яҙлы-көҙлө
[Биксәнтәй — Әхмәтйәнгә:] Әммә яҙлыҡҡан яҙмыштың киҫкен боролошо, беҙгә ҡауышырға ҡамасау яһап, ғумер буйына Саҡ менән Суҡ ише йәшәргә мәжбур итте. И. Ноғманов.
4. Ситкә тайпылыу, тап килмәй ситтә ҡалыу. □ Уклониться, увёртываться. Яҙлығып ҡалыу. Ш Азаттың хәҙер иң ҙур ҡайғыһы шул — эҙ яҙлыҡмай атлау. Ә. Бикчәнтәев. Ағас шылдырыусылар булһа, минән яҙлыға алмайҙар ине. Н. Мусин.
ЯҘЛЫ-КӨҘЛӨ (Р.: весной и осенью; И.: in spring and in autumn; T.: ilkbaharda hem güzün) p.
Яҙғы һәм көҙгө ваҡытта. □ Весной и осенью. Яҙлы-көҙлө көн йонсоу була. ■ Яҙлы-көҙлө лыпырлап ятҡан, әҙәм утә алмаҫ ҡуйы, бейек ҡамышлы бихисап һаҙ-куләуек-тәр аша яҡшы ҡоралланған дошманды ауылдыҡыларҙың ярҙамынан тыш бәреп сығарыу еңелдән булмаҫ ине. Р. Байымов. Мәсет тубәһе лә ана шулай, яҙлы-көҙлө бер тамсы һыу тотмай. Б. Бикбай. Шул тиһәң, яҙлы-көҙлө тәгәрмәс букәненә тиклем батҡаҡ булып ята торған соҡорҙар ҡайҙа булған?! И. Ғиззәтуллин.
ЯҘЛЫҠТА (Р.: весной; И.: in spring; T.: ilkbaharda) р.
Яҙ көнө; яҙын; яҙғыһын. □ Весной. Яҙлыҡта мал торған урын.
ЯҘЛЫҠТЫРЫУ (яҙлыҡтыр-) (Р.: сбивать с пути; И.: err on one’s way; T.: şaşırtmak) ҡ.
1. Яңылыштырыу, буталдырыу, хата ебәртеү. □ Сбивать с пути, запутать. Юлдан яҙлыҡтырыу. Кешене яҙлыҡтырыу. ■ [Ғәп-кәбирҙең] бөтөнләй юлдан яҙлыҡтырыуы бар, — тине кемдер Искәндәр бабайға ҡаршы. Р. Ғабдрахманов.
2. кусм. юҡл. Бөтәһен дә иҫәптә тотҡанды, бутамағанды белдерә. □ Всё держать под контролем, не путать. Көн яҙлыҡтырмай килеп йөрөу. ■ Бәҫһеҙ булып тушәктә ятҡан мәлдә Әхмәтйән янына, көн яҙлыҡтырмай, Гөлбикә килеп-китеп йөрөнө. И. Ноғманов. Коменданттың көн яҙлыҡтырмай эшләгән йәнә бер эше — булмә елләтеу ине. Т. Килмөхәмәтов. Хәйер, балаларының ғына тугел,
ҡатыны менән уҙенең тыуған көнөн дә йыл яҙлыҡтырмай уткәрә торалар бит. Н. Мусин.
3. Хәл алыу, ял итеү. □ Сделать передышку; отдохнуть. ■ Көнө буйы бил яҙлыҡтырмай эшләнеләр, ә табыш тамаҡ туйҙырырлыҡ та булманы. И. Ғиззәтуллин.
ЯҘМА I (Р .: письменность, письмена, письмо, графика; И.: writing; T.: yazı) и.
1. График тамғалар системаһы; яҙыу. □ Письменность, письмена, письмо, графика. Боронғо яҙма. Терки яҙмалар. Хәҙерге яҙма. Үҙ яҙмаһы булмаған халыҡ. Шәжәрәне хәҙерге яҙма менән кусереп яҙыу. ■ Кағыҙ һәм баҫма яҙма менән бергә, бәлки, әлеге-рәктәлер, матур әҙәбиәт барлыҡҡа килгән. И. Абдуллин. Ғәҙәте буйынса, Әхмәтзәки-ҙең ҡала баҙарҙарын ҡыҙырып, боронғо яҙмаларҙан төрки эҙҙәрен юллап йөрөйһө килә. Р. Байымов.
2. Ҡағыҙға яҙылған нәмә; яҙыу. □ Рукопись. Яҙманы уҡыу. ■ Уның [Рәшиҙәнең] яҙмалары буйынса, был йыл «ҡуян» йылы ине. Ғ. Аллаяров. Үҙенә таныш зыялылар аша ҡалалағы китапханаларҙан әлеге мәсьәләгә ҡағылышлы китаптарҙы, яҙмаларҙы, документтарҙы эҙләтте [ғалим]. Р. Байымов. Техникумда әҙәби туңәрәк булыуы, шиғыр, хикәйә яҙыусылар шунда йыйылып бер-береһенең яҙмаларын тикшереуе, һәйбәт табылғандары ҡулъяҙма әҙәби журналға тәҡдим ителеуе хаҡында Емеш бығаса ишетеп кенә белә. 3. Биишева.
3. Хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап яҙған әҫәр. □ Записки, заметки. Тарихи яҙма. Юл яҙмаһы. ■ Зәки Вәлиди ихлас яуапланы, һирәк осрай торған тарихи яҙмалар хаҡында һөйләне, уҙе тапҡан шиғри тупланмаларҙан фарсы, ғәрәп телдәрендә шиғырҙар уҡыны. Р. Байымов. Шәжәрә билдәле бер ырыуҙың йәки ҡәбиләнең генеалогик яҙмаһы рәуешендә барлыҡҡа килгән. Ә. Харисов.
ЯҘМА II (Р.: письменный; И.: written; pen and ink; T.: yazılı) с.
Ҡағыҙға төшкән, яҙылған. □ Письменный. Яҙма документтар. Яҙма ҡомартҡы. Яҙма эш. ■ Бында аптырап ултырыуҙың инде файҙаһыҙлығын аңлап, ул [Ринат] яҙма
424