ЯҠЫНЛАШЫУ
3. Булмыштағы, асылдағы айырманы кәметеү. □ Сближать, приближать. Теорияны практикаға яҡынлаштырыу. Ысынға яҡынлаштырыу.
ЯҠЫНЛАШЫУ (яҡынлаш-) (Р.: близиться; И.: be near; T.: yaklaşmak) ҡ.
1. Хәрәкәт итеп, араны ҡыҫҡартыу; яҡынайыу, яҡынлау. □ Близиться, приближаться, подступать, подходить, подъезжать. // Приближение, подступ, подход. Яҡынлашып килеү. ■ Ауылға яҡынлашҡас, Нур атаһына атты туҡтатырға ҡушты. И. Абдуллин. Билдәләнгән урынға яҡынлашыу менән мин аҡрынланым. С. Агиш. Гөрһөлдәп яҡынлашҡан поезд тауышы ишетелде. А. Абдуллин.
2. кусм. Нимәнеңдер асылына төшөү, нимәгәлер яҡын килеү. □ Приближаться, близиться, подходить к цели, к тайне, решению и т. д. Ысынбарлыҡҡа яҡынлашыу. Дөрөҫлөккә яҡынлашыу.
3. Ваҡыт араһы кәмеү; яҡынлау. □ Приближаться, близиться, надвигаться, наступать (о времени). Таң яҡынлаша. Көндәр көҙгә яҡынлашты. ■ Эңер яҡынлашты. Кискә табан көн һыуытты. Я. Хамматов.
4. кусм. Үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәткә инеү; дуҫлашыу. □ Сближаться, сдружиться, стать близким; родниться. // Сближение, дружба. Үҙ-ара яҡынлашыу. Кешеләрҙең яҡынлашыу ы. ■ Беҙ тамам яҡынлашҡайныҡ, үҙләшкәйнек инде. Д. Юлтый.
5. Булмышы, асылы менән нимәгәлер тартым булыу, яҡын килеү; яҡынайыу. □ Приближаться. Тормошҡа яҡынлашҡан сәхнә әҫәре. Ысынбарлыҡҡа яҡынлашҡан фильм.
6. Билдәле бер һан күләменә, ниндәйҙер дәүмәлгә яҡын килеү, яҡынайыу. □ Приближаться (о количестве, объёме и т. д.). ■ [Ныязғол] илле бишкә яҡынлашҡан булыуына ҡарамаҫтан, әле йәштәр кеуек ныҡ. Һ. Дәүләтшина.
7. һөйл. -ға формаһындағы ҡылымдарға эйәреп, нимәлер эшләргә яҡын торғанды, ниндәйҙер сиккә еткәнде белдерә. □ С глаголами на -рға обозначает начало действия, приближение к чему-л. Иларға яҡынлашыу. Йоҡларға яҡынлашты.
ЯҠЫНЛЫҠ (яҡынлығы) (Р.: близость; И.: proximity; T.: yakınlık) и.
1. Нимәгәлер яҡын булған хәл. □ Близость. Ауылдың яҡынлығы. Кала яҡынлығы. Караштар яҡынлығы. ■ Ишбулды, тыуған ауылының яҡынлығын тойоп, уны күрә алмауынан һыҙланып ҡуйҙы. Ғ. Аллаяров. Ярай әле, тау йылғаһы уҙенең яҡынлығын, юл яҙҙырмай алып барыуын шарлап-супыл-дап хәбәр итеп тора. Яр. Вәлиев. Беҙҙең ауыл халҡы, Тирәкленең яҡынлығын аңлатыр өсөн: «Ул ни — йырын аша ғына бит», — ти торғайны. Ш. Бикҡол.
2. Ике кеше араһындағы яҡын мөнәсәбәт, тығыҙ бәйләнеш. □ Близость, близкие отношения, дружба. ■ Күбеһе Зөлхизә менән Фәтхи һалдат араһындағы булған яҡынлыҡты белә ине. С. Агиш. Ошонан класс менән Юлай араһында яҡынлыҡ, дуҫлыҡ урынлашып та ҡуйҙы. 3. Биишева.
ЯҠЫНСА (Р.: приблизительно; И.: approximatly; T.: yaklaşık) р.
1. Сама менән. □ Приблизительно, примерно. Яҡынса алғанда. Диңгеҙ яҡынса ике километр булыр. Яҡынса биш минут ара. ■ Ауылыбыҙға тиклем яҡынса утыҙ километр ара бар. А. Баймөхәмәтов. Куприян, оҙаҡ ҡына текәлеп тороуға ҡарамаҫтан, яҡынса булһа ла йәйләү урынын күрһәтә алманы. И. Ноғманов.
2. Бер сама, әҙ-мәҙ. □ Приблизительно, примерно. Яҡынса ғына белеү. ■ Гәли Абсаттаров үҙе лә хәрәкәттәрҙе еренә еткереп башҡармай, яҡынса ғына башҡара, ауылса ғына бейей. Р. Камал. Инде Солтандың баяғы һүҙҙәре яҡынса барып етһә лә, белмәмешкә һалышып, һорауын ҡабатланы Мәрзиә. Т. Килмөхәмәтов.
ЯҠЫН-ТИРӘ (Р.: окрестность; И.: environs; T.: çevre) и. йыйн.
Яҡында булған урын, ер; тирә-яҡ. □ Окрестность, округа. / Окрестный, окружающий. Яҡын-тирәлә ултырған ауылдар. Яҡын-тирәнән килгән халыҡ. Яҡын-тирә ерҙәр. ■ Шакир Вилданович һис кисектермәйенсә ата-әсәләр йыйылышын уҙғарырға булды һәм яҡын-тирәләге ауылдарға саҡырыуҙар ебәрҙе. Р. Байбулатов. [Бәйембәт
446