Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 426


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яҙыҡ
ЯҘЫҠ I (яҙығы) (Р.: грех; И.: sin; Т.: günah) и.
Ғөрөф-ғәҙәткә һыймаған, ярамаған эш-ҡылыҡ, гөнаһ. □ Грех, проступок. Яҙыҡ булыу. Яҙыҡтан ҡурҡыу. ■ Беҙҙең халыҡта борон-борондан ике бисә алыу яҙыҡ һаналмаған. Г. Ғиззәтуллина.
ЯҘЫҠ II (Р.: грешный; И.: sinful; Т.: günahkâr) с.
Ғөрөф-ғәҙәткә һыймаған, ярамаған; гөнаһлы. □ Грешный; ошибочный. ■ Яҙыҡ һуҙҙәр, ғәйбәттәр онотолдо, бары Һибәтов ҡалды. Р. Камал. Куҙ менән курмәгәнде һөйләу — яҙыҡ эш. Ғ. Ибраһимов.
ЯҘЫҠ III (Р.: отогнутый; И.: bent; Т.: saptırılır) с.
Баш-башы киреңке бөгөлгән (кәкре нәмәләргә ҡарата)', һоноҡ. □ Отогнутый. Яҙыҡ дуға. Яҙыҡ салғы.
ЯҘЫҠЛЫ с. ҡар. яҙыҡ II. ■ Юғалтҡан — мең яҙыҡлы, тип дөрөҫ әйтәләр. Р. Ғабдрахманов. Дөйөм алғанда, беҙҙең илдәге ағуталар уҙҙәренең биләгән вазифаларына торошло микән, тигән яҙыҡлы уй ҙа килеп ҡуя башҡа. М. Ямалетдинов.
ЯҘЫЛДЫРЫУ (яҙылдыр-) ҡ. ҡар. яҙыу
III. Быуынды яҙылдырыу. Тәнде яҙылдырыу. ■ Бына бөгөн дә ул [Ринат] байтаҡ кунегеу-ҙәр яһаны ла, тәнен яҙылдырыу өсөн, радиоланан яңы эстрада көйөн уйнатып ҡына ебәргәйне, звонок зыңғырланы. Р. Байбулатов. Шатморат тәуҙә, тәнен яҙылдырып алырға теләгән һымаҡ, ҡулдарын уйнатҡы-лап ике-өс әйләнде лә һалмаҡ ҡына сукетеп китте. Д. Исламов.
ЯҘЫЛЫУ I (яҙыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. яҙыу. страд, от яҙыу. Ашығыс яҙылған телмәр. Башҡортса яҙылған китап. Ҡәләм менән яҙылған хат. Пластинкала яҙылған йыр. Ташҡа соҡоп яҙылған яҙыу. ■ Рая ашығып яҙылған был һуҙҙәрҙе йәнә бер тапҡыр уҡып сыҡты. И. Абдуллин. Ә шиғырҙар нисек яҙыла? Тыныш билдәләре! — тип һораны Йәғҙә. А. Абдуллин. Сәлих дәфтәр битенә яҙылған ғаризаһын тотҡан килеш канцелярия ишек төбөндә ҡалды. С. Агиш.
2. Нимәнеңдер иҫәбенә, һанына инеү, ҡайҙалыр үҙеңде яҙҙырыу. □ Записываться, регистрироваться. // Запись, регистрация. Кооперативҡа яҙылыу. Эшкә яҙылыу. Яҙылыу көнө. Яҙылмаҡсы булыу. Беренсе булып яҙылыу. ■ [Тимербулат:] Иртәгә ук союзға яҙылам, — тип ҡарар итеп ҡуйҙы. һ. Дәүләтшина. [Зилский] ғумерендә һабан артынан йөрөп, һабан башы тотмаһа ла, .. крәҫтиән булып яҙылды. Ғ. Дәүләтшин.
3. Ваҡытлы матбуғатты йәки берәй баҫма әҫәрҙе билдәле бер ваҡытта килтереү шарты менән алдан хаҡ түләү. □ Подписываться. // Подписка. Журналға яҙылыу. Тазета-ға яҙылыу барышы. ■ Юлдаштың газетаға яҙылыуы хаҡында әле белеп өлгөрмәгән уҡытыусы уның һуҙенә ышанды. 3. Биишева. Көҙгө матбуғатҡа яҙылыу ваҡытында командировкалар кубәйеп китте. Г. Ғиззәтуллина.
4. дини. Илаһи көс, Алла тарафынан билдәләнеү (кешенең яҙмышы, курәсәгенә ҡарата). □ Быть написанным на роду; быть предначертанным. Тәҡдирҙә яҙылған курә-сәк. ■ Яҙмышты уҙең тыуғансы уҡ яҙылып ҡуйыла тигәндәре дөрөҫтөр шул. И. Абдуллин. Яҙмышына ни яҙылғанды алдан белгән булһа, бәлки, ҡарт был арбаға ултырмаған да булыр ине. Ә. Бикчәнтәев. [Барсынбикә:] Маңлайға яҙылған яҙмыш был, Диңгеҙхан. Т. Ғарипова.
ЯҘЫЛЫУ II (яҙыл-) (Р.: распрямляться; И.: straighten; T.: doğrulmak) ҡ.
1. Бөкләнгән, бөгәрләнгән, йыйырылған хәлдән тигеҙ, төҙ хәлгә килеү. □ Распрямляться, разглаживаться, выравниваться. Маңлай яҙылды. Битендәге йыйырсыҡтары яҙылды. ■ Юлсының йөҙө яҡтырып, куҙ ситендәге йыйырсыҡтары яҙылып китте. А. Абдуллин. Һулаҡай терһәк мылтыҡ кутә-реп кәкрәйгән, яҙылмай. А. Таһиров. Колсо-бай ҡапыл хәлһеҙләнде, .. йоҙроҡтары уҙе-нән-уҙе яҙылды. Я. Хамматов.
2. Ҡатып, ойоп киткән хәлдән быуын йомшап, иркенләү. □ Размяться (о частях тела). Яҙылып алыу. Эшләгәс, тән яҙылып китте. ■ Нисектер рәхәт, [Байгилденең] тәне яҙылып китте. Д. Бүләков.
426