ЯЛБЫР
яуыз уйлы, выжданһыҙ ҡара йөрәк яласының мәкерлегеме? М. Тажи. Иптәш депутат, һөмһөҙ яласыны хөкөмгә тарттырығыҙ! Й. Солтанов.
ЯЛАТЫЛЫУ (ялатыл-) ҡ. төш. ҡар. ялатыу I, 2. страд, от ялатыу I, 2. Алтын ялатылған беләҙек. Көмөш ялатылған һырға.
ЯЛАТЫУ I (ялат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ялау. понуд. от ялау. Бесәйгә ҡаймаҡ ялатыу. ■ Фәхри, йәш председатель ҡалаға киткәндең икенсе көнөндә ук, һыйырҙарға ялатырға тоҙ алып ҡайтыу һылтауы менән, Ҡолсораға юл тотто. Б. Бикбай.
2. Биҙәү маҡсатында затлы металл иретмәһен йоҡа ғына итеп яғыу, өҫтән йүгертеү. □ Покрывать поверхность чего-л. Алтын ялатыу. Сәғәткә көмөш ялатыу. ■ Ҡомартҡылар юғалмау ғына тугел, кусермәләрҙе ялатырға алынған алтындың миллиграмына тиклем улсәп, Борханов кире тапшырған. Ғ. Хисамов. [Мәрхәбә ханым] беләгендәге алтын ялатҡан сәғәтенең сынйырын шыуҙырып ҡуйҙы ла, диванға ултырып, эсендәге — тышында тигәндәй, тукмәй-сәсмәй аһ-зарын, ҡайғы-хәсрәтен һөйләргә кереште. М. Тажи. Алтынға мансылған манара тугел, баҡыр ялатҡан сәйнук булып та ҡайтманы. М. Кәрим.
♦ Ҡан ялатыу ауыҙ-моронон ҡанға туҙҙырыу, туҡмау, ауырттырғансы ҡат-ҡат һуғыу. □ Бить, избить до крови. Ҡан ялатҡансы туҡмау.
ЯЛАТЫУ II (ялат-) (Р.: ударить; И.: strike; T.: vurmak) ҡ. диал. ҡар. һуғыу I, 1.
Ҡул йәки башҡа берәй нәмә менән ныҡ ҡағыу; бәреү. □ Ударить. Ныҡ ялатыу. Ҡул менән ялатыу. Өҙә ялатыу. Санаға ултырыу менән дилбегәне тартып, атын сыбыртҡы менән ныҡ ҡына ялатып алды.
ЯЛАУ (яла-) (Р.: лизать; И.: lick; Т.: yalamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер өҫтөнән тел менән һыпырыу. □ Лизать, облизывать кого, что', лакать (о животных). Иренде ялау. Ҡалаҡ ялау. Ялап алыу. ■ Быҙау куҙен асты ла, аяҡтарын тарбайтып, тәнтерәкләп, ауыҙы менән әсәһенең имсәгенә барып йәбеште, ә әсәһе сабыйын теле менән яларға, иркәләргә
кереште. А. Абдуллин. • Ашап туймағанды ялап туймаҫһың. Мәҡәл.
2. Тел йәки бармаҡ менән һыпырып ашау, эсеү. □ Лизать, облизывать. Бал ялау. Н Аҡназар тос майҙан һарҡып сыҡҡан һөҙлөктө уҙенең усынан .. ялап ултырҙы. Ғ. Дәүләтшин. Ҡола ат тоҙҙо туйғансы ялап китте лә барҙы, ти. Әкиәттән.
3. кусм. Нимәнелер тотош ҡаплап, уратып алыу (ут, тулҡын һ. б. ҡарата). □ Охватывать, захватывать полностью. ■ Ут яланы урман биттәрен. Б. Вәлит. Тулҡын һикерә, тулҡын ялай Иҙел ярҙарын. М. Кәрим.
ЯЛАУЫС (Р.: платок с привязанной к одному её концу серебряной монетой; И.: sort of amulet; T.: bir ucuna gümüş para bağlı başörtüsü) и. этн.
Осона көмөш аҡса төйнәлгән ҡот яулығы (ҡоҙаларҙы ҡаршылаған йәштәр шул яулыҡты елберләтеп, һыбай ҡаса; арбалы йәки саналы ҡоҙалар ҡыуып етеп, яулыҡты ала). □ Платок с привязанной к одному её концу серебряной монетой (свадебный атрибут). Ялауыс кейеу. Ялауыс бәйләу. Ялауыс тотоп һыбай сабыу.
Я Л АШЫУ (ялаш-) ҡ. урт. ҡар. ялау. взаимн. от ялау. • Эт талашыр, ауыҙ-морон ялашыр. Әйтем.
ЯЛБАРЫУ (ялбар-) (Р.: упрашивать; И.: entreat; T.: yalvarmak) ҡ.
Түбәнселек менән бик ныҡ үтенеп кемгәлер мөрәжәғәт итеү; ялыныу, инәлеү. □ Упрашивать, просить, умолять. // Мольба, просьба. Аллаға ялбарыу. Ялбарып һорау. Ярҙам һорап ялбарыу. М Шул саҡта Миңзифа: «Әй Раббым, Дөлдөлгә ҡанат бирсе!» — тип ялбара. Ғ. Аллаяров.
ЯЛБАРЫШЫУ (ялбарыш-) ҡ. урт. ҡар. ялбарыу, взаимн. от ялбарыу. Хоҙайға ялбарышыу.
ЯЛБЫР (Р.: лохматый; И.: shaggy; Т.: uzun karışık saçlı veya tüylü) c.
1. Ян-яҡҡа таралып, туҙғып торған оҙон ҡуйы йөнлө йәки ҡыллы. □ Лохматый, мохнатый, косматый; волосатый, шерстистый. Ялбыр ҡойроҡ. Ялбыр сәс. Ялбыр эт. Ялбыр ҡаш. ■ Надршин ишек алдындағы фонтанды уратып алған бейеклеккә менде
451