ЯҘ СӘСКӘҺЕ
эшен өҫтәлгә һалды ла аудиториянан сығып китте. Р. Байбулатов. Һәр отряд, полктың аныҡ дислокацияһы хаҡында яҙма фарман алырһығыҙ. Р. Байымов.
ЯҘМА III (Р.: письменно; И.: in writing; T.: yazılı olarak) p.
Ҡағыҙға төшкән, яҙылған хәлдә. □ Письменно. Яҙма рәуештә. Имтиханды яҙма тапшырыу.
ЯҘ МЫРЫ (Р.: веснянка; И.: stoneflies; T.: bir tür böcek) и. зоол.
Яҙ етә башлау менән барлыҡҡа килгән, ерҙә, һыуҙа йәшәй торған, селтәр кеүек ҡанатлы, ҡуңыҙға оҡшаған ҙур бөжәк. □ Веснянка (лат. Plecopterd). Яҙ мырының нәҙек епкә оҡшаған бик куп мыйыҡсалары була.
ЯҘМЫШ (Р.: судьба, участь; И.: fate, destiny; T.: kader) и.
1. Мифологик ҡараш буйынса, Алла тарафынан алдан уҡ билдәләнгән күрәсәк; тәҡдир. □ Судьба, участь, предопределение; рок. Яҙмышҡа кунеу. Хаҡ яҙмыш. ■ Яҙмыштарға яҙылғандыр барыһы ла, барҙыр унда ағы ла һәм ҡараһы ла. Р. Шәкүр. Юҡҡа борон-борондан «яҙмыштан уҙмыш юҡ» тимәгәндәр бит. И. Абдуллин. Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән. Халыҡ йырынан. • Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Әйтем. Йәрәбә һалынған, яҙмыш яҙылған. Мәҡәл. Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ. Әйтем. Кеше һөйләр, яҙмыш көлөр. Мәҡәл. Әҙәм һөйләй, яҙмыш бәйләй. Мәҡәл.
2. Кешенең йәшәү рәүешен күрһәткән хәл; тормош. □ Судьба, удел, доля. Ауыр яҙмыш, һалдат яҙмышы. ■ Мин уҙ яҙмышыма уҙем хужа, бөтәһенән элек мин — кеше! Р. Ғарипов. [Байым:] Ғәжәп ҡыҙыҡлы ла, фажиғәле лә уның [Минзәләнең] яҙмышы. Н. Мусин. Яҙмыш кешегә хужамы, әллә кеше уҙ яҙмышын уҙе яҙамы? И. Абдуллин. •Кешегә упкәләмә, яҙмышыңа упкәлә. Мәҡәл.
3. Кемдеңдер киләсәге, алдағы тормошо. □ Судьба, жизненный путь, будущее. Ил яҙмышы. Кешелек яҙмышы кешеләр ҡулында. ■ Яҙмыш — ул кеше уҙе лә, курәҙәселәр ҙә белеп бөтмәҫ серҙәр, ҡатмарлы һәм сыбал-сыҡ хәл-ваҡиғалар, фиғел-ҡылыҡтар төйө
нө. Ғ. Хөсәйенов. Заман шәхестең, шәхес замандың яҙмышын билдәләй. Һәр яҙмыш замандың һәм шәхестең булмышына бәйләнгән. Р. Солтангәрәев. Был ҡарарҙарға хәҙер уның [Сергейҙың] яҙмышы ғына тугел, бергәләп йәшәйәсәк һәм эшләйәсәк кешеләрҙең дә яҙмышы бәйләнгәнлеген йәһәт аңлап алды. А. Абдуллин. • Ил яҙмышы ир ҡулында. Мәҡәл. Ил яҙмышы — ир яҙмышы. Мәҡәл.
4. Нәмәнеңдер йәшәү, үҫеү тарихы, уның булмышы, киләсәге. □ Судьба, будущее, будущность. Ер өҫтөнөң геологик яҙмышы. Халыҡ ижадының яҙмышы. Уңыштың яҙмышы орлоҡҡа бәйләнгән. ■ Илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы ошонда хәл ителәсәк. Ғ. Аллаяров. Мәскәуҙең яҙмышы ҡыл өҫтөндә. И. Абдуллин.
♦ Яҙмышҡа баш эйеү яҙмышыңа, күрәсәккә күнеү. □ Примириться с судьбой. ■ Юҡ, яҙмышыңа баш эйергә ярамай, — Гәуһәр, һуҙҙәренә көс бирер өсөнмө, әллә туҙәлмәйме, һикереп торҙо. Ә ни өсөн мин яҙмышыма баш эйеп йәшәйем әле? И. Абдуллин. Яҙмыш ҡосағына ташлау бер ниндәй ярҙамһыҙ ташлап ҡуйыу. □ Бросить на произвол судьбы. Яҙмышты ямап булмай күрәсәкте үҙгәртеп булмай. □ Судьбу не обманешь. Яҙмышы шул {йәки шулайҙыр) күрәсәге шулайҙыр, шулай булырға яҙғандыр. □ На роду написано. М Яҙмышың шулайҙыр инде, ҡыҙым, — тип ашығып юл хәстәрлеген курә башланы Әлфиәнең әсәһе. И. Абдуллин.
ЯҘ НУРЫ (Р.: пролеска; И.: bluebell; Т.: sümbülcük) и. бот.
Яҙ көнө иң беренселәрҙән булып сыҡҡан, көрәнһыу йәки аҡ, күк, алһыу сәскә атыусы күп йыллыҡ, бик бейек булмаған умырзаяға оҡшаған сәскә; яҙ күрке. □ Пролеска (лат. Scilld). Яҙ нуры куләгәлерәк, еуешерәк тупраҡлы ерҙә уҫә.
ЯҘ СӘСКӘҺЕ (Р.: медуница; И.: lungwort; T.: yorgancık) и. диал. ҡар. кәкүк емеше.
Йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына буранка рәүешендәге алһыу йәки күк сәскәле баллы ҡыр үләне; күк һөтләгән, кәкүкбаш. □ Медуница (лат. Pulmonaria). Яҙ сәскәһе алһыу йәки кук сәскә ата.
425