яҙын
3. кусм. Иркенлек һиҙеү, иркенләү. □ Чувствовать себя спокойным. Яҙылып ултырып һөйләшеу.
4. Төйөрләнгән, ойошҡан хәлдән таралыу. □ Размяться, расправляться (о чём-то сбившемся, скомканном). Ҡамырҙы төйөрө яҙылғансы туҡыу. ■ Ҡыҙыл бөрлөгән һабаҡтары асылып, өҫкә ҡарай яҙыла: ямғыр буласаҡ. Яр. Вәлиев.
5. кусм. Таралған һымаҡ булып кәмеү; баҫылыу. □ Утихать, успокоиться. ■ Вәли-мәнең асыуы яҙылманы, һ. Дәүләтшина. Ай-Һай ҙа ғына тимәй көй табылмай, ах-вах итмәй хәсрәт яҙылмай. Халыҡ йырынан.
ЯҘЫЛЫУ III (яҙыл-) (Р.: выздоравливать; И.: convalesce; T.: iyileşmek) ҡ.
Ауырыуҙан арынып, әҙерәк шәбәйеү. □ Выздоравливать. // Выздоровление. Ауырыуҙан яҙыла башлау. Я [Карт] яҙылып бер аҙ йөрөһә лә, мандыманы, яҙға табан улеп ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
ЯҘЫЛЫУСЫ (Р.: подписчик; И.: subscriber; T.: abone) и.
1. Ваҡытлы матбуғатҡа алдан хаҡ түләп яҙылған кеше. □ Подписчик. Газетаға яҙылыусы. Журналға яҙылыусы.
2. Социаль селтәрҙә йәки интернет селтәрендә ниндәйҙер төркөмгә теркәлгән йәки яҙылған кеше. □ Подписчик. Төркөмгә яҙылыусы. Яҙылыусы булыу.
ЯҘЫЛЫШ (Р.: начертание, написание; И.: spelling; T.: yazılış) и.
Берәй нәмәнең яҙылыу рәүеше, яҙыуҙағы бирелеше. □ Начертание, написание. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙҙең дөрөҫ яҙылышы. Я Ғәрәп хәрефтәренең төрлө урында төрлөсә яҙылышына төшөнә алмайынса, Хәлиҙәнең башы ҡатып бөтә ине. X. Мохтар. Яҙылышы ҡыйын һуҙҙәрҙе ул [Иван Петрович I талғыныраҡ әйтә һәм ҡабатлап та ҡуйғылай. Ә. Вәли. Оҫта яҙылышы менән мәҡәлә лә [Ғәлиәкбәровтың] куңеленә хуш килде. X. Зарипов.
ЯҘЫЛЫШЫУ (яҙылыш-) (Р.: регистрироваться (в загсе)', И.: enter into wedlock; T.: nikah kıymak) ҡ.
Никахты теркәү, загсҡа инеү. □ Регистрироваться (в загсе)', оформлять брак. //
Регистрация (в загсе). Загста яҙылышыу. Яҙылышыу ваҡыты. Я [Харис:] Минең ҡатыным Мәҙинә ошо була инде. Беҙ әле генә яҙылышып ҡайттыҡ. Ш. Янбаев. Вәсилә ЗАГС-та яҙылышыуҙан ҡырҡа баш тарта, ғаилә унан ғына нығынып китмәй, бала тыуып, уны уҙ фамилияңа яҙҙырырға теләһәң, куҙ курер, — ти ҙә ҡуя. Б. Рафиҡов. Май байрамына яҙылышырға, ҡауышырға кәрәк. Н. Мусин.
ЯҘЫМ I (Р.: несчастье; И.: calamity; Т.: belâ) и. иҫк.
Башҡа килгән бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек. □ Несчастье, беда. Бер-бер яҙым була курмә-һен. Я [Карас батыр:] Миңә бер-бер яҙым булһа, кәуҙәмде дошман ҡулына бирергә тырышмағыҙ. Әкиәттән.
ЯҘЫМ II (Р.: мера объёма масла; И.: quantity; T.: ağırlık ölçüsü) и. диал.
Һан менән килеп, майҙың бер самалағы күләмен белдерә. □ Мера объёма масла. Бер яҙым май. Ун яҙым май яһаным.
ЯҘЫМТАЛ (Р.: ошибка; И.: mistake; Т.: hata) и. һөйл.
Дөрөҫ булмаған эш, ҡылыҡ, яңылыш ҡыланыш. □ Ошибка. Яҙымталды аңлау. Яҙымтал эшләу. Яҙымталға юл ҡуймау.
ЯҘЫН I (Р.: весной; И.: in spring; T.: bahar, ilkbaharda) p.
Яҙ көнө, яҙ ваҡытында. □ Весной. Яҙын ҡоштар ҡайта. Яҙын беҙ йәшелсәләр ултыртабыҙ. К Егет, ауылына ҡайтҡас, төҙөлөштә бер аҙ эшләп йөрөнө лә яҙын хәрби хеҙмәткә алынды. Р. Байбулатов. [Әсәһе — Ғәлиәхмәткә:] Гумер буйы шулай иттек бит, ҡышын [уләкһәләрҙе соҡорға] ташлайбыҙ ҙа, яҙын, туң ер ирей төшкәс, кумәкләшеп барып соҡорҙо кумеп ҡайтабыҙ. Р. Байымов. Илсеғол кешеләре был ерҙе яҙын — йәш ҡыҙ кеуек һылыу, көҙөн — аҡыллы ҡарт шикелле йомарт, ә ҡышын — аяғында урә баҫып торған яугир батыр шикелле ҡаты ҡуллы булған өсөн улеп яраттылар. 3. Биишева.
ЯҘЫН II (Р.: ошибочный; И.: erroneous; T.: yanlış) с. диал.
Яңылыш, хаталы. □ Ошибочный, неверный, неправильный. Яҙын юл менән барыу. Яҙын эш эшләу. Яҙын фекер.
427