ китһәң, тумалаҡ юл бара-бара ла яҙлыға. Ж. Кейекбаев.
2. Яңылышып яҙа атыу. □ Осечься, промахнуться. Уҡ атыуҙа яҙлыҡмау. Мылтыҡ яҙлыҡты. ■ [Хаммат — Иштуғанға:] Берәй һунарсының кейеккә атҡан дробы яҙлығып уға [Мраковка ауыл советы секретарына] барып тейгәнгә оҡшай, тигән һығымта яһаған, имеш, ти [Хитрое]. 3. Биишева. Уның [Әмин батырҙың] яны бик ҡаты, уғы яҙлыҡмай. Ғ. Ибраһимов.
3. Буталыу; тәртибен бутап яңылышыу. □ Ошибаться, путаться. Яҙлыға-яҙлыға һөйләу. М Яҙ яҙлыҡмай. Тағы ла ул килде, атылып сығып буран эсенән. Р. Назаров.
423