яҡсы
□ Шаньга, шанежки. Еләк яҡмышы. Картуф яҡмышы. Эремсек яҡмышы.
ЯҠСЫ (Р.: защитник; И.: defender; Т.: savunucu) и. иҫк.
Кемделер йәки нимәнелер яҡлап, ҡурсалаусы кеше; яҡлаусы. □ Защитник, заступник; сторонник. Халыҡ яҡсыһы. М Мин зәһәрле ут шарының сатҡыһы, мин зәһәрләнгән халыҡтың яҡсыһы. Б. Ишемғол. Ғәҙеллек яҡсылары яҡшы ҡоралланырға тейеш. Б. Рафиҡов.
ЯҠТАУ (Р.: верёвка из жил для прикрепления решёток юрты друг к другу; И.: kind of горе; T.: çadırın gergi ipi) u.
1. Тирмә кирәгәләрен бер-береһенә бәйләй торған ҡыл бау. □ Верёвка из жил для прикрепления решёток юрты друг к другу. Яҡтау менән бәйләу. Кирәгәләрҙе яҡтау менән нығытыу.
2. диал. ҡар. яңаҡ II. ■ Ихсанбай, сигенеп, ишек яҡтауына һөйәлде. Т. Ғарипова. Тәҙрә баштары, яҡтау йөҙлөгө семәрләп эшләнгән, рамдарға быяла ҡуйылған, ҡыйығы тыранса менән ябылған. Н. Мусин. Теҙгенде Байдәу-ләтовҡа тотторҙо ла, бер һуҙ өндәшмәйенсә, яҡтауы ҡыйшайған ишеккә табан атланы [Миңлеғәле]. Я. Хамматов.
ЯҠТАШ (Р .: земляк; И.: countryman; Т.: hemşehri, memleketli) и.
Кем менәндер бер яҡтан, бер әлкәнән булған кеше. □ Земляк. Яҡташтар булыу. Яҡташты осратыу. ■ Нурға ҡапыл рәхәт булып китте, ситтә яҡташыңды осратыу — уҙе бер байрам бит. И. Абдуллин. Сәлихтең, башҡаларҙыҡы кеуек, яҡташы юҡ, ҡайғыһын кемгә барып һөйләһен инде? С. Агиш. Днепрға етәрәк Салтановканан әллә ни алыҫ булмаған бер ерҙә башҡорттарға яҡташтары менән осрашыу насип булды. Ф. Аҡбулатова.
ЯҠТЕШ (Р.: коренной зуб; И.: molar; T.: azıdişi) и. диал. ҡар. аҙау теш 1.
Яңаҡтың төп яғындағы яҫы теш; яңаҡ теше. □ Коренной зуб. Яҡтеш ауыртыу. Яҡтеш һыҙлау. Яҡтеш кенәһе барҙырмы, юҡтырмы.
ЯҠТЫ I (Р.: светлый; И.: light; T.: aydın, ışıklı) с.
1. Ҡояш, ай, ут нуры төшкән; нурға тулы. □ Светлый, освещённый, наполненный светом. Яҡты көн. ■ Сергей көнбайышҡа, яҡты офоҡҡа табан йомшаҡ ҡына юрттырып китте. А. Абдуллин.
2. Сағыу, баҙыҡ нурлы (нур сығанағына ҡарата). □ Светлый, яркий, ясный. Яҡты ай. Яҡты йондоҙ. Яҡты ут. ■ Ағас араһында .. һикерешеп яҡты нур уйнай. М. Кәрим.
3. кусм. Бәхетле, ҡыуаныслы. □ Светлый, радостный, счастливый. Яҡты киләсәк. Яҡты тормош. Яҡты яҙмыш. ■ Мин яҡты киләсәк өсөн көрәшергә әҙермен. А. Абдуллин. Ярлы илдең бәхете, яҡты көнө фәҡәт табыла аңда, белемдә. Ғ. Амантай.
4. кусм. Хөрмәткә лайыҡлы, изге. □ Светлый, священный. Яҡты иҫтәлек. Батырҙарҙың яҡты иҫтәлеге.
5. кусм. Ихласлыҡ белдергән, асыҡ (кеше тураһында). □ Светлый, просветлённый, радостный, сияющий. • Татлынан-татлы — яҡшы һуҙ, затлынан-затлы — яҡты йөҙ. Әйтем.
6. кусм. Саф, изге. □ Светлый, счастливый. Яҡты кеше. Яҡты куңел. Яҡты мөнәсәбәт.
ЯҠТЫ II (Р.: свет; И.: light; T.: ışık, aydınlık) и.
1. Ниндәйҙер сығанаҡтан килгән нур, уның сағылышы. □ Свет. Ай яҡтыһы. Кар яҡтыһы. Яҡты төшөу. ■ Әхмәҙулла бабай ут яҡтыһына йыйылған тон кубәләктәрен куҙәтә. Ә. Вахитов. Гәуһәр, кенәгәне асып, ай яҡтыһында уҡыны. И. Абдуллин.
2. диал. Парафин, балауыҙ һымаҡ яна торған нәмәнән уртаһына милтә ҡуйып, таяҡ рәүешендә итеп яһалған яҡтыртҡыс; май шәм. □ Свеча, свечка. / Свечной. Яҡты яндырыу. Яҡты төртөу. Яҡтыға кәрәсин һалыу.
3. кусм. Матур тормош, аң-белем символы. □ Свет (как символ справедливости, ума, сознания и т. д.). Яҡтыға ынтылыу. ■ Беҙ төҙөгән колхоздар яҡтыға, бәхеткә илтәсәк кешене. Б. Бикбай.
♦ Көн яҡтыһында көндөҙ, ҡараңғы төшкәнсе. □ Пока светло, пока не стемнело. Яҡты күҙҙә көн яҡтыһы бар саҡта, ҡараңғы төшмәҫ борон. □ Пока светло, пока не
438