ЯҘЫУ
написано на бересте. ■ Һаман да һин китап ҡушмағанды, туҙға яҙмағанды һөйләйһең,. М. Ғафури. Ошо Ҡарасәс инәйем ҡайһы саҡта туҙға яҙмағанды һөйләй ҙә ҡуя.
3. Биишева. Яҙһын теләк теләгәндә әйтелә.
□ Да будет суждено.
ЯҘЫУ II (Р.: письмо; И.: writing; Т.: yazı) и.
1. Махсус ҡорал ярҙамында ҡағыҙ йәки башҡа нәмәгә график тамғалар төшөрөү эше, шөғөлө. □ Письмо, письменность. Башҡорт яҙыуы тарихы. Ғәрәп яҙыуы. ■ Яҙыу булмаһа, кешеләр ғалимға, наҙанға ла бүленмәҫ ине. С. Агиш. • Боҙ өҫтөндә яҙыу тормаҫ. Әйтем.
2. Ошо шөғөл күнекмәһе. □ Письмо, запись (упражнение в письме). Яҙыу дәресе. Яҙыу дәфтәре.
3. Ошо шөғөлдөң кемгәлер хас рәүеше; ҡул. □ Почерк. Яҙыуы матур. Яҙыуы матур тугел. Үҙ яҙыуын уҙе танымаған кеше.
4. Нимәлер яҙылған, һүҙе, хәбәре булған ҡағыҙ. □ Запись, записка, бумага. Яҙыу биреу. М Сәғиҙә Зыяға ашарға әҙерләп өҫтәлгә ҡуйҙы ла яҙыу ҡалдырып китте. М. Тажи. [Хәйерсе — һалдатҡа:] Эй, ағай, бер һыныҡ икмәк бирһәң, яҙыуыңды уҡып бирәм, — ти. Әкиәттән.
5. диал. Газета, китап бите. □ Лист, страница. Яҙыуға тороу.
6. Нимәлер алыу, эшләүгә һ. б. рәсми документ көсөндәге ҡағыҙ. □ Бумага, документ. Налог яҙыуы. Юғарынан килгән яҙыу. Мисәт һуғылған яҙыу. ■ [Бәҙерғол:] Йәмәғәт, губерна ҡағыҙын шиккә алмайыҡ әле. Мөһөрлө, ҡултамғалы яҙыу. Ғ. Хөсәйенов.
7. Яҙғанда ҡулланылған график тамғалар системаһы. □ Письменность. Ғәрәп яҙыуы. Латин яҙыуы. Боронғо төрки теле руник яҙыуға нигеҙләнгән.
♦ Яҙыу таныу уҡый-яҙа белеү. □ Уметь читать и писать.
ЯҘЫУ III (яҙ-) (P.: выпрямлять; И.: straighten; T.: doğrultmak) ҡ.
1. Бөкләнгән, йомолған, йыйырылған хәлдән төҙ, тигеҙ хәлгә ҡайтарыу, турайтыу.
□ Выпрямлять, расправлять, разгибать. Аяҡты яҙыу. Бармаҡтарҙы яҙыу. Билде
яҙыу. ■ Байрас усын яҙып, йәтешләп өҫтәлгә һалды. 3. Биишева.
2. Ҡатып, ойоп киткән хәлдән йомшаҡ, иркен хәлгә килтереү. □ Размять (тело, мышцы). Аяҡты яҙыу. Билде яҙып булмай. Кирелеп, тәнде яҙыу. М Футболсылар уйын алдынан аяҡ-ҡулды яҙыр өсөн йәшел яланға йугереп сыҡты. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Булған көскә ирек биреү. □ Проверять, испытывать. // Проверка, испытание. ■ Ҡулың эшкә теймәҫ борон ауыр тимә, беләгеңдең көсөн яҙып һынап ҡара. М. Тажи.
4. Төйөрләнгән, ойошҡан хәлдән аралап таратыу; тетеү. □ Трепать, распутывать; разминать комки. Йөн яҙыу. Сәс яҙыу. М Әсегән ҡымыҙҙың эрпеһен яҙыу ауыр була. М. Ғөбәйҙуллин.
5. кусм. һөйл. Көслө хис-тойғоно баҫыу, таратыу. □ Утихомирить, успокоить, усмирять, заглушать. Асыуҙы яҙыу. Ҡайғыны яҙыу. Йөрәк яраһын яҙыу.
6. Бешеп, туҡып айран, май яһау. □ Сбивать, пахтать (масло, айран). // Сбивание. Айран яҙып эсеу. ■ Яңы яҙған май туҡлыҡлы ла, уҙе тәмле лә. Ғ. Амантай.
♦ Бил яҙмай арымай-талмай оҙаҡ (эшләу). □ Работать не уставая. ■ Хөпөтдинов башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып, билен дә яҙмай эшләй. Н. Мусин.
ЯҘЫУ IV (яҙ-) (Р.: лишаться кого, чего', И.: lose; T.: mahrum kalmak) ҡ.
1. Нимәнәндер буш ҡалыу, мәхрүм булыу, кемделер юғалтыу. □ Лишаться кого, чего, терять кого, что. Малдан яҙыу. Ер-Һыуҙан яҙыу. Ризыҡтан яҙыу. ■ Ул [Колморҙа] аттан яҙып ҡалғас, йәйәүләп ҡайта. Т. Хәйбуллин.
2. Ниндәйҙер рухи йәки физик сифатты, һәләтте юғалтыу. □ Лишаться чего. Аҡылдан яҙыу. Иҫтән яҙыу. Күҙҙән яҙыу. Тамаҡтан яҙыу. Телдән яҙыу. ■ [Яуынбай ҡайғыһынан] әсәһе аяғынан йығылды. Ашау-эсеүҙән яҙҙы. Ш. Шәһәр. Унан һис белмәйем ни булғанын, һуштан яҙып ятып ҡалғанмын. С. Кулибай.
♦ Күҙ яҙыу юғалтыу, күрмәй башлау (ҡарап торған, күҙәтелгән кеше йәки нәмәгә ҡарата). □ Потерять из виду. ■ [Егет]
429