ЯЛАНҒЫРТ
яланғаслыҡҡа иҫе китмәҫкә өйрәнгән. 3. Биишева. Әгәр ҙә мәгәр миңә лә ауыр шарттарҙа йәшәргә тура килгән булһа, мин дә аслыҡҡа ла, яланғаслыҡҡа ла түҙер инем. Ә. Бикчәнтәев.
ЯЛАНҒЫРТ (Р.: поляна, открытое место; И.: glade; T.: açık bir alan) и.
Яланға тартым асыҡ ер. □ Поляна, открытое место. ■ Һөҙәк кенә башланған яланғырт тау итәге, бара торғас, һаман бейегәйә, текәрә барҙы. Р. Вәлиев. Алыҫта битләүҙәрен яртылаш ҡына урман ҡаплаған текә тауҙар, яланғырт ерҙәр күренде. М. Ямалетдинов.
ЯЛАНДЫҠ (яландығы) (Р.: поляна; И.: glade; T.: alan) и. диал. ҡар. аҡлан.
Урман, ағаслыҡ араһындағы асыҡ ер. □ Поляна. Яландыҡҡа сығыу. Яландыҡта уйнау. Яландыҡтан ҡайтыу.
ЯЛАН КИНДЕР (Р.: неплотно вытканный холст; И.: sort of canvas; T.: gevşek örülen tuval) и. диал.
Һирәк һуғылған киндер. □ Неплотно вытканный холст. Ялан киндер һуғыу. Ялан киндерҙән күлдәк тегеү.
ЯЛАН КӘРТӘ (Р: загон; И.: corral; Т.: ağıl) и.
Мал тота торған кәртәләп алынған урын. □ Загон. ■ Йорттан йөҙ аҙым ситтә ялан кәртә, уның бер яҡ ситендә бейә һауыр өсөн махсус урындың башы ҡапланған. Ә. Үтәбай.
ЯЛАНҠАБАТ с. диал. ҡар. ябай I, 8. Яланҡабат кеше. Яланҡабат булыу.
ЯЛАНҠАЙ (Р.: легкомысленный; И.: light-minded; T.: hafif, düşüncesizce davranan) с. диал. ҡар. елғыуар.
Еңел аҡыллы, дилдалай. □ Легкомысленный, ветреный. Яланҡай йәштәр. Яланҡай ҡыҙ.
ЯЛАН САНА (Р.: дровни; И.: woodsledge; T.: odun kızağı) и. диал.
Утын ташыу өсөн ҡулланылған сана, утын санаһы. □ Дровни. Ялан санаға ултырыу. Ялан сана эшләү.
ЯЛАН СЕЛЕ (Р.: серая куропатка; И.: patridge species; T.: gri keklik) и. диал. ҡар.
һоро ағуна.
Тауыҡтар төркөмөнә ҡараған, ҡышын аҡ, йәйен көңгөрт төҫтә була торған ҡырағай ҡош. □ Серая куропатка (лат. Lagopus lagopus'). Һоро ялан селе. Ялан селе атып алыу.
ЯЛАН ТУРҒАЙЫ (Р.: полевой жаворонок; И.: lark; T.: çayır kuşu, tarlakuşu) и. диал. ҡар. һабан турғайы.
Турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош, турғайҙан бер аҙ ҙурыраҡ, юғарыла бер урында тал-пынып-талпынып һайрай торған, һырт яғы эре генә ҡара таплы һарғылт һоро төҫтәге ҡош. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arvensis). Ялан турғайы һайрай.
ЯЛАНЫУ (ялан-) (Р.: облизываться; И.: smack one’s lips; T.: yalanmak) ҡ.
1. Үҙ алдыңа ниҙер ялау. □ Облизываться. Яланып ултырыу. Эт ялана.
2. Иренде ялау. □ Облизывать губы. M [Бабай] яланып алды һәм иренен ҡыбырлатып ҡуйҙы. К. Мәргән.
ЯЛАНЫУ-ЯҪҠАНЫУ (ялан- - яҫҡан-) (Р.: облизываться; И.: tongue one’s lips; T.: yalanmak) ҡ.
1. Нимәгәлер ымһынып иренде ялау. □ Облизываться. М Ит хаҡында һүҙ сыҡҡас, айыу ҙа телен сығарып, яланып-яҫҡанып ҡуйған. Ж. Кейекбаев.
2. күсм. Унан-бынан эләктереп, тамаҡ туйҙырыу; ымһыныу. □ Облизываться. ■ Низамый ағай үҙе ғүмер баҡый байҙар тирәһендә яланып-яҫҡанып .. йөрөй. Ф. Иҫәнғолов.
ЯЛАН ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. ҡыр эйәһе. Ялан эйәһен күреү. Ялан эйәһен ризалатыу.
ЯЛАН-ЯПАН (Р.: поле; И.: field; T.: tarla, saha) и. диал. ҡар. ҡыр II, 7.
Йәйрәп ятҡан тигеҙ ялан. □ Поле, степь. Ялан-япанға сығалар. Ялан-япанда йөрөһәм, ҡайғым тарала.
ЯЛАП ЯҪҠАУ (ялап яҫҡа-) (Р.: облизать дочиста; И.: lick up; T.: yalamak) ҡ. һөйл.
Ялап таҙартыу, һыпырып ялау. □ Облизать дочиста. М Бесәй сеүәтәләге һөттө эсеп, ялап-яҫҡап ҡуйған. Ж. Кейекбаев.
ЯЛАСЫ (Р.: кляузник, клеветник; И.: scandalmonger; T.: iftiracı) и.
Яла яғыусы, ғәйбәтсе. □ Кляузник, клеветник. ■ Яңылышлыҡмы был? Әллә бер
450