ЯҠЫНАЙТЫЛЫУ
{йәки күреү) үҙ кеше һанап, йылы мөнәсәбәт күрһәтеү. □ Считать близким, родным кого-л. ■ [Нәсимә апай] әммә, ни эшләптер, Нурҙы башҡаларҙан яҡыныраҡ курҙе, нығыраҡ һағынды, инде егет булып еткәс тә, уны сабый бала һымаҡ иркәләп һөйҙө. И. Абдуллин.
ЯҠЫНАЙТЫЛЫУ (яҡынайтыл-) ҡ. төш. ҡар. яҡынайтыу, страд, от яҡынайтыу. Яҡынайтылған кешеләр.
ЯҠЫНАЙТЫУ (яҡынайт-) (Р.: приближать, сближать; И.: bring together; T.: yakınlaştırmak) ҡ.
1. Ике аралағы алыҫлыҡты кәметеү, яҡын итеү. □ Приближать. // Приближение. Араларҙы яҡынайтыу. Трассаны ауылға яҡынайтыу.
2. Ваҡыт арауығын кәметеү. □ Приближать, ускорить, торопить (о времени). ■ Ваҡыт үтә шулай, яҡынайтып йәшәү менән үлем араһын, ә һин бараһың да бараһың. Н. Нәжми. Батырлыҡ эшләргә, еңеүҙе яҡынайтырға ашҡынған йәш ҡыҙҙар хистәрен йыр аша түгә. И. Абдуллин.
3. Яҡын мөнәсәбәтле, ҡәҙерле итеү. □ Сближать, сродниться, сдружить. Мөнәсәбәттәрҙе яҡынайтыу. Үҙеңә яҡынайтыу. ■ Дуҫы менән осрашыу ваҡытын яҡынайтырға теләгәндәй, һәр ерҙә талпынып иң алдан йөрөнө [Ринат]. Р. Байбулатов. Уңыштар беҙҙе тағы ла яҡынайта ине. Т. Килмөхәмәтов.
4. күсм. Нимәнеңдер булмышы, асылындағы айырманы кәметеү. □ Приблизить, сблизить. Дөрөҫлөккә яҡынайтыу. Әҙәбиәтте тормошҡа яҡынайтыу. В Ысынлап та, Иштуған, Илсеғол ерлегенә яҡынайтып, ҡыҙыҡлы комедия эшләгән дә сәхнәгә ҡуйған бит. 3. Биишева.
5. Сама менән билдәле бер һан күләменә, дәүмәленә яҡын килтереү, булған айырманы кәметеү. □ Приближать. Меңгә яҡынайтыу. Йөҙгә яҡынайтыу.
ЯҠЫНАЙЫУ (яҡынай-, яҡыная) (Р.: приблизиться; И.: approach; T.: yakınlaşmak, yanaşmak) ҡ.
1. Ике аралағы алыҫлыҡты кәметеп, яҡын килеү; яҡынлау. □ Приблизиться,
близиться, подходить, подъезжать. Ҡалаға яҡынайыу. Ярға яҡынайыу. Ауылға яҡынайыу. ■ Теләгән ерҙәренә яҡынайғандан-яҡынайҙылар, туры бейә быларҙы бойҙай эргәһенә алып килеп етте. Т. Йәнәби.
2. Ике аралағы ваҡытты кәметеп, яҡын килеү; яҡынлау. □ Приближаться, близиться, подходить, продвигаться (о времени, событии). М Ҡыш яҡыная, э Ҡадир, туй көнө яҡынайғанлыҡтан, .. аҡса әҙерләү хәстәренә кереште. Б. Бикбай.
3. Кем менәндер йылы мөнәсәбәткә инеү, дуҫлыҡ булдырыу; дуҫлашыу. □ Сблизиться, родниться, сдружиться с кем-л. М [Сәғиҙә ҡыҙҙарға] яҡынайырға, йөрәктәренә керергә тырышты. М. Тажи.
4. Күпмелер һан, күләм-дәүмәл самаһына яҡын килеү; яҡынлау. □ Приближаться (о количестве). Футболға йөрөүселәр һаны утыҙға яҡынайҙы. Йөҙгә яҡынайыу.
5. Асышы, булмышы яғынан кемгәлер йәки нимәгәлер тартым булыу, яҡын килеү. □ Приблизиться; быть сходным, похожим. Әҙәбиәт тормошҡа яҡынайҙы. Төҫө менән атаһына яҡынайҙы.
ЯҠЫНБАБАЙ (Р.: дедушка; И.: grandfather; T.: dede) и. диал. ҡар. олатай I, 1.
Атайҙың йәки әсәйҙең атаһы. □ Дедушка (со стороны отца или матери). Яҡынба-байым бар. Яҡынбабайымдарҙың икеһе лә тере.
ЯҠЫНБЕЙ (Р.: бабушка; И.: grandmother; T.: büyük anne, anneanne) и. диал. ҡар. өләсәй 1.
Әсәйҙең йәки атайҙың әсәһе. □ Бабушка (со стороны отца или матери). Яҡынбейем килгән. Яҡынбей булыу.
ЯҠЫНДА (Р.: вблизи; И.: close by; T.: yakın bir yerde) p.
1. Яҡын урында. □ Вблизи, поблизости, близко, рядом. Яҡында ғына тороу. Яҡында эшләү. ■ Яҡында ғына Ағиҙел аша һалынған тимер юл күпере. С. Агиш. Фәтихов яҡында эшләүселәргә ишетелмәҫлек итеп бышылданы. И. Абдуллин. Мәйтәм, нимәлер бар яҡында, айыу-маҙарҙыр, күрәһең. Н. Алсынбаев.
444