ЯЛБЫРАУ
лә, ялбыр ҡара сәстәрен һелкетеп, шаярыу менән башлаған телмәрен шаҡтай етди итеп тамамланы. С. Агиш. Аптырап ҡалған Ғайсар ҡарттың ялбыр һоро ҡаштары юғары кутәрелеп тубән төштө. Ғ. Аллаяров.
2. Ҡуйы, тарбаҡ ботаҡлы. □ Густой, растопыренный. Ялбыр ҡылған. ■ Якушев -тың кухня тағылған машинаһы тал-сыбыҡлы уҙән генә урындан килә лә ялбыр ботаҡлы бер ағас төбөндә туҡтала. Ғ. Аллаяров. Бер ваҡыт, шулай, ялбыр ҡарт ҡайынды йәшен һуҡҡас, Яҡуптың ҡыҙыҡһыныуы уғата артты. Ә. Байрамов. Ялбыр ҡыуаҡтың остары ҡойолоп, яланғас олондары ғына һерәйеп ҡалды. Р. Байымов.
3. диал. кусм. Хәйләһеҙ, бер ҡатлы. □ Простой, нехитрый. Ялбыр кеше.
4. Килбәткә, ҡиәфәткә, ҡылыҡ-хәрәкәткә тура килмәгән, килешмәгән; килешһеҙ. □ Неподходящий; несоразмерный, нескладный, неуклюжий; несуразный. Ялбыр кейем. Ялбыр кулдәк.
ЯЛБЫРАУ (ялбыра-) (Р.: лохматиться; И.: be dishevelled; T.: karmakanş olmak) ҡ.
1. Оҙон булып һалынып төшөү, туҙыу. □ Лохматиться, растрепаться, ходить растрёпанным. Ялбыраған сәс. Ялбырап торған билбау суғы. М Төптә, мөйөштә, тимер карауатта сәсе ялбырап, Гөлдәр йоҡлай. К. Кинйәбулатова, һолтанбай белә: ялбырап уҫкән йыуан ҡайын төбөндә туҙ, бесән, ҡабыҡ менән кәпләп эшләнгән иркен генә ҡыуыш бар. Н. Мусин. Хәҙер Йәғәфәрҙең сал сәстәре лә куренә, ә тегенең ат ялындай ҡуйы ҡара сәстәре, тартһаң да йолҡолмаҫ ҡурпы уләне шикелле, ялбырап тора. Р. Сол-тангәрәев.
2. Тетелеп туҙыу, йыртылып теткеләнеү. □ Разлохматиться; растрёпываться. Ялбырап бөткән кейем. ■ Ябығып, ялбырап, эсе уткәшеп бөткән был осло моронло ҙур һары эт сыбыҡ кеуек булып ҡалған. 3. Биишева. Арҡаһы, салғыйҙары туҙып, ялбырап бөткән тиртуны асылып, Ишбулдының ябыҡлыҡтан һөйәктәре суҡайып беленеп торған тушен курһәтә. Һ. Дәүләтшина.
ЯЛБЫР-ЙОЛБОР (Р.: растрёпанный; И.: shaggy, dishevelled; T.: darmadağın) с.
Ялбырап һалынып торған, теткеләнеп туҙған. □ Растрёпанный. Ялбыр-йолбор булыу. Ялбыр-йолбор кейем. ■ Уңарсы әрәмәлек артынан ялбыр-йолбор иткән бер баш куренде. Ғ. Хөсәйенов.
ЯЛБЫРЛАҠ (ялбырлағы) и. диал. ҡар. ялбырсаҡ. Урындыҡҡа ялбырлаҡ ташла. Ялбырлаҡ йәйеу.
ЯЛБЫРЛАТЫУ (ялбырлат-) (Р.: распускать; И.: let loose; T.: darmadağın etmek) ҡ.
Ян-яҡҡа туҙғытыу, туҙҙырыу (ялбыр нәмәне). □ Распускать, растрепать. Ялбырлатып болғау. Сәсте ялбырлатып йөрөу. ■ Хәҙер ҙә был ауылдың тирә-яғында ҡарт ҡайындар оҙон толомдарын ялбырлатып ултыра. Ә. Байрамов. Бикле ҙур урыҫ ҡапҡалы өйҙөң тәҙрәһен шаҡығас та, яурынына тун һалып, ялан баш, ҡуңыр ҡуйы сәсен ялбырлатып, Андрей Иванович килеп сыҡты. Р. Өмөтбаев. Ҡайҙа ҡарама, аҡ сәстәрен ялбырлатып ҡылған сайҡала: мин — сал дала, купте курҙем, купте хәтерләйем, ти һымаҡ бындағы һәр тотам ер. Г. Яҡупова.
ЯЛБЫРЛАУ (ялбырла-) ҡ. ҡар. ялбырау. ■ Әле куктә юл булып һуҙылалар, әле утрауҙар төркөмө төҫөндә ағылалар, әле ел туҙғытҡан сал сәс толомондай, ялбырлап, ергә тиклем аҫылынып торалар [болоттар]. А. Мағазов. Мин уның [Һаҡалтайҙың] һирәк, ләкин тушенә төшөп торған ерән һаҡалдан булыуына ҡарамаҫтан, яурындары киң һәм тура булыуын, ҡуйы сәсенең ялбырлап елкәһенә төшөп тороуын бөгөн генә абайланым. Н. Мусин.
ЯЛБЫРСАҠ (ялбырсағы) (Р.: лоскутное покрывало; И.: kind of cover; T.: kapitone örtü) и. һөйл.
Төрлө туҡыма киҫәктәренән ҡорамалап, суҡландырып теккән ябыу әйбере. □ Лоскутное покрывало. Ялбырсаҡ тегеу. Ялбырсаҡ йәйеу.
ЯЛҒАН I (Р.: ложь; И.: falsehood; Т.: yalan) и.
Дөрөҫ булмаған һүҙ; алдыҡ. □ Ложь, обман, враньё, неправда. Ялғанға ышаныу. • Ялғандың бото ҡыҫҡа. Әйтем.
452