Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 449


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛАНҒАСЛЫҠ
ЯЛАН АҘБАР и. диал. ҡар. ялан кәртә. Ялан аҙбарға индереү. Ялан аҙбарҙа эшләү. Малды ялан аҙбарға ябыу.
ЯЛАН БОЖЫРЫ (Р.: белая куропатка; И.: willow grouse; T.: beyaz keklik) и. диал. ҡар. ағуна.
Тауыҡтар төркөмөнә ҡараған, ҡышын аҡ, йәйен көңгөрт төҫтә була торған ҡырағай ҡош. □ Белая куропатка (лат. Lagopus lagopus}. Ялан божырын күреү. Ялан божырына һунар итеү.
ЯЛАН БУРАНЫ (Р.: сильная метель со снегом; И.: drifty bizzard; T.: güçlü bir kar fırtınası) и. диал.
Бик көслө, ҡарлы буран; һепертмә буран. □ Сильная метель со снегом, пуржистый, вьюжный ветер. Ялан бураны сығыу. Ялан буранына эләгеү. Ялан буранында юғалыу.
ЯЛАНҒАС (Р.: голый; И.: naked; Т.: çıplak, yalın) с.
1. Өҫтөндә бер төрлө лә кейем, көп булмаған. □ Голый, обнажённый, нагой; раздетый. Яланғас тән. Яланғас беләктәр. Шыр яланғас. ■ Уның [эргәләге берәүҙең] өҫтөндә һоро костюм, аяғында итек, башы яланғас. С. Агиш. Зөфәр әсәһенең яланғас муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы, йылы битенән, маңлайынан супылдатып үпте. И. Абдуллин.
2. күсм. Йүнле кейеме булмаған, ярлы. □ Бедный, нищий. ■ Иҫкә алдыҡ ғажиз булған бик күп асты, кейемдән мәхрүм булған яланғасты. М. Ғафури.
3. Япрағы йәки үләне булмаған, ҡаҡ, таҡыр. □ Открытый; голый. Яланғас ҡая. Яланғас түбә. Яланғас ағас. Урман яланғас ултыра. ■ Туҡай урамындағы яланғас аллея эсенән барғанда, Әлмира ғәрлегенән илар сиккә етә яҙып һөйләнде. Р. Байбулатов. Шулай була: ҡыш көнө ҡара-ғора көйөп ултырған берәй яланғас ҡыуаҡ, яҙ етһә, уйламағанса, йәшелгә күмелеп, гөрләп сәскә ата ла ебәрә. Р. Байымов. Яланғас түбәле күкшел тауҙар һәм шул тауҙар башында хәрәкәтһеҙ ултырған ҡарағоштар күҙгә салынды. Ә. Байрамов.
4. Бер ни менән дә йыһазландырылмаған, ябылмаған; буш. □ Голый. Яланғас стена. Шыр яланғас өй.
♦ Ҡыҙыл яланғас кейемһеҙ, шыр яланғас. □ Абсолютно голый. • Тун ҡәҙерен белмәгән ҡыҙыл яланғас ултырыр. Мәҡәл.
ЯЛАНҒ АСЛАНДЫРЫУ (яланғасландыр-) (Р.: оголить; И.: denude; T.: çıplaklaştırmak) ҡ.
Яланғасҡа әйләндереү, яланғас итеү. □ Оголить, обнажить. // Оголение, обнажение. Ағастарҙы яланғасландырып, һалҡын көҙ килде. S Тауҙы яланғасландыралар, оҙаҡламай унда таштар ғына ятып ҡаласаҡ. Т. Ғиниәтуллин.
ЯЛАНҒАСЛАНЫУ (яланғаслан-) (Р.: оголиться; И.: become bare; T.: çıplaklaşmak) ҡ.
1. Яланғасҡа әйләнеү, яланғас булыу. □ Оголиться, обнажаться. // Оголение, обнажение. Яланғасланған ялан. S Ә ағастар, олондары яланғасланып ҡалыуҙан көйәлән-гәндәй, ҡарайып ултыралар. Ә. Байрамов. Урмандар яланғасланып ҡалған, ашлыҡты һаман урып бөтмәһәләр ҙә, күп баҫыуҙар бушаған; унда-һанда ике трактор туңға ер һөрә. Р. Камал. Күк ҡаяларға ерегеп үҫкән ҡарағайҙарҙың урыны менән яланғасланып, аҫылынып торған тамырҙарын күреп, ғибрәтле уйҙарға бирелде [Зөлфиә]. Ф. Чанышева.
2. һөйл. Ярлыландырыу, фәҡирлеккә төшөрөү. □ Делать бедным, обеднить кого. Халык һуғыштан һуң яланғасланды. ■ Өйәҙ-ҙәрҙәге халыҡ хәлһеҙләнде, яланғасланды, ғәскәргә ебәреү түгел, үҙенә ашарға ла ҡалманы. Ғ. Хисамов. Ниндәй генә тауыҡты тотоп ҡарамаһындар, бөтәһенең дә ҡанат аҫтары, әлбиттә, арыҡлыҡтан яланғасланып бөткән булып сыға. 3. Биишева.
ЯЛАНҒАСЛЫҠ (яланғаслығы) (Р.: оголённость; И.: denudation; T.: çıplaklık) и.
1. Яланғас булған хәл. □ Оголённость, нагота, обнажённость. Ағастарҙың яланғаслығы күҙгә ташлана. ■ [Кәртә эсендә] шыр яланғаслыҡ, кипкәнлек, көйгәнлек, ҡороғанлыҡ күренә. Ғ. Дәүләтшин.
2. Кейем-Һалым етешмәгән ҡыйын хәл, ярлылыҡ. □ Бедность, нищета. Һуғыш яланғаслыҡҡа килтерҙе. ■ Емеш инде тыумыштан уҡ тип әйтерлек тамағы ас, өҫтө
449