ЯЙНАУ
ЯЙНАУ I (яйна-) (Р.: сверкать; И.: sparkle, flash; T.: ışıldamak, parıldamak) ҡ.
Балҡыу, ялтлау. □ Сверкать, блестеть. Нур яйнай. ■ Нур яйнаһын баштар өҫтөндә. Ш. Бабич.
ЯЙНАУ II (яйна-) (Р.: чувствовать себя свободным; И.: feel at ease; T.: özgür hissetmek) ҡ. диал. ҡар. иркенләү.
Тулы ирек, мөмкинлек һиҙеү. □ Чувствовать себя свободным, быть ничем не стеснённым. Яйнап тороп үҙең эшләмәгәс. Яйнап китеп ултырыу.
ЯЙПЫ (Р.: широкий; И.: spacious; Т.: enli, ferah) с. диал. ҡар. яҫы 2.
Йәйелеп ятҡан, киң. □ Широкий, распростёртый. Яйпы ялан. Я Тирмәндән үткәс, тау араларынан, яйпы урындарға сәселгән уҙ ауылдарының арыш баҫыуҙары уртаһынан бара башланылар. А. Таһиров.
ЯЙПЫН (Р.: широкое место реки; И.: wide-ranging spot; T.: nehrin geniş yeri) u. диал.
Йылғаның киң урыны. □ Широкое место реки. Яйпынға етеү. Яйпында йөҙөү. Ағиҙел яйпыны.
ЯЙПЫС (Р.: породистая овца; И.: highbred sheep; T.: safkan koyun) и.
Яҡшы тоҡомло һарыҡ. □ Породистая овца. Яйпыс аҫрау. Ата яйпыс. Яйпыс бәрәсе.
ЯЙРА (Р.: русло; И.: bed; T.: yatak) и. диал. ҡар. үҙән 1.
Һыу аҡҡан йырын, һыу юлы. □ Русло. Иҫке яйра. Киң яйра. Тәрән яйра.
ЯЙРАН (Р.: джейран; И.: goitered gazelle; T.: ceylan) и. зоол. ҡар. йәйрән.
Алғы, Урта һәм Үҙәк Азияның сүллек һәм ярым сүллектәрендә, шулай уҡ Кавказ артында һәм Ҡаҙағстанда осраған илек төрөнә ҡараған хайуан. □ Джейран (лат. Gazella subgutturosd). Я Ул [Жуси хан] урман-далаларҙа, ҡамышлы кул буйҙарында яйран, ҡолан, хатта юлбарыҫтарға һунар иткән. Ғ. Хөсәйенов.
ЯЙСА (Р.: на свой лад; И.: in one’s own way; T.: kendince) р. диал.
Үҙ яйына. □ На свой лад. Яйса ғына йөрөу. Яйса ғына ашап ултырыу.
ЯЙҺЫҘ I (Р.: неудобный; И.: inconvenient; T.: elverişsiz, kullanışsız) с.
1. Файҙаланыу өсөн уңайһыҙ булған; ҡулайһыҙ, ипһеҙ. □ Неудобный, плохо приспособленный. Яйһыҙ балта. Яйһыҙ урын. ■ Теҙмәгә таралып алышырға — урыны яйһыҙ. Ғ. Ибраһимов. Януар уҙен аңдығанды һиҙепме, әллә ятҡан өңөн яйһыҙ табыпмы, уны ташлап, ҡайҙалыр зымзыя булғайны. Р. Вәлиев. «Тәҙрә»һе бигерәк яйһыҙ икән, быға уҡытыусылар бөтөнләй риза тугел. С. Агиш.
2. Ниндәйҙер эш өсөн уңайлы булмаған, ҡамасау булған. □ Неудобный, затруднительный, неприятный. Яйһыҙ ваҡытта килеү.
3. кусм. Күңелгә ҡыйын; уңайһыҙ. □ Неудобный, стеснительный, неловкий. Яйһыҙ хәлгә ҡалыу. Н Ғилманды ла яйһыҙ хәлдән сығарырға, китаптар менән дә эште өҙөргә кәрәк ине. С. Агиш. Утҡа баҫҡандай тороу — ғәжәп яйһыҙ хәл инде, һөйләп тораһы ла юҡ. Ә. Бикчәнтәев.
ЯЙҺЫҘ II (Р.: неудобно; И.: inconveniently; T.: rahatsız) р.
1. Ниндәйҙер эш өсөн уңайлы түгел, ҡамасау. □ Неудобно, стеснённо. Яйһыҙ ултырыу. Яйһыҙ йөрөу. Я Разия ултырған килеш иҫәнләшеүҙе яйһыҙ күрҙе һәм, төшә һалып, ҡулын һуҙҙы. Р. Байбулатов.
2. кусм. Күңелгә ҡыйын; уңайһыҙ. □ Неудобно, стеснительно, неловко. Я Ирина ололар ыңғайына ултырыуҙы яйһыҙ күрҙе шикелле, тиҙерәк йоҡларға ятыу яғын ҡараны. Р. Байбулатов.
ЯЙҺЫҘЛАНЫУ (яйһыҙлан-) (Р.: чувствовать неловкость; И.: feel ill at ease; T.: çekinmek) ҡ. һөйл.
Яйһыҙлыҡ һиҙеү; ҡыйынһыныу, уңайһыҙланыу. □ Чувствовать неловкость, неудобство; не осмеливаться, не сметь. Яйһыҙланып йөрөу. Һорашырға яйһыҙланыу. Я Начальниктың элеккесә яғымлы өндәшеуе уның был яйһыҙланыуын да бөтөрҙө. Ш. Янбаев. Сара йәшеренеп эшләгән хәрәкәттәрҙән яйһыҙланды. С. Агиш.
ЯЙҺЫҘЛАУ (яйһыҙла-) (Р.: мешать; И.: obstruct; T.: rahatsız etmek) ҡ. һөйл.
434