ЯҠЫНЛАШТЫРЫУ
2. һөйл. Яҡын көндә. □ В ближайшее время, на днях, скоро. Яҡында ҡалаға барып килергә кәрәк. Яҡында байрам буласаҡ. Яҡында туй буласаҡ.
ЯҠЫНДАҒЫ (Р.: ближний; И.: nearby; T.: en yakın) с.
Яҡын урындағы, яҡын-тирәләге, эргәләге. □ Ближний, близлежащий. Яҡындағы ауыл. Яҡындағы тау. Яҡындағы кул. Н Ирйегет ауылдан сыҡҡас, яҡындағы ҡалаға барып, байға ялланған. 3. Биишева.
ЯҠЫНДАН (Р.: близко; И.: close; Т.: yakın, yakından) р.
1. Бик яҡын торған хәлдә, ҡаршыға килеп. □ Близко, вблизи, рядом. Яҡындан куреу. Яҡындан ҡарау. ■ Радмир, курәһең, шөрләп төрған, һағайып ҡына суд залына утте лә, бөршәйеп ултырған Йәмилде яҡындан кургәс, ҡапыл тертләп китте. Р. Байбулатов. Инде председатель Хафизовтың эшсәнлеге менән яҡындан таныш булһам да, еңеуҙәрҙең серен уның уҙенән тағы ла бер тапҡыр ишеткем килеп, мөрәжәғәт иттем. Ә. Байрамов. Миңлебай Нәжипичты мин тәу тапҡыр шулай бик яҡындан куреп ултырам. 3. Биишева.
2. Тығыҙ бәйләнештә булып, яҡын мөнәсәбәткә инеп. □ Близко, хорошо (об отношениях). Яҡындан белеу. Яҡындан танышыу. Яҡындан дуҫлашыу. М [Айбулат] Титов менән бик яҡындан дуҫлашып китте. Һ. Дәүләтшина.
ЯҠЫНДАШ (Р.: родственник; И.: relative; T.: akraba) и. диал. ҡар. туған I, 1.
Туған кеше, ҡан ҡәрҙәш. □ Родственник. Яҡындашым килгән. Яҡындаш булыу.
ЯҠЫН-ЙОРО (Р.: друзья; И.: friends and pals; T.: dostlar) и. йыйн. диал. ҡар. дуҫ-иш.
Күп, төрлө дуҫтар. □ Друзья. Яҡын-йоро бар. Яҡын-йороң булыуы яҡшы.
ЯҠЫНЛАУ (яҡынла-) (Р.: приблизиться; И.: approach; T.: yakınlaşmak) ҡ.
1. Хәрәкәт итеп араны ҡыҫҡартыу, яҡын килеү, яҡынайыу. □ Приблизиться, подступать, подходить, близиться, подъезжать. // Приближение, подступ, подход. Ауылға яҡынлау. Урманға яҡынлау. Яҡынлап килгән ямғыр. М Ныязғол Рәхимә менән һөйләшә-
һөйләшә ашъяулыҡҡа яҡынланы, һ. Дәүләтшина. Пырылдаған тауыш бик яҡынлағанға әйләнеп ҡараһам, аэроплан беҙҙең янға килеп тә етте. С. Агиш. Матросов яҡынлай башлағас, эшләуселәр шикләнделәр һәм тынып ҡалдылар. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ваҡыт араһы кәмеү; яҡынайыу. □ Приближаться, близиться, надвигаться, наступать (о времени, событии). ■ Инде көн куҙ бәйләнергә яҡынлай. Б. Бикбай. Киске сәғәт биштәр яҡынлап килә, бөтә хеҙмәткәрҙәр, өҫ кейемдәрен сисеп ташлап, бик берҙәм эшләйҙәр. Ә. Вәли.
3. кусм. Булмышы, асылы менән нимәгәлер оҡшаш, тартым булыу, яҡын килеү; яҡынайыу. □ Приближаться, сближаться. Ҡуйған маҡсатҡа яҡынлау. Дөрөҫлөккә яҡынлау.
4. Билдәле бер һан күләменә, ниндәйҙер дәүмәлгә яҡын килеү, яҡынайыу. □ Приближаться. Мал ике меңгә яҡынланы. Етмеш йәшкә яҡынлау.
ЯҠЫНЛАШТЫРЫЛЫУ (яҡынлашты-рыл-) ҡ. төш. ҡар. яҡынлаштырыу 3. страд, от яҡынлаштырыу 3. Тормошҡа яҡынлаш-тырылған сәхнә әҫәре. Ысынбарлыҡҡа яҡын-лаштырылған мөхит.
ЯҠЫНЛАШТЫРЫУ (яҡынлаштыр-) (Р.: приближать; И.: approximate; T.: yakınlaştırmak) ҡ.
1. Хәрәкәт иттереп, ара алыҫлығын кәметеү. □ Приближать, придвигать. // Приближение. Кәмәне ярға яҡынлаштырыу. * Калюжныйҙың иҫәбе шул: Ишбулды менән Мөжәһитте ҡая ташҡа яҡынлаштырыу өсөн, дошмандың иғтибарын уҙенә тартырға кәрәк. Ғ. Аллаяров.
2. кусм. Тығыҙ, яҡын мөнәсәбәткә килтереү, яҡын итеү, дуҫлаштырыу. □ Сближать, сроднить, сдружить, подружить. // Сближение. Үҙ-ара яҡынлаштырыу. Бергә эшләу яҡынлаштырҙы. ■ Ҡырғыҙҙар менән жун-ғарҙарҙы яҡынлаштырмаҫҡа, араларын боҙорға. Ғ. Хөсәйенов. Бала килен менән ҡәйнәнең араһын тамам яҡынлаштырҙы. И. Ғиззәтуллин. Билдәләнгән урында осрашыуҙар йәштәрҙе бер-береһенә тиҙ ук яҡынлаштырҙы. М. Садиҡова.
445