ЯЙМАН
şap! — тип, аҙымын яйлатты санитарка ҡыҙ һәм, егеткә оҙон керпектәрен һирпеп ҡарап, тотанаҡлы ғына йылмайҙы. Ф. Иҫәнғолов.
ЯЙЛАУ I (яйла ) (Р.: налаживать; И.: regulate; T.: ayarlamak) ҡ.
1. Уңайлы, яйлы итеү; йәтешләү. □ Налаживать; делать удобным. // Налаживание, регулировка. Яйлап алыу. Яйлап ебәреу. Я Танкының электр йыһаздарын яйлауҙа Коротков экипажға яҡындан ярҙам курһәтте. Ғ. Аллаяров. Сыртланов ағай урындығына, тиҙ генә ҡуҙғалмаҫ өсөн, яйлап ултырҙы, куҙен хәйләкәр ҡыҫты һәм миңә мәғәнәле ҡараны. С. Агиш.
2. Билдәле бер ҡулайға, яйға килтереү; йәтешләү, ипләү. □ Налаживать, приготовить, регулировать. // Налаживание, подготовка, регулировка. Эште яйлау. Механизмдарҙы яйлау эше. Я [Тимерғотло] йөҙ һикһән аҙаматын һайлап алды, яу ҡоралын барын да яйлап алды. «Бабсаҡ менән Күсәк». Капитандан берәй метрға ситтәрәк, арт-тараҡ ятҡан Әлфиә командирына ҡараны — капитан куҙ эйәрмәҫлек хәрәкәт менән биленән финкаһын һурып алды, автоматын атырға яйланы. И. Абдуллин. Бите ҡара тиргә батҡан, еуеш кулдәге арҡаһына йәбешкән Юламанов бульдозерынан төштө лә канау ҡаҙыуғысҡа ултырҙы, уныһын ҡалдырып, скреперҙы яйларға тотондо. Ғ. Аллаяров.
3. Яйға, юлға һалыу, йүнгә килтереү; көйләү, йүнләү. □ Налаживать, утрясать. // Налаживание. Тормошто яйлап ебәреу. Эште яйлау. Я [Котлояр:] һин ҡыҙҙы алып китеуеңде бел. Калғанын беҙ уҙебеҙ бында яйларбыҙ. Һ. Дәүләтшина.
4. Төрлө юл менән күңелен табыу, ипкә килтереү; көйләү. □ Уговаривать, успокаивать. Кешене яйлау. Я Заһит, имеш, ревизорҙы яйлай, һыйыр һөтө менән йыуа, тауыҡ ите менән майлай. Т. Арслан.
ЯЙЛАУ II (яйла ) (Р.: медлить; И.: act slowly; T.: yavaş davranmak) ҡ.
Ашыҡмай, ғәҙәттәгенән аҡрын ҡуҙғалыу. □ Медлить, не торопиться. Яйлап барыу. Яйлап ҡарау. Яйлап ҡайтыу. Яйлап йөрөу.
Яйлабыраҡ атлау. ■ Атайлы-ҡыҙлы, яйлап ултырып, сәй эсеп алдылар. И. Аҡъюлов. • Ашыҡҡан уҙен бөтөрөр, яйлаған эшен бөтөрөр. Мәҡәл.
ЯЙЛАШЫУ (яйлаш-) (Р.: приноравливаться; И.: become adjusted; T.: uyarlanmak) ҡ.
Нимәгәлер өйрәнеп ҡулайлашыу; яраҡлашыу. □ Приноравливаться, приспосабливаться, адаптироваться. // Приспособление, адаптация. Яңы шартҡа яйлашыу. Я Нисек тә шарттарға яйлашып, таңда башланасаҡ һөжумгә уҙеңдә һәм һуғышсыларыңда дәрт-дарманды һыуытмай һаҡларға кәрәк ине. Ф. Иҫәнғолов, һәр көн ниндәйҙер яңылыҡ алып килә: өлгөрөргә, яйлашырға, йунләргә кәрәк. Р. Камал.
ЯЙЛЫ (Р.: удобный; И.: convenient; Т.: elverişli, kullanışlı) с.
1. Файҙаланыу өсөн уңайлы, йәтеш булған; ҡулайлы. □ Удобный, подходящий. Я Улар яйлы урын һайлап, бер-ике туңәрәк яһап уранылар. С. Кулибай. Әгәр мин, куҙә-теу пункты яйлыраҡ урында булып, ҡамауға килгән танкыларҙың икенсе төркөмөн алда-ныраҡ куреп хәбәр иткән булһам, һуңғы ҡорбандар булмаҫ та ине, бәлки. И. Ғиззәтуллин.
2. Нимәлер өсөн яҡшы, уңайлы булған, тура килеп торған. □ Удобный, благоприятный. Яйлы ваҡыт. Яйлы мәл. Я Айбулат һөйләшергә яйлы һуҙҙәр эҙләне, һ. Дәүләтшина.
3. Юлға һалынған, көйлө. □ Хороший, нормальный. Яйлы тормош. Яйлы эш. Я Бынан, тау башынан, йәйләу тормошо йәнле, яйлы донъялай йәйелеп ята. Т. Ғарипова.
ЯЙМАН I р. диал. ҡар. яй III. Яйман ғына атлау. Н Еҙ дағалы итеген ҡуңалтаҡ ҡына кейгән, еләнен бөркәнгән Айым яйман ғына атлап, ел ҡапҡаһы аша ҡалҡыуға кутә-релде. Ғ. Ибраһимов. Сабир, ана, әллә һимеҙлегенән яйман булғас, беҙҙең ҡара-ҡаршы куршебеҙ Гөлбикә апайҙың өй артына саҡ йәшенеп өлгөрә. Г. Яҡупова.
ЯЙМАН II с. диал. ҡар. яй II. Я Миңзада киҫкенерәк, хәрәкәттәре тилбер, ә Миңзифа — яйман, баҫымса. Р. Камал.
433