ЯҠШЫЛАП
ЯҠШЫЛАП (Р.: по-хорошему; И.: on a good note; T.: iyice, gereğince) p.
Яҡшы итеп, тейешенсә, еренә еткереп. □ По-хорошему; хорошо, как следует. Яҡшылап һөйлә. Яҡшылап эшләп ҡуй. Яҡшылап йыуыу. Яҡшылап аңлатыу. Яҡшылап таҙартыу. Яҡшылап эҙләу.
ЯҠШЫЛАР (Р.: святые; И.: Saints; Т.: evliyeler) и. диал. ҡар. изгеләр.
Дини ҡараш буйынса, бөтәһен дә алдан белеп торған изге кешеләр, изге йәндәр. □ Святые. Яҡшылар тауы. Яҡшылар шишмәһе. Яҡшыларҙы тау башына ерләгәндәр.
ЯҠШЫЛЫҠ (яҡшылығы) (Р.: добро;
И.: the good; T.: iyilik) и.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата эшләнгән һәйбәт, яҡшы эш; изгелек. □ Добро, доброта, доброе дело; благодеяние. Яҡшылыҡ ҡылыу. Яҡшылыҡ итеу. Яҡшылыҡ көтөу. Яҡшылыҡ эшләу. ■ Айбулат ул ваҡытта [Ныязғолдарҙың] был изгелектәре өсөн .. әллә ниндәй яҡшылыҡтар эшләргә уйлағайны. Һ. Дәүләтшина. Кешегә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та, изгелек тә, уҫаллыҡ та әсә һөтө менән бирелә. И. Абдуллин. • Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ — һәр кешенең эшелер, яманлыҡҡа яҡшылыҡ — ир кешенең эшелер. Мәҡәл.
2. Уңыш, бәхет килтергән, һөҙөмтәһе файҙалы булған төрлө эш-хәл тураһында. □ Добро. Яҡшылыҡ теләу. Эште яҡшылыҡ менән бөтөрөу. ■ Эйе, яҡшылыҡ булмаҫ был никахтан, булмаҫ. 3. Биишева.
3. Нимәнеңдер теләккә ярашлы яҡшы булыуы тураһында. □ Благодать. Тормоштоң яҡшылығы. Һауаның яҡшылығы.
♦ Яҡшылыҡ менән кемделер ҡурҡытырға теләп, янау рәүешендә киҫәтеп әйтелә. □ По-хорошему, добром. ■ Яҡшылыҡ менән әйтәбеҙ, ағай, юлыңда бул, ҡамасаулама! — тине Хәкимйән, сабырлығын юймаҫҡа тырышып. Ф. Иҫәнғолов.
ЯҠШЫЛЫҠЛЫ (Р.: благожелательный; И.: benevolent; T.: hayırhah, iyicil) с.
Кешегә ҡарата яуызлығы булмаған, яҡшылыҡ эшләгән; изгелекле. □ Благожелательный, добрый. Яҡшылыҡлы кеше. ■
[Низам:] Гөлнур, һин беләһең, Гөлбикә әбей .. — яҡшылыҡлы кеше. Р. Ниғмәти.
ЯҠШЫРТЫУ (яҡшырт-) (Р.: улучшать; И.: improve; T.: iyileştirmek, düzeltmek) ҡ.
1. Булмышы, эстәлеге, эшләнеше яғынан юғары кимәлгә күтәреү, яҡшы итеү. □ Улучшать, делать хорошим, пригодным; делать лучше кого, что. // Улучшение. Сифатын яҡшыртыу. М Тимәк, эште яҡшыртыуға, иҫке, алама ғәҙәттәрҙе, йәмһеҙ куренештәрҙе бөтөрөугә барабыҙ. Р. Байбулатов. Хөкумәтебеҙ һеҙҙең көнкурешегеҙҙе яҡшыртыу менән бихисап ҡарарҙар ҡабул итә, дәуләт аҡсаһын да йәлләмәй. А. Баймөхәмәтов. [Ғәҙел:] Сөнки һәр бер яҡшы эш — һинең, минең, уның тормошон яҡшырта, ә капиталистыҡын тугел. 3. Биишева. • Алтын йугән яман атты яҡшыртмаҫ. Мәҡәл.
2. Ыңғай күренештәрҙе булдырыу, яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, һәйбәтләнеү (хәл-әхуәл, куңел торошона ҡарата). □ Делать лучше, улучшать (о состоянии здоровья, души). // Улучшение. Кәйефте яҡшыртыу, һаулыҡты яҡшыртыу.
ЯҠШЫРЫУ (яҡшыр-) (Р.: улучшаться; И.: improve; T.: iyileşmek) ҡ.
1. Булмышы, эстәлеге, эшләнеше яғынан юғарыраҡ кимәлгә килеү, яҡшыға әйләнеү. □ Улучшаться, налаживаться, совершенствоваться. // Улучшение, налаживание. ■ Балаларҙың яҙыуҙары һиҙелерлек яҡшырҙы, матурлана төштө. М. Тажи. Дания иһә Саръян менән мөнәсәбәттең аҙ ғына булһа ла яҡшырыуына тиңһеҙ шат ине. Ә. Байрамов. Кәбир яҡшыра алмаһа ла, яраҡлаша ала торған йән бит инде ул. 3. Биишева.
2. Асылы һәйбәтләнеп, ыңғай күренештәр барлыҡҡа килеү (хәл-әхуәл, куңел торошона ҡарата). □ Налаживаться, улучшаться, поправляться (о состоянии души, дел). Куңел яҡшырҙы. Сәләмәтлек яҡшырҙы. Баланың холҡо яҡшырҙы. ■ Прокурорҙың хәле кискә табан яҡшырҙы. С. Агиш. Тора-бара Нурҙың хәтере шундай яҡшырҙы, берәйһенә килеп инеу менән, өй эсендәге әйберҙәрҙе тәуге ҡарашта уҡ һеңдерә ала торғайны. И. Абдуллин.
442