ЯЛАҒАЙ
буйына] йылдағы кеуек, яҡын-тирә ауылдан бөтә ҡыҙҙар, егеттәр килә, ти. 3. Биишева. Яҡын-тирәлә куләгә төшкән урын юҡ, шуныһы ғына уңайһыҙ. Ә. Бикчәнтәев.
ЯҠЫН-ЯРЫ (Р.: ближний; И.: nearby; T.: yakındaki) с.
Яҡындағы, эргәләге; яҡын-тирәләге. □ Ближний, находящийся рядом. Яҡын-яры урын. Яҡын-яры кешеләргә өндэшеу.
ЯҠ-ЯҠ (яҡ-яғы) (Р.: разные стороны; И.: hither and thither, many sides; T.: farklı yönler) и. йыйн.
Төрлө тараф. □ Разные стороны. Яҡ-яҡҡа ҡарау. Яҡ-яҡтан килеу. Яҡ-яҡҡа ҡараныу. ■ Дон буйынан ҡуҙғалып, яҡ-яғына куҙ һалып, Бугәсәу тигән бер батыр .. халыҡҡа оран ташлаған. С. Юлаев. Яҡ-яғына ҡаранып, Тоня аяғурә баҫты. А. Абдуллин. Зәлифә апай, ризаһыҙлыҡ белдереп, башын яҡ-яҡҡа сайҡап ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
ЯЛ I (Р.: отдых; И.: rest; T.: dinlenme, istirahat) и.
1. Көс йыйыу, хәл алыу өсөн эш-хәрәкәт араһында яһаған өҙөк. □ Отдых, передышка, перерыв. / Выходной, нерабочий. Ял сәғәте. Ял биреу. Ялға туҡтау. М Эшләп арығас, улән өҫтөндә ултырып ял алам. Б. Ишемғол.
2. Эш, хеҙмәт кешеләренә көс йыйыу, дауаланыу өсөн бирелгән ваҡыт. □ Отдых, отпуск. Йәйге ял. Ял көнө. Ялда булыу. Ял базаһы. Актив ял. Ял йорто. Ялға сығыу. ■ Унда [минең илемдә] кешеләр эшкә, ялға хаҡлы. F. Сәләм. Мин һеҙгә Винница янындағы ял йортонда йырлап приз алған «Пряха» йырын тыңлатырмын. И. Абдуллин.
3. кусм. Күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек тойғоһо. □ Отдых, покой (душевное состояние). Йөрәккә ял алыу. Куңелгә ял булыу. • Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк. Әйтем.
ЯЛ II (Р.: грива; И.: mane; T.: yele) и.
1. Ҡайһы бер хайуандарҙың елкә буйына оҙон булып үҫкән ҡыл. □ Грива. Ҡуйы ял. Ат ялы. Арыҫлан ялы. ■ Искәндәр бабай килгәндә, Мөхәммәт ағай аҙбар алдында, бағанаға бәйләп, Көрөнкәйҙең ялдарын ҡырҡып тора ине. Р. Ғабдрахманов. Атаһы әйткәнсә, ҡонан-ҡонажындарҙың да ялдарын
ҡырҡып-көҙәп ебәргәндәр. Ғ. Ибраһимов. Ялы ҡаршы елгә ялбырап килгән хайуан тағы кешнәне. И. Ноғманов.
2. Йылҡы малының елкә буйындағы май ҡатламы. □ Сал о конское (как пищевой продукт). Ҡаҡлаған ял. М [Рәхимә] майы һарҡып торған ял киҫәктәрен ипләп кенә телемләп ҡырҡҡылай, һ. Дәүләтшина.
%, миф. Йылҡының мифлаштырылған тән өлөшө. □ Грива (мифологизированная часть тела коня). ■ Аҙбар эйәһе аттың ялын тарап урергә ярата, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ЯЛ III (Р.: наём; И.: hire; T.: kiralama) и.
Кемдер файҙаһына эшләнгән эш һәм шул эш өсөн бирелгән түләү. □ Наём. / Наёмный. Ялға алыу. Ялға бирелгән ер. Эш ялы. Тамаҡ ялына эшләу. Ял аҡсаһы. ■ Ҡасим Әхмәҙиҙән көн ялын һорарға барҙы. Өс көн көнлөкләп ағас төбө таҙартҡайны. А. Таһиров. Бикйән ялсылыҡта ла йөрөп ҡарай, мәгәр мандый алмай: ял хаҡын бирмәй интектерәләр. Әкиәттән.
ЯЛА (Р.: клевета; И.: calumny; T.: iftira) и.
Кемгәлер яғылған ялған ғәйеп. □ Клевета, ложное обвинение, поклёп. Яла яғыу. Яла яғыусы. ■ [Абдулланың] бөтә булған эше — кешегә яла яғыу, нахаҡтан кешене рәнйетеу. Я. Хамматов. Ғәйбәткә, ялаға урын ҡалдырмаҫҡа. 3. Биишева. • Ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең. Мәҡәл.
ЯЛАҒАЙ I (Р.: зарница; И.: sheet lightning; Т.: balk) и.
1. Бик алыҫта, офоҡта күк күкрәмәй генә ялтлаған йәшен уты. □ Зарница. / Зарничный. Ялағай балҡый. М Кук йөҙө аяҙ, ҡибла яҡта ялағай уйнай. А. Таһиров. Йәшендәр бик алыҫта ялағай кеуек ялтырап китәләр. С. Агиш. Көньяҡта, офоҡта, Салауат батырҙың алтын ҡылысы кеуек, ялағай уйнай. 3. Биишева.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуынса, һуғыш, бәлә сығыуға бәйле кире семантикалы тәбиғәт күренеше. □ Зарница (в мифологии явление с отрицательной семантикой ). К Ялағай һуғыш алдынан ныҡ уйнаған. Кешеләр, ялағай уйнаһа, ҡан тарта, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
447