Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 448


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛАҒАЙ
ЯЛАҒАЙ II (Р.: подхалим; И.: toady; Т.: yaltak) с.
Яҡшы күренергә, кемгәлер ярарға тырышҡан; ярамһаҡ. □ Подхалим, угодливый, прислужливый, льстивый. Ялағай кеше. Ялағай булыу. Я Мостафин — взводтың беренсе ошаҡсыһы, ялағай һәм ҡуштан. Т. Ғиниәтуллин. Аҫтыртын, ялағай, ҡара күңелле писарь Төхмәт губернаға ҡағыҙҙарҙы уҙе ни теләй, шулай яҙып ебәрер булған. С. Ильясов.
ЯЛАҒАЙ III с. диал. ҡар. ялҡау. Үтә ялағай булыу. Ялағай кеше.
ЯЛАҒАЙЛАНЫУ I (ялағайлан-) (Р.: подхалимничать; И.: be toady; T.: yaltaklanmak) ҡ.
Ҡуштанланып яҡшы күренергә, кемгәлер ярарға тырышыу; ярамһаҡланыу. □ Подхалимничать, угодничать, подлизываться.// Подхалимаж, угодничание. Ялағайланырға тотоноу. Ялағайланып маташыу. ■ Бикмәт Шоңҡарҙың был тиклем ялағайланыуын яратманы. С. Агиш. Һеҙ әле шуға ла ғәжәпләнәһегеҙ икән, Ниғмәт Сабирович, — тип ялағайлана биреп һуҙ ҡыҫтырҙы пеләш Харрасов. Р. Байымов. Хужаһының ҡыбырлауын Көтмөр ҙә көтөп торған, ахыры, ялағайланып, һыйыр тирәләй сабыуыллап өрөп алды. Т. Ғарипова.
ЯЛАҒАЙЛАНЫУ II (ялағайлан-) ҡ. диал. ҡар. ялҡауланыу. ■ Был Биктимер ошо осорҙа бик ялағайланып китте әле, .. малды йунләп, йәйрәтеп ашата белмәй. С. Мирасов.
ЯЛАҠ I (ялағы) (Р.: прихлебатель; И.: hanger-on; T.: yaltakçı) и.
Тамаҡ өсөн кемгәлер ялағайланып һырынған кеше. □ Прихлебатель. Ялаҡ ауыҙ. Ялаҡ кеше. Я Теге ялаҡ ауыҙҙар ҙа, Мырҙаштың был ҡиәфәтен куреп, бер-береһенә ымлашып, йылмайышып ҡуйҙылар. Д. Юлтый.
ЯЛАҠ II (Р.: солончак; И.: saline; Т.: tuzlu yer) и.
Үлән үҫмәгән, тоҙо сығып ятҡан татырлы урын; татырлауыҡ. □ Солончак. / Солончаковый. Ялаҡта улән уҫмәй. Ялаҡ урын.
ЯЛАМЫС (Р.: пена, образующаяся при приготовлении курута; И.: sort of foam; T.: kurut pişirirken oluşan köpük) и. һөйл.
Ҡорот ҡайнатҡанда ҡалҡҡан күбек. □ Пена, образующаяся при приготовлении курута. Яламыс эсеу. Балаларға яламыс ялатыу. Яламыс яһау.
ЯЛАН I (Р.: поле; И.: field; T.: alan) и.
1. Асыҡ, тигеҙ урын. □ Поле; степь. / Полевой; степной. Киң ялан. Ялан ерҙәр. Ялан юлы. Ялан яғы. Я Ҡола яланда сыбыҡ табырмын да тимә, кәрәк булғанда. А. Абдуллин. Был яҡтарҙа әллә йылға, урмандар тарта, башҡа яланлы урында яумаһа ла, әленән-әле ямғыр ҡойоп ҡына тора. И. Абдуллин.
2. Баҫыу, ҡыр. □ Поле. / Полевой. Ялан эше. ■ Тау башында йәнлелек — бөтә ялан яңғырап китә. С. Агиш.
3. Өйҙән ситтәге, тәбиғәткә яҡын ер. □ Поле, степь. Яланға сығыу. Яланда йөрөу. Өйөбөҙҙөң һыртында ялан.
ЯЛАН II (Р .: голый; И.: naked; T.: yalın) с.
Өҫтән кейем, көп менән ҡапланмаған. □ Голый, неприкрытый; нагой. Ялан аяҡ. Ялан баш. Ялан ҡул. Ялан өҫ. Ялан тәпәй. Я [Хәйретдин менән Куккуҙ] ялан ҡылыс ялтыратып, көс һынашҡан. Н. Иҙелбай. Бөтәһе лә ялан аяҡ, өҫтәрендә диңгеҙ тулҡындарын хәтерләтеусе тельняшка, баштарында таҫмалары һалҡын ғинуар елендә елберләусе матроскалар. И. Абдуллин.
ЯЛАН III (Р.: однорядный; И.: straight line; T.: çözgü ipliği tek sıra olan) c.
Буйлыҡ ебе бер генә ҡат булған. □ Однорядный (основа нити). Ике mey әл бер ялан киндер. Киндерҙе ялан һалыу.
ЯЛАН IV (Р.: постоянно; И.: constantly; T.: her zaman, daima) р. диал.
Һәр ваҡыт, гел. □ Постоянно, всегда, всё время. Ялан бер һуҙ һөйләу. Ялан әрләшеу.
ЯЛАН V (Р.: полевой; И.: field; T.: tarla) с.
1. бот. Яланда үҫкән, яланға хас булған. □ Полевой. Ялан һөтлөгәне. Ялан йыуаһы. Ялан көпшәһе.
2. зоол. Яланда тереклек итеүсе. □ Полевой. Ялан йомраны. Ялан сысҡаны. Ялан селе.
448