Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 435


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҠ
Яйһыҙлыҡ килтереү; ҡамасаулау, уңайһыҙлау. □ Мешать, препятствовать. Эшләргә яйһыҙлау, һин миңә яйһыҙламайһың. М [Әремдәрҙең] тамыры .. бураҙна ярған сағында яйһыҙлар һиңә. С. Ҡудаш. Нурия яйһыҙлап торған ҡулды шунда уҡ ситкә ала. Ә. Байрамов. Юлдағы ҡар өйөмө атларға яйһыҙлай. А. Карнай.
ЯЙҺЫҘЛЫҠ (яйһыҙлығы) (Р.: неудобство; И.: inconvenience; T.: rahatsızlık) и.
1. Ҡыйынлыҡ тыуҙырған уңайһыҙ шарт; яйһыҙ хәл, уңайһыҙлыҡ. □ Неудобство, неудобное положение, неловкость. Яйһыҙлыҡ кисереу. Яйһыҙлыҡтан ҡотолоу. ■ Аэрофлоттың бер генә яйһыҙлығы бар — көн боҙолһа, ҡанат елпеп оса алмайһың. Ш. Янбаев.
2. Күңелгә ҡыйынлыҡ килтергән хәл; уңайһыҙлыҡ. □ Неловкость. Ш [Егеттәр] яйһыҙлыҡтан ҡотолор өсөн шахмат уйнарға ултырҙы. Б. Бикбай. Ҡыуандыҡ, куңелен-дәге яйһыҙлыҡ хисен ҡыуалап, һуҙҙе икенсегә борорға тырышты. Ә. Хәкимов.
ЯЙҺЫНЫУ (яйһын-) (Р.: чувствовать неловкость; И.: be ill at ease; T.: çekinmek) ҡ. диал. ҡар. тартыныу.
Кешенән оялып уңайһыҙланыу. □ Чувствовать неловкость. Яйһынып ултырыу. Яйһынып йөрөу. Сит кешенән яйһыныу.
ЯЙЫҠ I (Р.: широкий; И.: wide; T.: geniş) с. диал. ҡар. йәйек II.
Арҡырыға йәйелгән; йәйенке; киң. □ Широкий, большой. Яйыҡ ҡойроҡ.
ЯЙЫҠ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын. Яйыҡтар йыйыны. Яйыҡ араһы шәжәрәһе. Яйыҡ егете.
ЯК (яғы) [тиб. уад ‘ата як’] (Р.: як; И.: yak; T.: yak, Tibet sığırı) и. зоол. ҡар. һарлыҡ.
Үҙәк Азияның таулы ерҙәрендә йәшәгән ҡорһаҡ аҫты оҙон йөнлө, мөгөҙлө, имеҙеүсе көйшәр хайуан. □ Як (лат. Bos grunniens). Як куреу. Ҡырағай як. Монгол ягы.
ЯКОРЬ [рус.] (Р.: якорь; И.: anchor; Т.: demir, lenger) и.
1. Карап, маяҡ кеүек нәмәләрҙе бер урында тотоу өсөн һыу төбөнә төшөрөлә торған ауыр ырғаҡ рәүешендәге нәмә. □ Якорь. / Якорный. Якорь сынйыры. Якорь ташлау. Якорҙан ысҡыныу. ■ Якорҙа торған пароходтар менән яр араһында йылғыр кәмәләр утеп йөрөйҙәр. Ә. Бикчәнтәев. Самолёт өсөн якорь нисек кәрәк, ул яңы хеҙмәт миңә лә шулай, — тип ут йота Ғаяз. А. Мағазов. Якорь һурәте ҡуйылған, тимәк, порт ҡалаһы. Г. Яҡупова.
2. техн. Электромагнитлы приборҙарҙың әйләнмәле өлөшө. □ Якорь. Электромотор якоры. Генератор якорын йунәтеу.
ЯҠ I (яғы) (Р.: сторона; И.: side; T.: taraf, yan) и.
1. Билдәле бер йүнәлеш, тараф һәм шул тарафтағы урын. □ Сторона, направление. Алғы яҡ. Ҡул яғы. Ауыл яғына китеу. Тирә-яҡ. Ҡаршы яҡ.
2. Донъя тарафтары. □ Сторона (света). Көнсығыш яҡ. Төшлөк яғы. Ҡибла яғы. М Көнсығыш яҡтан офоҡ аҡһыл монар менән томаланған. А. Абдуллин.
3. Билдәле бер ерлектәге урын; әлкә, ил. □ Местность, страна, край. Тыуған яҡ. Белмәгән яҡ. Ялан яғы. ■ Беҙҙең яҡ — ҡырыҫ яҡ, ашлыҡ һуң өлгөрә. Р. Низамов.
4. Нимәнеңдер ян буйындағы тарафы һәм шул тарафтағы урын. □ Сторона, бок. Бер яҡҡа боролоу. Ике яҡтан баҫыу. Уң яҡтан ултырыу. Һул яҡтағы урын. ■ Урамдың бер яғы — ҙур-ҙур йорттар, ҡаршы яҡта -ҡала баҡсаһы. Ғ. Сәләм.
5. Йорт, бинаның бер өлөшө, бүлеге. □ Сторона, половина. Тур яҡ. Кашаяҡ яҡ. ■ Мансаф йоҡлай алманы. Таҡта менән генә буленгән икенсе яҡта ятҡан әсәһе лә .. бик оҙаҡ йоҡламай ятты. Ә. Вәли.
6. Бөтөндөң ниндәйҙер бер өлөшө. □ Часть. Ағастың баш яғы. Ҡулдәктең итәк яғы. Үләндең тамыр яғы.
7. Эш-хәл йәки мәсьәләнең бер өлөшө. □ Сторона, часть. ■ [Бригадир:] Миңә генә тапшыр, ҡалған яғын уҙем рәтләрмен. Б. Бик
435