Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 439


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҠТЫРЫУ
стемнело. И [Бүтәндәре лә:] Эйе шул, көн кисәүләп китте лә, яҡты күҙҙә ерләргә кәрәк ине, — тиештеләр, һ. Дәүләтшина.
ЯҠТЫ ЙОНДОҘ (Р.: Венера (планета)' И.: Venus; T.: Venüs, Zühre) и. диал. (баш хәреф менән)
Ҡояштан икенсе торған планета исеме; Сулпан, Венера. □ Венера (планета). Күктәге Яҡты йондоҙ. Яҡты йондоҙ күренә.
ЯҠТЫЛЫҠ (яҡтылығы) (Р.: свет; И.: light; T.: aydınlık) и.
1. Күҙгә күренгән һәм тирә-яҡты күре-нерлек иткән электромагнит нуры. □ Свет, освещение. / Световой, осветительный. ■ Сергей карауаттан һикереп торҙо һәм өй эсенә тулған сағыу яҡтылыҡтан сайҡала биреп ҡуйҙы. А. Абдуллин. Насип ҡулы менән өй эсендәге яҡтылыҡты ҡаплап тәҙрә аша тышҡа ҡараны. С. Агиш.
2. күсм. Бәхетле, ҡыуаныслы тормош. □ Свет, светлая жизнь. Яҡтылыҡҡа ынтылыу. ■ Хатта һарғайған, ябыҡҡан ауырыу әсә лә сырайында йылмайыуға оҡшаған яҡтылыҡ күрһәтә ине. С. Агиш.
ЯҠТЫРТҠЫС I (Р.: светило; И.: luminary; T.: gök cismi) и.
1. Нурланып, яҡты булып торған күк есеме. □ Светило. Күк йөҙө яҡтыртҡыстарының хәрәкәте. ■ Һүнеп барыусы яҡтыртҡыстың һуңғы сағылышы. Яр. Вәлиев.
2. Яҡтылыҡ таратыусы лампа. □ Светильник, лампа; фонарь. М Урам яҡтыртҡыстарҙың аҡһыл нурын йыртҡыслап, һалҡын елгә ҡар бөртөктәре туҙыша. Н. Мусин.
ЯҠТЫРТҠЫС II (Р: осветительный; И.: lighting; torch; T.: aydınlatan) с.
Яҡтылыҡ биргән, яҡтыртҡан. □ Осветительный. ■ Бер-бер артлы ебәрелгән ракеталар күк йөҙөндә шартлап та өлгөрмәне, кемдер яҡтыртҡыс пулялар менән ут асты. Ә. Бикчәнтәев. Күктә аҡһыл таҫма булып, яҡтыртҡыс ракета ҡабынды. Р. Ханнанов.
ЯҠТЫРТЫЛЫУ (яҡтыртыл-) ҡ. төш. ҡар. яҡтыртыу 1—3. страд, от яҡтыртыу 1—3. Яҡтыртылған шәм. Газетала яҡтыртылған мәсьәлә. Е Күрәһең, саф күңел нурҙары менән яҡтыртылғанға шулай тойолғандыр инде Ринатҡа. Р. Байбулатов.
Бындай тәрбиәүи момент тулыһы менән ҡағыҙҙа яҡтыртылһын, — тине [Яхин]. Ф. Чанышева.
ЯҠТЫРТЫУ (яҡтырт ) (Р.: светить; И.: illuminate; T.: aydınlatmak) ҡ.
1. Яҡтылыҡ биреп, яҡты итеү. □ Светить, освещать. // Освещение. Кояш яҡтырта. Шәм яҡтырта. Бүлмәне яҡтыртыу. ■ Әлфиә-Жу жа, еңен ҡайтарып, яҡтырта торған циферблатҡа ҡарап ултырҙы. И. Абдуллин. Кышҡы ҡояштың нурҙары, тәҙрә аша төшөп, бүлмә эсендәге ваҡ саң-туҙандың нескә ептәрен яҡтырта. Ғ. Аллаяров.
2. Нимәнеңдер яҡтыһын йүнәлтеп, яҡты итеү. □ Светить, освещать. Фонарь менән яҡтыртыу. Шырпы сыйып яҡтыртыу.
3. күсм. Асыҡ, яҡты итеп күрһәтеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү. □ Освещать, направить. // Освещение. Гәзиттә яҡтыртыу. Яңылыҡтарҙы яҡтыртыу.
4. күсм. Сағылдырыу, тасуирлау (әҫәрҙә, сәнғәттә һ. б.). □ Освещать, излагать. Әҙәбиәттә яҡтыртыу. Сәнғәттә яҡтыртыу. Әҫәрҙә яҡтыртыу.
5. күсм. Йөҙгә, сырайға алсаҡ төҫ биреү.
□ Делать приветливым, радостным; освещать, озарять, сиять. Йөҙҙө яҡтыртыу. Йөҙөн яҡтыртып, йылмайып ҡаршылау. ■ Әсәһенең ул һүҙҙәре Ринаттың Әлмираға ҡарата йылы ҡарашын тағы ла яҡтыртып ебәрҙе. Р. Байбулатов.
6. эйһ. ҡар. яҡтырыу I, 3. Бөгөн иртә яҡтыртты.
ЯҠТЫРТЫУСЫ I (Р.: осветитель; И.: lamp man; T.: aydınlatıcı) и.
Сәхнәне прожектор менән яҡтыртып торған эшсе. □ Осветитель. Яҡтыртыусы булып эшләү. Яҡтыртыусы эше. Театр яҡтыртыусыһы.
ЯҠТЫРТЫУСЫ II с. ҡар. яҡтыртҡыс II.
ЯҠТЫРЫУ I (яҡтыр-) (Р.: светать; И.: dawn; T.: audılanmak) ҡ.
1. Төн үтеп, таң атыу, көн яҡтыһы килеү.
□ Светать, рассветать. // Рассвет. Яҡтыра башлау. Яҡтырғанды көтөү. Күк йөҙө яҡтырҙы. М Таң яҡтырғас, оло юлға сыҡтым. С. Агиш.
439