ЯҠШЫЛАНЫУ
ЯҠШЕМБӘТ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы. Яҡшембәттәр йыйыны. Яҡшембәт аймағы шәжәрәһе. Яҡшембәт егете.
ЯҠШЫ I (Р.: хороший; И.: good; T.: iyi) с.
1. Ыңғай баһаланған, талапҡа ярашлы, юғары сифатлы; киреһе — насар. □ Хороший. Яҡшы аҙыҡ. Яҡшы ат. Яҡшы кейем. Яҡшы йорт. Яҡшы йырсы. * Эшселәр уға ҡыуанып бөтә алманы — ул быйыл малды һәйбәт ҡышлатырға, яҡшы урсем алырға өмөтләндерҙе. А. Абдуллин. Барығыҙ, иң яҡшы йугерек арғымаҡтарҙы тотоп алығыҙ ҙа йугәнләгеҙ, ҡая таштарҙа ҡылыстарығыҙҙы ҡайрағыҙ! И. Абдуллин.
2. Матур, уңай тәьҫир ҡалдырған (сәнғәт әҫәрҙәренә, әҙәбиәткә, музыкаға ҡарата). □ Хороший, прекрасный. Яҡшы китап. Яҡшы картина. Яҡшы музыка.
3. Ниндәйҙер ыңғай сифаттар сағылған; матур, һәйбәт. □ Хороший. Яҡшы кәйеф. Яҡшы көн. Тәбиғәттең яҡшы яҡтары. В Ер-Һыуы ярайһы ғына, яҡшы. И. Абдуллин.
4. Ыңғай эстәлекле, күңелгә ятҡан, һәйбәт. □ Хороший, добрый. Яҡшы кәңәш. Яҡшы мөнәсәбәт. Яҡшы ниәт. Яҡшы теләк. Яҡшы һуҙ.
5. Эше, тәжрибәһе юғары баһаланған, оҫта булған. □ Хороший. Яҡшы агроном. Яҡшы врач. Яҡшы етәксе. Яҡшы уҡытыусы. М [Гаминконың] һалдат массаһын уҙенә ҡарата торған бер сифаты булһа, ул да уның яҡшы йырсы булыуы. Д. Юлтый.
6. Әхлаҡ яғынан һәйбәт, тәбиғәте менән маҡтауға, хуплауға лайыҡлы; киреһе — яман, насар. □ Хороший, добрый, славный. Яҡшы бала. Яҡшы егет. Яҡшы иптәш. Яҡшы холоҡ. ■ Яҡшы атаның балаһы шәһит улә яу йөрөп. С. Юлаев.
7. Теләккә ярашлы; матур, һәйбәт. □ Хороший, светлый. Яҡшы киләсәк. Яҡшы тормош. ■ Бик яҡшы ғына йәшәп ятҡанда
[ҡарттың] бисәһе улеп киткән, ти. Әкиәттән.
8. Нимәлер өсөн уңайлы, ҡулайлы; һәйбәт. □ Хороший, удобный. Яҡшы мәл. Яҡшы ваҡытта килеу. М Ат сабыу өсөн ҡырпаҡ ҡарҙан да яҡшы ваҡыт .. юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
9. Үҙ-ара таныш, яҡын мөнәсәбәттә булған. □ Хороший. Яҡшы таныш. ■ Ир башҡайҙарына нужа төшһә, яҡшы дуҫтар йөрөмәҫ ят итеп. Халыҡ йырынан.
ЯҠШЫ II (Р.: хорошо (оценка)', И.: good (mark); T.: iyi puan) и.
Белем йәки тәртиптең юғары кимәлен билдәләгән баһа. □ Хорошо (оценка). Яҡшы билдәһе. Яҡшы алыу. Яҡшыға уҡыу.
ЯҠШЫ III (Р.: хорошо; И.: well; T.: iyi)/?.
1. Кәрәк кимәлдә, тейешле дәрәжәлә. □ Хорошо. Яҡшы белеу. Яҡшы куреу. ■ [Имай — уҡытыусыларға:] Яҡшы тырыштырығыҙ. Бигерәк тә руссаларын ныҡ тикшерергә кәрәк. Һ. Дәүләтшина. • Изге эштең иртәгеһе яҡшы. Мәҡәл. Эт тә, яҡшы өндәшһәң, ҡойроғон болғар. Мәҡәл.
2. Булыу кимәле юғары, ныҡ. □ Хорошо, сильно. Яҡшы ҡыҙҙыра. Һыу яҡшы ғына ташҡан.
ЯҠШЫҒОЛ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кипчак. Яҡшығол араһы ҡыҙы. Яҡшығолдар ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай.
ЯҠШЫЛАНЫУ (яҡшылан-) (Р.: улучшаться; И,: improve; T.: iyileşmek) ҡ. һөйл.
Яҡшыға әйләнеү, яҡшырыу. □ Улучшаться. Тормош яҡшылана. Яҡшылана төшөу. ■ Төштән һуң ауыртыу нығыраҡ һиҙелде, ә кәйеф, әйләнә-тирәне төшөнөу яҡшылана төштө. С. Агиш. Гөльямалдың хәле яҡшыланыу ғына тугел, насарлана барҙы. А. Карнай. Ауыл өҫтөнән салауат купере һуҙылды, һауа яҡшыланды, һауаның яҡшылығы эш менән ҡайнаған йөрәктәргә дәрт тултырҙы. Ғ. Хәйри.
441