ЯЙҘАҠ
язаһы. Язаға тарттырыу. ■ Иртәгеһен Йәмил менән Дамирҙы тәнәфес ваҡытында директорға саҡырҙылар һәм дәрес ахырында приказ таҡтаһына ятаҡта һуғыш ойошторғандары өсөн икеһенә лә ҡаты шелтә язаһын сығарып элделәр. Р. Байбулатов. Әгәр төркөмдәштәрҙән берәйһе мәктәптән «икеле» алып ҡайтһа, язаһын бөтәһе лә татый. А. Баймөхәмәтов.
ЯҘАЛАТЫУ (яҙалат-) ҡ. йөкм. ҡар. язалау. понуд. от язалау. ■ Ҡанһыҙ полковник Ступишиндың яҙалатып халыҡ араһына ебәртелгән башҡорто ғибрәт урынына һабаҡ булып, икеләнеүселәрҙең дә өмөтон ҡаҡшатып, пугачёвсыларға ылығыу ын тиҙләтте. Ғ. Хөсәйенов. Поручик Кукушкин — өсөнсө йыл беҙҙе тотоп, Өфөгә апарып яҙалатҡан бәндә. Б. Рафиҡов.
ЯЗАЛАУ (язала-) (Р.: наказывать; И.: penalize; T.: cezalandırmak) ҡ.
Тән йәки йән ғазабы сараларын ҡулланыу; яза биреү. □ Наказывать, карать. // Наказание. Язалап үлтереү. Язалау урыны. ■ Бынан ары халыҡтың иң яҡшы улдарын бер кем дә унда ябып язалай алмаясаҡ бит.
з. Биишева. [Муса ағайым — атайым менән әсәйемдән:] Ниңә Шәүрәне генә язаларға булдығыҙ? — тип һораны. Ә. Бикчәнтәев.
ЯЗВА [рус.] (Р.: язва; И.: ülser; T.: ülser)
и. мед.
Эс-ҡарындағы лайлалы тиресәнең шешеп йәрәхәткә әйләнеүе. □ Язва. / Язвенный. Язва ауырыуы. Ашҡаҙан язваһы. ■ Хәйҙәр Аюдаров, имеш, ун һигеҙ йәштә, үткән йылды ун класс тамамлаған, шулай ҙа армияға алмайҙар, сөнки ашҡаҙанында язва тапҡандар. Ә. Бикчәнтәев. [Ғәлиәкбәр — Ғәҙелгә:] Ауырыу, ауылдаш, ауырыу, — тип яуап бирә, — язва желудок бит миндә. 3. Биишева.
ЯЙ1(Р удобный момент; И.: opportunity; T.: olanak) и.
1. Нимәлер башҡарырға тейеш мәл; уңай.
□ Удобный момент, случай. Яйы сыҡҡанда. Яйын эҙләү. Яйын тура килтереү.
2. Нимәнелер эшләү, тормошҡа ашырыу юлы; әмәл. □ Возможность. Яйын табыу. Яйын эҙләү.
3. Кешенең нимәгәлер булған ихтыяры, теләге (ғәҙәттә, уға ирек ҡуйғанда, уны сик-ләмәгәндә әйтелә). □ Лад, способ, образец, манера. Кешене үҙ яйына ҡуйыу. Үҙ яйыңа йөрөү. Үҙ яйыңды ҡарау. ■ [Урал — Шүлгәнгә:] Ат һайланың — яй ҡуйҙым, дан эҙләргә теләнең — теләгеңә юл ҡуйҙым. «Урал батыр».
4. Нимәнеңдер тейешле тәртибе, көйө. □ Способ, подход, путь. Эште яйға һалыу. Эштең яйын табыу. Ҡотолоу яйын табыу, һәр эштең үҙ яйы бар. М Бына нимә, Салих, һин бер яй табып минең квартираға бар әле! — тип өндәште [Анна Константиновна]. С. Агиш. • Игендең яйын иккән белер, арбаның яйын еккән белер. Мәҡәл.
5. Кемдеңдер күңел торошо, кәйефе. □ Душевное состояние, настроение. Яйы яҡшы. Яйына ҡарау. ■ [Хан] иҫәнләшеп, бары менән күрешеп сыҡты, һәр беренең хәлен, яйын белешеп сыҡты. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЯЙ II (Р.: медленный; И.: slow; Т.: yavaş) с.
1. Ғәҙәттәгенән әкрен. □ Медленный, тихий. Яй кеше. Яй бала.
2. Ашыҡмай, үҙ көйөнә генә эшләгән, йөрөгән һ. б.; ҡабаланмаған. □ Медленный, медлительный, неторопливый, тихий. Яй ағышлы йылға. Яй хәрәкәт. Яй кеше.
ЯЙ III (Р.: медленно; И.: slowly; Т.: yavaş)/?.
Бәләкәй тиҙлектә, ашыҡмай. □ Медленно, неторопливо. Яй йөрөү. Яй эшләү. ■ Нур яй ғына гармунға ҡушылды. И. Абдуллин. Бик яй ҡайттым, минең баштағы уйҙар ауыр ине. С. Агиш.
ЯЙ IV (Р.: место; И.: place; T.: yer)w.
Урын, ер, тораҡ. □ Место; местность. ■ Урман, туғай, ҡырыңды баяр тигән дошмандың заводына яй иттең. «Мәргән менән Маян».
ЯЙҘАҠ I (Р.: неосёдланный; И.: having no saddle; T.: eyersiz) с.
Эйәр һалынмаған, эйәрһеҙ. □ Неосёдланный. Яйҙаҡ ат. Яйҙаҡ айғыр менеү. ■ Ысын
431