яҡмыш
ЯҠЛАТЫУ (яҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. яҡлау. понуд. от яҡлау. Кешене яҡлатыу. Диплом яҡлатыу.
ЯҠЛАУ (яҡла-) (Р.: заступаться за кого', И.: take someone’s part; T.: korumak) ҡ.
1. Кемделер йәберләргә, ҡыйырһытырға ирек бирмәй ҡурсыу. □ Заступаться за кого. // Защита. Баланы яҡлау. Яҡлап алып ҡалыу. ■ Мин әле, Өмөтбаевты яҡларға йәки хурларға теләмәй, шуны әйтер инем, иптәш Шомбаев. И. Абдуллин. Наилә уларға ҡаршы барҙы, ул-был булһа, мине яҡларға әҙерләнде, ахыры. С. Агиш.
2. Ниндәйҙер эш-хәлдә теләктәшлек күрһәтеп, хуплау. □ Защищать кого, что. Яҡлап сығыу. Файҙалы эште яҡлау. ■ Яҡшы теләк һәр саҡта ла яҡлау таба килде. Ғ. Аллаяров.
3. Фәнни эш, хеҙмәт, проект һ. б. баһа-латыу өсөн махсус ултырыш, советҡа ҡуйып иҫбатлау. □ Защищать. // Защита. Диссертация яҡлау. Проект яҡлау. Н Шакиров Саръяндың, диплом эшен яҡлағанда, уныц Уралдағы тағы ниндәй предприятиеларҙа булыуын, ниндәй яңылыҡтар менән ҡыҙыҡ-һыныуын ентекләп һорашты. Ә. Байрамов. Мең йәшәһен Разияһы, Айҙарға аспирантураһын тамамлатып, ваҡытында диссертацияһын яҡлап өлгөрөргә ҡулынан килгәндең көллөһөн кургәне өсөн. Р. Байбулатов.
4. юр. Ғәйепләнеүсе кеше файҙаһына, уны ҡурсалап, судта сығыш яһау. □ Защищать, выступить в защиту. ■ Хөкөм процесына тиклем Хәләф Гәрәевичкә лә ниндәйҙер аныҡ ҡарашҡа килеп, баһалау һәм яҡлау критерийҙарын табып өлгөрөргә кәрәк. Р. Байымов.
ЯҠЛАУСЫ (Р.: защитник; И.: protector; T.: avukat) и.
1. юр. Судта ғәйепләнеүсе кеше файҙаһына сығыш яһаусы юрист, адвокат. □ Защитник, адвокат. Судта яҡлаусы.
2. Кемделер йәберләргә, ҡыйырһытырға ирек бирмәгән, нәмәнелер ҡурсалаған, яҡлаған кеше; яҡсы. □ Защитник, заступник. Ш Ошондай баһадир яҡлаусыһы булған ҡыҙға ҡаҙалып та, ары бара алмаҫһың, — тип шаярыу ын дауам итте Сабир. 3. Биишева. Канһырап ятҡан ҡыпсаҡ ере лә шул саҡ, ҡан
сәсәп, иңрәп ҡуйғандай була, Иҙел буйҙары, Урал армыттары инде бөтөнләй яҡлаусыһыҙ ҡала. Р. Байымов.
ЯҠЛАШЫУ (яҡлаш-) ҡ.
1. урт. ҡар. яҡлау, взаимн. от яҡлау. М Йәшерәк «егеттәр», әгәр Турыҡай башына шундай ҡурҡыныс хәл килерҙәй булһа, яҡлашырға, бәрелештә ҡатнашыу өсөн уҙҙәре ташланырға әҙерләнделәр. С. Агиш.
2. ҡар. яҡлау 1, 2. Н [Юлия] уйнап, һыуланып инһә, әсәһе ороша, ә Григорий яҡлаша торғайны. Һ. Дәүләтшина. «Өслө» билдәһе алған Мөхәмәт яңыраҡ хатта туҙ-мәне\ «Һеҙ уларҙы класс етәксеһе булған өсөн яҡлашаһығыҙ», — тип һөрәнләне лә ебәрҙе. Р. Байбулатов.
ЯҠЛЫ (Р.: на стороне; И.: ...sided; Т.: taraftar) с.
1. Кемделер йәки нимәнелер яҡлаған, кем менәндер фекерҙәш, теләктәш булған. □ На стороне. // Сторонник, защитник, заступник. Ул минең яҡлы. Халыҡ яҡлы. Тыныслыҡ яҡлы. Икеһе бер яҡлы. ■ Хатта туңдырғыс асы елдәре, куҙ асҡыһыҙ ҡаты бурандары менән ажғырынған һалҡын ҡыш та беҙҙең яҡлы кеуек ине. Ә. Байрамов. [Ниғмәт — Мортазаға:] Сәуит яҡлылар колхозды ла яҡларға тейештәр! — тиһеңме? Р. Байымов. Йәмил менән Гумәр, икеһе бер яҡлы булып, уҙҙәренә ҡаршы сыҡҡан команда менән ҡат-ҡат алышҡансы, куҙ алдары бәйләнде, клубтың ишеге асылды. Р. Байбулатов.
2. һан төшөнсәле һүҙҙәр менән килеп, билдәле бер үҙенсәлекте күрһәткән сифат яһай. □ В сочетании с количественными числительными выражает значение ‘сторонний’. Куп яҡлы белем. Башҡорт халҡы тарихы ла милләттең формалашыу процестарының куп яҡлы булыуын курһәтә. Ике яҡлы таяҡ. Бер яҡлы юл. Бер яҡлы туҡыма. Бер яҡлы ғына хәл итеу. Ике яҡлы драп. Ике яҡлы килешеу.
ЯҠМЫШ (Р.: шаньга; И.: kind of flat cake; T.: bir tür hamur yemeği) и. диал. ҡар. шәңкә.
Әсе ҡамырҙан йәймә өҫтөнә эремсек, картуф һ. б. һалып бешерелгән ҡамыр ашы.
437