Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 436


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яҡ
бай. Шулай булғанмылыр, юҡмылыр — ул яғын мин белмәйем. М. Тажи.
8. Нәмәнең ҡайһылыр тарафтағы өҫтө, йөҙө. □ Сторона, грань. Тигеҙ яҡлы өсмөйөш. Призманың яҡтары. Ағастың мук баҫҡан яғы. Ҡулдың һырт яғы. Тауарҙың тиҫкәре яғы. Япраҡтың аҫҡы яғы. ■ [Батша:] Мейестең тыш яғынан уратып .. ут яғығыҙ. Әкиәттән.
9. Берәй кеше йәки нәмәләге айырым бер сифатты, үҙенсәлекте күрһәткән һыҙат, билдә. □ Черта, качество; сторона. Башҡаларҙан өҫтөн яҡ. Етешһеҙ яҡ. Докладтың йомшаҡ яғы. Эштең теоретик яғы. Холоҡтоң насар яҡтары. ■ Кешене бергә тора башлағас ҡына ныҡлап беләһең бит ул. Мансаф та Рәуфәнең куп яҡтарын әле генә курҙе. Ә. Вәли. Донъя шул, .. бар уның рәхмәт яғы, зәхмәт яғы. Ш. Бабич.
10. Сығанаҡ килеш формаһында килгәндә, берәй үҙенсәлеккә, сифатҡа бәйле булғанды белдерә. □ В исходном падеже в значении ‘в отношении кого, чего, со стороны чего'. Аҡыл яғынан өҫтөн. Теоретик яҡтан көслө. Һәр яҡтан етешле. Көнкуреш яғынан хеҙмәтләндереу. ■ [Сәлмән ағай] былай иптәшлек яғынан бик яҡшы .. ине. Т. Йәнәби.
11. Бер-береһенә кире мөнәсәбәттәге кешеләр, төркөм, ойошма һ. б. □ Сторона, лагерь, стан. Дошман яғы. Аҡтар яғы. Ҡыҙылдар яғына сығыу. Яҡ-яҡ булып көрәшеу. ■ Тиҙ генә ғәскәр туплап, ҡаршы барып ҡарай был, әммә теге яҡ бик көслө булып сыға. Әкиәттән.
12. Туғанлыҡ, нәҫел нигеҙендә бүленеүгә ҡарата әйтелә. □ Сторона (степень родства, о родственных отношениях). Егет яғы. Ҡыҙ яғы. Ата яғынан туған кеше. Әсә яғынан нәҫел-ырыуы ишле куренә.
13. мат. Геометрик фигураның бер ҡырын тәшкил иткән тура һыҙыҡ. □ Сторона, грань. Өсмөйөштөң яҡтары. Дуртмөйөштөң ҡаршы яҡтары.
14. кусм. Төбәү килештә килеп, эш-хәл барышындағы йүнәлеште белдерә. □ Сторона; русло. Һуҙҙе икенсе яҡҡа бороу. Эште ыңғай яҡҡа ебәреу.
♦ Бер яҡҡа ла бер нисек тә, бер төрлө лә. □ Никак; во всех отношениях. Бер яҡҡа ла ярарлыҡ тугел. ■ Зиннәтулла, килбәтең юҡ исмаһам бер яҡҡа ла. Ш. Бабич. Бер яҡта торһон берәй нәмәне йәки кешене икенсеһенән өҫтөн күргәндә әйтелә. □ Хвалить (сравнивая кого, что с кем, чем). Бал барҙа, шәкәрең бер яҡта торһон!
ЯҠ II (яғы) и. диал. ҡар. яңаҡ I. Яҡ һөйәге. Яҡ теше.
ЯҠ III (яғы) и. диал. ҡар. яңаҡ II. Тәҙрә яғы. Ишек яғы талдырмай, әбәк-һәбәк йөрөп торҙолар.
ЯҠ IV (яғы) (Р.: родня; И.: kin; T.: akrabalar) и. диал. ҡар. нәҫел-нәсәп.
Бер төптән, бер сығанаҡтан таралған кешеләр быуыны; нәсәп, тоҡом, зат; туған-ырыу. □ Родня; род. Яғында йунле кеше юҡ.
ЯҠА и. диал. ҡар. яға. Яҡа тегеу. Яҡалар ҡуйып, бәбәй итәктәр ҡуйып тегә инек.
ЯҠАЛАУ (яҡала-) ҡ. диал. ҡар. яғалау. Егетте яҡаларға маташты. Яр яҡалап барыу.
ЯҠ ЕҘӘГЕ (Р .: полость между зубами и щекой; И.: gum; T.: dişler ve yanak arasındaki boşluk) и. диал. ҡар. урт.
Ауыҙ ҡыуышлығының теш һәм бит ите араһындағы өлөшө. □ Полость между зубами и щекой. Яҡ еҙәген тешләу.
ЯҠЛАНЫУ (яҡлан-) ҡ. төш. ҡар. яҡлау. страд, от яҡлау. Ваҡытында яҡланған диссертация. М Ғаилә дәуләт тарафынан яҡлана. Д. Бүләков. Зәки Вәлиди тәҡдим иткән «Төркөстан, Ҡаҙағстан һәм башҡорт милли хәрәкәттәре вәкилдәренең 15—20 майҙа Ҡустанайҙа кәңәшмәгә йыйылыу» идеяһы яҡланды. Р. Байымов.
ЯҠЛАП (Р.: со стороны; И.: along, by the side of; T.: tarafından) p.
Эш-хәлдең урынын, тарафын белдергәндә ҡулланыла. □ Со стороны; с боку. Урман яҡлап барыу. Тәҙрәне урам яҡлап булеп сығыу.
♦ Төрлө (йәки һәр) яҡлап төрлө күҙлектән сығып, һәр тарафтан. □ С разных сторон, точек зрения. Төрлө яҡлап өйрәнеу. Һәр яҡлап тикшереу.
436