яҡын
ЯҠШЫҺЫНЫУ (яҡшыһын-) (Р считать уместным; И.: deem appropriate; T.: uygun görmek) ҡ. кубр. юҡл.
1. Яҡшы тип табыу, хуп күреү, яҡшыға һанау. □ Считать уместным, удобным, одобрять. Тургә утпеуҙе яҡшыһынманы. Ҡылыҡты яҡшыһыныу. Ололар алдында ултырыуҙы яҡшыһынманы. ■ Комиссар кәрәк-кәрәкмәгәнгә мылтыҡ шартлатыуҙы яҡшыһынманы. Ғ. Лоҡманов.
2. Кемдәндер тартыныу, оялыу. □ Стесняться, смущаться, чувствовать неловкость. ■ [Сәлимдең] иҙмәһен иҙергә уйлап ҡуйҙы Исмәғил. Әммә тыйылып ҡалды. Кәлимәнән яҡшыһынманы. Яр. Вәлиев. Галинанан .. был мәсьәләнең нисек торошон һорарға яҡшыһынманы [Сәғидуллин]. А. Карнай.
ЯҠШЫ-ЯМАН (Р.: добро и зло; И.: the good and the evil; T.: iyilik ve kötülük) и. йыйн.
Яҡшы һәм яман (эш-хәл һәм кешеләргә ҡарата). □ Добро и зло. Яҡшы-ямандан һаҡланыу. ■ һиҙиәт бабай! Зиһенең һәр саҡ һиҙгер донъялағы яҡшы-яманға. Р. Бикбаев. Рәмзиә улы Айраттың теле асылған ваҡыттан алып ошо көнгәсә уҙе белгән яҡшы-яман яғын куҙ алдына килтерергә тырышып ҡараны. X. Зарипов.
ЯҠЫН I (Р.: близкий; И.: nearby; Т.: yakın) с.
1. Бәләкәй ара менән айырылған, йәнәш, эргәләш булған; киреһе — алыҫ. □ Близкий, ближний, недалёкий. Яҡын ауыл. Яҡын ер. Яҡын ара. М Яҡын йорттан йылан булып куккә кутәрелгән һоро төтөндөң еҫе яҡшы тәмәке еҫеләй тәмле төйолдө. И. Абдуллин.
2. Ваҡыт араһы бәләкәй, тиҙҙән буласаҡ. □ Ближайший, недалёкий (о времени). Яҡын киләсәк. Яҡын көндә. ■ Инде таң да яҡын, ваҡыт етә тороп мейескә утын яғырға. Д. Юлтый.
3. Үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә, тығыҙ бәйләнештә булған. □ Близкий, дорогой. Яҡын иптәш. Яҡын таныш. Ныҡ яҡын дуҫ. ■ [Батша — кейәуенә:] Бынан һуң һине һис кенә сит итмәм, иң яҡын кешем, серҙәшем итеп курермен. Әкиәттән.
4. Бик ныҡ туған, ҡәрҙәшлеге көслө булған. □ Близкий, ближайший, свой, родной, недалёкий (о родне, друзьях). Яҡын туған. Яҡын ҡоҙа. Үҙ яҡындарын йыйыу. Я [Гөлйөҙөм] Заһиттың барып йөрөгән иң яҡын еңгәһе, һ. Дәүләтшина.
ЯҠЫН II (Р.: близкий; И.: kindred; Т.: yakın, benzeyen) бәйл.
1. Булмышы, асылы менән нимәгәлер ныҡ тартым, оҡшаш булғанды белдерә. □ Близкий, похожий. Дөрөҫкә яҡын һуҙ. Тормошҡа яҡын әҫәр. ■ Санитарҙар яраһы бәйләнгәндәрен двуколкаға тейәйҙәр,.. улеугә яҡын булғандарын бер яҡҡа ташыйҙар. Д. Юлтый.
2. Нимәнеңдер кимәлен, күләмен самалап белдергәндә ҡулланыла. □ Около, с, почти, примерно. Бер гектарға яҡын ер. Йөҙгә яҡын кеше.
ЯҠЫН III (Р.: близко; И.: close; T.: yakın, yakında) р.
1. Алыҫ түгел, эргәләге, йәнәш. □ Близко, недалеко, рядом. M [Tанкист] тубән ҡарап алды һәм Тимербайға яҡын уҡ килеп баҫты. Ғ. Аллаяров. • Яманға яҡын барһаң, бәләһе йоғор. Мәҡәл. Алыҫ менән яҡынды юртҡан белер. Мәҡәл.
2. Нимәлер булыр йәки ниндәйҙер ваҡыт етер алдынан булғанды белдерә. □ Ближе. Кискә яҡын ҡайтыу. Эш бөтөугә яҡын. ■ Турысай ҙа атым, ай, ашыҡмай, таңға яҡын ятып юшамай. Халыҡ йырынан.
3. Йылы мөнәсәбәттә, тығыҙ бәйләнештә. □ Близко, ближе. ■ Ниндәй матур был төн, ниндәй яҡын минең куңелгә. X. Ҡунаҡбай. Был әҙәм Хәбибйәнде яҡын курә шул. Ф. Аҡбулатова.
♦ Күңелгә яҡын алыу ысын хис менән ҡабул итеү. □ Принимать близко к сердцу. Кеше һуҙен яҡын алыу. Яҡын да ебәрмәү (йәки килтермәү, юлатмау) 1) яҡынлашырға, эргәгә килергә ирек бирмәү. □ Близко не подпускать; 2) нәмәгәлер тотондормау, эшкә ҡатнаштырмау. □ Не подпускать, һунар эшенә яҡын да юлатмау. Яҡын да килмәү риза булмау, ризалыҡ бирмәү. □ Не соглашаться. ■ Хәмдиә яҡын да килмәне: «Куй, ҡуй, кәрәкмәй!» һ. Дәүләтшина. Яҡын итеү
443