ЯҘЫУ
төлкө артынан бер уҙе китте, ти .. Урманға барып ингәс, төлкөнән куҙ яҙҙы, ти. Әкиәттән. Юл {йәки эҙ) яҙыу кемдән йәки нимәнәндер яңылыш тайпылып, яҙа китеү. □ Сбиться с пути. Иптәштәрҙән юл яҙыу. М Ҡараңғы төн, һибәләп яуған ямғыр арҡаһында аҡтар минән эҙ яҙҙы. Ғ. Ғүмәр. Юлдан яҙыу эштә, тормошта билдәле ҡағиҙәләрҙән ситкә китеү, яңылышыу. □ сөотв. Сбиться с пути. ■ Тимербайҙы хәҙер сәпсим юлдан яҙып ҡайтҡан икән тип һөйләйҙәр. 3. Биишева.
ЯҘЫУ V (яҙ-) (Р.: чуть не...; И.: all but...; T.: yazmak) ҡ. ярҙ.
-а, -й формаһындағы хәл ҡылымға эйәреп, эш-хәлдең саҡ ҡына булмай ҡалыуын белдерә. □ В сочетании с формой деепричастия на -а, -й выступает в роли вспомогательного глагола со значением неполноты действия: чуть, чуть-чуть, едва не ... , почти .... Йығыла яҙыу. Илай яҙыу. Ергә тейә яҙыу. М Эй баралар былар, эй баралар, ти, диңгеҙҙең аръяғына сығып етә яҙалар, ти. Әкиәттән.
ЯҘЫУ АҠСА (Р.: бумажные деньги; И.: paper money; T.: kâğıt para) и. диал.
Ҡағыҙ аҡса. □ Бумажные деньги. Яҙыу аҡса биреу. Яҙыу аҡса менән туләнем.
ЯҘЫУСЫ (Р.: писатель; И.: writer; Т.: yazar) и.
Әҙәби әҫәр яҙыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Писатель. / Писательский. Йәш яҙыусы. Башҡорт яҙыусыһы. Танылған яҙыусы. Яҙыусы хеҙмәте. ■ Коммерсант та, экономист та, художник та, яҙыусы ла — бөтәһе лә бер эште эшләйҙәр. С. Агиш. Ҙур залда яҙыусылар менән осрашыуҙан һуң концерт булды, унан дискотека башланды. Р. Байбулатов. [Илъяс] гелән йә артист, йә яҙыусы булам ти ҙә йөрөй, йә ғалим булам тип аптырата. А. Баймөхәмәтов.
ЯҘЫУСЫЛЫҠ (яҙыусылығы) (Р.: писательство; И.: writing; T.: yazarlık) и.
Ижад итеү эше, яҙыусы хеҙмәте. □ Писательство, профессия писателя. ■ Уныңса, миндә ғалимлыҡ, яҙыусылыҡ та, рәссам-лыҡ та, хатта артислыҡ та куренеп тора.
3. Биишева. Сөнки яҙыусылыҡ менән журналист эше араһында ҡытай стенаһы юҡ. М. Садиҡова. Назар ағайҙың уҙ ижадына талапсанлығы, яҙыусылыҡ һәнәренә мөнәсәбәте кубебеҙ өсөн өлгө булырлыҡ. М. Ямалетдинов.
ЯҘЫУ-ҺЫҘЫУ (Р.: писанина; И.: writings; T.: yazı işleri) и. йыйн.
Төрлө яҙыу эше. □ Писанина. / Письменный. Яҙыу-Һыҙыу менән булышыу. Яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары. ■ Яҙыу-Һыҙыу ҙа тыйылмаған. Р. Байымов. Бына Әсләм яҙыу-һыҙыуға әуәҫ, етәкселеккә тотонор, ҡарттың өмөтөн аҡлар. Р. Камал. Рахманғол килгәндә, Ғариф, яҙыу-һыҙыу эше бөткәс, билдәле, һикегә көрәгә менән бал килтереп ултырта, һый-хөрмәт итә. Ж. Кейекбаев.
ЯҘЫШЫУ (яҙыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. яҙыу I, 1. взаимн. от яҙыу 1,1. Диплом эше яҙышыу. Хат яҙышыу. Хикәйә яҙышыу.
2. Яҙыу-Һыҙыу менән шөғөлләнеү. □ Заниматься писаниной. Яҙышып ултырыу. ■ Булмәнең яҙышыу өсөн өҫтәле, стена буйында купереп торған мендәрле, аҡ япмалы тимер карауаты ла бар. Р. Байымов.
3. Бер-береңә нимәлер яҙыу. □ Переписываться. Хат яҙышыу. ■ [Ҡыҙҙар] альбомдарына иҫтәлектәр яҙышты. М. Тажи. Сәхибә туташтан уҡыған саҡта мөхәббәт хаттары яҙышыуҙы хөрриәт тип аңлап ҡалғаны бирле, Моратша ҡыҙҙарға хат яҙып йөҙәтә. 3. Биишева. Былай яҙышып ҡына һөйләшеу ҙә Риданың куңелен кутәр-гәндән-кутәрә. Ә. Вәли.
4. Үҙ-ара һүҙ беркеткән яҙма төҙөү. □ Составлять. Договор яҙышыу.
5. Ижад итеү, ижади эш менән шөғөлләнеү. □ Заниматься творчеством. Гәзит-журналдарға яҙышыу. М [Н. Ҡәрип:] һеҙҙе яҙыша тип әйтәләр, ниңә беҙҙең журналға бер ни ҙә алып килмәйһегеҙ? — тип һораны.
3. Биишева.
ЯЗА [ғәр. (Р.: наказание; И.:
penalty; T.: ceza) и.
Ҡылған енәйәт, ғәйеп өсөн ҡулланылған сара. □ Наказание, кара. Ҡаты яза. Үлем
430