яҙынҡы
ЯҘЫНҠЫ (Р.: пологий; И.: inclined; Т.: eğik) с.
Тейешле кимәлдә бөгөлмәгән, яҙыҡ. □ Пологий, гнутый. Яҙынҡы дуға. Яҙынҡы көйәнтә.
ЯҘЫНЫУ (яҙын-) (Р.: писать; И.: write; T.: yazmak) ҡ.
Үҙ алдыңа ниҙер яҙыу. □ Писать, составлять какой-л. текст, заниматься писанием. Яҙынып ултырыу. Куп яҙыныу. К [Юлдаш әбей:] һин бик куп яҙынаһың, балам. Куҙ нурыңды ашап бөтә инде был аҡҡа текләп ултырыуҙарың. һ. Дәүләтшина.
ЯҘЫРТЫН (Р.: нечаянно; И.: inadvertantly; T.: istemeden) р. диал.
Аңғармаҫтан, һис тә көтмәгәндә. □ Нечаянно. Яҙыртын барып сығыу. Яҙыртын әйтеп һалыу.
ЯҘЫУ I (яҙ-) (Р.: писать; И.: write; Т.: yazmak) ҡ.
1. Ҡағыҙ йәки башҡа нәмәгә һан, хәреф, һүҙ һ. б. төрлө график тамғалар төшөрөү. □ Писать, написать. // Писание, надпись. Асыҡ итеп яҙыу. Кәләм менән яҙыу. Кусереп яҙыу. Хатаһыҙ яҙыу. Бер бит ҡағыҙға яҙғылап бөтөу. Яҙырға өйрәнеу. ■ Поля бер ҡарауҙа яҙыуҙы уҡып алды ла, Әлфиәне ҡыҫып ҡосаҡлап, сеңләп иларға тотондо. И. Абдуллин.
2. Ошо эшкә яраҡлы булыу (ҡәләм, ручка һ. б. ҡарата). □ Писать (о карандаше, ручке и др.). Кәләм матур яҙа. Фломастер менән яҙыу. ü Кәләмдәрем яҙа алмай, куңелдәрем тулғанға. Халыҡ йырынан.
3. Ҡулдан йәки баҫма, һыҙма юл менән график тамғаларҙы теҙеп теркәү. □ Делать записи, записывать, помечать. Яҙып барыу. Яҙып ҡуйыу. Дәфтәргә яҙып ҡуйыу. Һөйләгәндә яҙып барыу. ■ [Оҫтабикә:]Ике фәрештә .. һәр кемдең ни эшләгәнен яҙып торор. Б. Ишемғол.
4. Яҙма әйбер төҙөү, уй-фекерҙе ҡағыҙға төшөрөү. □ Писать, сочинять. // Сочинение. Доклад яҙыу. Көндәлек яҙыу. Ғариза яҙыу. ■ Конспект яҙа ул [студент], аҡтара томдарҙы. А. Абдуллин. [Йәғҙә:] Тороп тор, Тоняға бер-ике генә һуҙ яҙам да һине оҙатам. А. Абдуллин.
5. Яҙма рәүештә кемгәлер йәки нәмәгәлер мөрәжәғәт итеү. □ Писать, обращаться. Газетаға яҙыу. Әлкәгә яҙыу. Юғары органдарға яҙыу. Кала прокуратураһына яҙыу.
6. Нимәнеңдер иҫәбенә индереп исемлеккә теркәү, алыу. □ Записать куда-то. Спорт туңәрәгенә яҙыу. Табипҡа яҙыу. ■ [Тимербулат:] Командир ағай, мине лә отрядҡа яҙ. Һ. Дәүләтшина.
7. Нимәнелер алыу, биреү йәки берәйһенең исеменә күсереү һ. б. тураһында документ төҙөү. □ Выписывать; записывать, сделать запись, делать опись. Малды балаға яҙыу. Мөлкәтте яҙып сығыу. Эш хаҡы яҙыу. ■ Идараға барҙыҡ. Беҙгә ике килограмм отход яҙып бирҙеләр. К. Кинйәбулатова. [Зилский:] Өмөтбай ҡайҙа? Уның һалымға инә торған нәмәләрен яҙып алырға кәрәк. Ғ. Дәүләтшин.
8. Ниндәй ҙә булһа әҫәр (әҙәби, музыкаль) төҙөү, ижад итеү. □ Писать, сочинять, создавать, творить. // Сочинение, творение. Хикәйә яҙыу. Шиғыр яҙыу. Әҫәр яҙыу. Көй яҙыу. ■ Горький яҙған дауыл ҡошо кеуек, берәу яуға уҡтай атылды. Был Кусимов ине. Р. Ниғмәти. Ә ҡасан һуң колхоздарға тиңдәш шиғыр яҙыр шағирҙар. Ғ. Сәләм.
9. Махсус аппарат ярҙамында аудио йәки видеояҙма яһау. □ Записывать (песню, музыку и т. д.). Йыр яҙыу. Концертты видеоға яҙыу. Әңгәмәне диктофонға яҙыу.
10. миф. Күрәсәкте алдан билдәләү, хәл итеү. □ Предопределять, назначать (о судьбе). Хаҡ яҙғанды куреу. Хоҙай яҙмаған эш. Курешергә яҙмаған икән. ■ [Ныязғол:] Алла яҙғанын куреп, ситкә сәселгән ризыҡты ейеп ҡайттым. Һ. Дәүләтшина.
♦ Маңлайға яҙ<ыл>ған кешегә мотлаҡ килә, яҙмышына төшә тип фараз ителгән эш-хәл. □ То, что предопределено, предназначено (о судьбе). Н Әҙәм балаһы тыумыштан маңлайына яҙғанды курмәй булдыра аламы. Һ. Дәүләтшина. Әллә, Нурисламдың өләсәһе әйткәнсә, бәндәләрҙең тәҡдире, ысынлап та, уларҙың маңлайына яҙылғанмы? Ә. Хәким. Туҙға яҙмаған ысынға тура килмәгән, ғәмәлдә булмаған, буш. □ Чушь, чепуха, небылица, доел. Говорить то, что не
428