ЯЛҒАНЫУ
ЯЛҒАН II (Р.: ложный; И.: false; insincere; T.: yalan) с.
1. Ысынға тап килмәгән, ысын булмаған; алдаҡ. □ Ложный, неправдивый; вымышленный. Ялған хәбәр, Я Нәфсе аҙғынлыҡҡа, ялған боҙоҡлоҡҡа өндәй, намыҫ онотола. Ә иң аяныслыһы — кеше яҙмыштары тапала. Ә. Хәкимов. Төптө ялғанды бытылдап тораһың да баһа! 3. Биишева. Ниңәлер, миңә Әмирхановтың бөтә ҡыланышы көлкө, баштан ашҡан дәрәжәлә ялған һәм яһалма, бында ул бер нәмә лә белмәйҙер төҫлө. С. Агиш. Хәбәр ялған булып сыҡты, ян-ғынсылар бер аҙҙан кире әйләнеп ҡайтты. И. Абдуллин. Мышы атыу тураһында ялған хәбәр кискә ук бөтә ауылға тараласаҡ бит. Р. Ғабдрахманов.
2. Ысынға оҡшатып яһалған, алдау маҡсатында эшләнгән. □ Поддельный, подложный, фальшивый, фиктивный. Ялған аҡса. Ялған документ. Ялған никах. Ялған ғәйеп. ■ һеҙ унан ялған справка килтереуегеҙ ихтимал. Р. Байбулатов. Ә Фәтихов урман юлынан барғанда уҙенә легенда — ялған биография уйлап барҙы. И. Абдуллин.
3. Ике йөҙлө; яһалма. □ Неискренний, двуличный, лицемерный. Ялған мөнәсәбәт. ■ Ялған дуҫың оҡшаш куләгәгә: ҡояш булһа, ҡалмаҫ артыңдан, әгәр инде көнөң болот булһа — юғалыр ул өнһөҙ алдыңдан. Р. Ғарипов. Ә һинең менән, Азамат, ялған дуҫың менән мәктәптә иртәгә ныҡлап һөйләшербеҙ әле. Р. Байбулатов. Бысратманы ялған дуҫ. А. Абдуллин.
ЯЛҒАНЛАУ (ялғанла-) (Р.: лгать; И.: tell lies; T.: yalanlamak) ҡ.
Алдап һөйләү, алдау. □ Лгать, врать. Гел ялғанлау. ■ [Йәмил:] Бөтә ялғанлауын, нисек бында килеп эләгеуен — бөтәһен дә Гөлфиәгә нисек булған, шулай тиҙерәк һөйләргә ине! Р. Байбулатов. Ағыуҙы әрәм итмәнем, китер алдынан башҡа колхоз ерҙәренә һибеп киттем,— тип ялғанланы һарун, бер генә баш малды ҡыра алмаһа ла. И. Ғиззәтуллин. Кемдең һуң теге донъяға алама кешегә ялғанлап, һәйбәт танытма биреп ебәргеһе килһен. М. Кәрим.
ЯЛҒАНЛЫҠ (ялғанлығы) (Р.: ложь; И.: falsehood; T.: yalan) и.
Алдауға ҡоролған, ысын булмаған эш, һүҙ һ. б.; алдыҡ. □ Ложь, неправда; фальшь. Я Ҡаһымбайҙың һуҙҙәрендә лә, куҙҙәрендәге кеуек, ялғанлыҡ сағылды. И. Ғиззәтуллин. Яҙа эш ялғанлыҡ тыуҙыра. М. Кәрим. Ялғанлыҡтың йөҙөн асып, ысынбарлыҡты курһәтеусе һирәк. Ғ. Хисамов.
ЯЛҒАНМА (Р.: привой; И.: graft; T.: aşı) и. бот.
Ағастың ашлап ҡуйған ботағы йәки бөрө-һө. □ Привой. Сейә ялғанмаһы. Алмағасҡа ялғанма ҡуйыу.
ЯЛҒАНСЫ (Р.: лжец; И.: lier; T.: yalancı) и.
Ялған һүҙ һөйләүсе кеше, алдаҡсы. □ Лжец, лгун, плут, обманщик. Ялғансыға ышанып йөрөу. Ялғансы кеше. М Башҡалар иҫәбенә еңеу яуларға — ялғансы ла тугел, — тип ҡырт киҫте Мирхәйҙәр бабай. И. Ғиззәтуллин. Ә беҙ, меҫкен халыҡ, шул ялғансы ҡарт дуңғыҙҙың һуҙенә ышанған булдыҡ. Ғ. Хөсәйенов. [Шәйхетдин ағай:] Йәш сағыңда ялғансы булдың, һуҙеңдә торманың. А. Мағазов. • Ялғансының шаһиты янында. Мәҡәл.
ЯЛҒАНЫУ (ялған-) ҡ.
1. төш. ҡар. ялғау I. страд, от ялғау I. Ялғанған бау. Ялғанған тимер.
2. Алда булған эш-хәл, күренеш менән бәйләнеп, ҡушылып дауам итеү. □ Присоединиться, соединиться, смыкаться. // Присоединение, соединение. Бер-береһенә ялғаныу. Көнгә көн ялғана. ■ Сәғәт туғыҙынсы китә, ал таң көнгә ялғана. Т. Арслан.
3. Фекер, һүҙҙәр үҙ-ара бәйләнеп, ҡушылып дауам итеү. □ Присоединяться, добавляться. ■ Һуҙ һаман ялғанып китә алмай торҙо. Ә. Харисов. Кинәт кенә көлкө башлана, береһе башлай, икенсеһе ҡушлай, әкиәттәргә әкиәт ялғана. Ғ. Мәсғүт. Кешеләр бер аҙ тынысланыу менән, ул [туҡсоран вәкиле] тағы һуҙ ялғаны. Р. Байымов.
4. Туҡталып торған хәлдән яңынан ғәмәлгә килеү, дауам итеү. □ Возобновиться. Ялғанып китеу. ■ Дөрөҫлөк еңде яманды, өҙөлгән дуҫлыҡ ялғанды. Н. Нәжми.
453